+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
19 Сентябрь 2021, 17:10

Көҙгә йәйге сағыулыҡ өҫтәйек

Һыуыҡтар башланды. Урамда ямғыр яуа, әсе ел ыжғы­ра. Көҙгө һалҡында өйҙә ултырыу ҡалай рәхәт! Кистәрен ҡул эше менән күңел йыуатырға, был файҙалы шөғөлгә балаларҙы ла йәлеп итергә мөмкин. Мәҫәлән, еләк һуты йәки май тамған кейемгә нисек яңы тормош бүләк итергә? Тапланды тип кенә күркәм күлдәкте йәки кофтаны ташлап ҡуймайбыҙ бит инде. Кейемде яңыртыуҙың тағы бер ысулы бар.

Көҙгә йәйге сағыулыҡ өҫтәйек
Көҙгә йәйге сағыулыҡ өҫтәйек

Туҡыма өсөн махсус акрил буяу һатып алабыҙ. Төҫөн, күләмен, кейе­мегеҙгә тап килтереп, үҙегеҙ һайлай­һығыҙ. Ижади хыялды эшкә егеп, ташларға йыйынған әйбергә лә йәм һәм зауыҡ өҫтәргә була. Кофта ме­нән футболканың алғы һәм артҡы яғына ла һүрәт төшөрөргә мөмкин. Күңелегеҙ теләгән төҫтө, рәсем өлгө­һөн файҙалана алаһығыҙ – бының бер ҡы­йынлығы юҡ. Йөн туҡыма, три­ко­таж, джинса материалы ла еңел буяла. Кейемгә һүрәт төшөр­гәс, тигеҙ урынға һалып, 10–15 сәғәт самаһы кипте­рәбеҙ. Унан инде рәхәт­ләнеп кейергә һәм хатта йыуырға ла була. Ләкин ҡул ме­нән йыуырға тырышығыҙ.


Рәсем төшөрөргә оҫталығығыҙ бул­­маһа, ҡайғырмағыҙ. Әҙер рәсемде ту­ҡымаға күсереү өсөн ҡатырғанан өл­гө яһағыҙ. Былай иткәндә буяу ти­рә-яҡҡа таралмай, һүрәт тигеҙ яғыла. Рәсем төшөрөргә теләгегеҙ булмаһа, би­ҙәкле яҙма ла бара. Ябай ғына күл­дәк, футболка, кофталар ҙа, сағыу төҫ­­тәр ярҙамында яңы балҡыш алып, кө­ҙгө моңһоу көндәрҙә кәйефегеҙҙе күтәрер. Ә инде иҫке водолазкалағы йәки свитерҙағы күңелһеҙ буйҙарға өрпәк ҡар бөртөктәре йәки шаян йән­­лек­тәр һүрәтен өҫтәп тө­шө­рөүҙән йылылыҡ һәм йәм табыр­һығыҙ.


Сабыйығыҙҙың джинсаһына тап төшөп, уны бер нисек тә бөтөрә алмаған йәки салбарҙың тубығы ыш­ҡылған хәлдә, уларҙы яңыртып алыу ҙа артыҡ ваҡыт һәм мәшәҡәт талап итмәй. Әлеге көндә балалар кейеме ҡиммәт. Шуға булған әйберҙе һаҡлап кейеүҙән дә ҡулайлырағы юҡ. Бәлә­кәсегеҙ яратып ҡараған йәнһүрәттән берәй персонажды алып, шул һүрәт­те таплы йәки ышҡылған урынға тө­шө­рөгөҙ. Был мауыҡтырғыс шөғөлгә бала­ғыҙҙың үҙен дә йәлеп итегеҙ.


Ә беҙ таплы урынды дисней йән­һүрәтенән сәскә гөлләмәһе тотҡан сусҡа балаһының рәсеме менән ҡап­ланыҡ. Салбарыбыҙ бигерәк затлы килеп сыҡты. Сәскәләрҙе ялтыр мәр­йендәр, төҫлө төймәләр менән би­ҙәргә мөмкин. Беҙ инде йәнһүрәт ге­ройына таж “кейҙереп” ҡуйҙыҡ. Төймәме, ялтырауыҡмы, мәрйенме, сынйырмы – барыһы ла кейемде яңыр­тып, күркәмләтеп ебәрәсәк.


Балаларығыҙҙың йоҡа салбарҙа­рын да төпкә ырғытырға ашыҡмағыҙ. Улар, көҙ һәм ҡыш эсендә бәләкә­сәйеп, киләһе йылға яраҡһыҙ булып ҡалыуы ихтимал. Шуға ыштандарҙың эсенә йылы ҡатлам тегә алаһығыҙ. Бының өсөн махсус туҡыма һатып алыу мотлаҡ түгел. Һәр өйҙә тиерлек иҫке әйберҙәр араһында тығыҙ туҡы­манан япма йәки бәйләнгән кофта һаҡлана. Шуның өҫтөнә джинсаны һа­лып, ситтәрен аҡбур менән бил­дә­ләп сығабыҙ. Билдәләнгән һыҙыҡ буйынса ике өлгө ҡырҡып алабыҙ. Артабан салбарҙы әйләндереп, ту­ҡыма өҫтөнә һалып үлсәгәс, тағы ике өлгө киҫелә. Ыштандың эске ҡатламының ике алғы һәм ике артҡы яғының өлгөһө әҙер. Шуларҙы, салбар үлсәменә тап килтереп, тигеҙләп тоташтырабыҙ. Әҙер эске ҡатты салбарҙың тиҫ­кәре яғына ҡатлап тегә­беҙ. Балаҡ­тарынан башлап биленә тиклем ҡатлайбыҙ. Быны ҡул менән дә, кәкер­сәкле (зигзаг) бәйләм менән машинкала ла башҡарып сығырға мөм­кин. Һалҡын көҙ өсөн йылы ­джин­са әҙер.

 

Ошо уҡ ысул менән, иҫке йылы шарфты файҙаланып, башлыҡты ла ҡатларға була. Туҡыманың ҡалған киҫәктәренән муйынды ҡапларҙай бау яһайбыҙ. Шулай уҡ төҫлө туҡы­манан сәскәләр, төрлө биҙәктәр әт­мәләй алаһығыҙ. Теләк менән ижади хыялығыҙ булғанда, хатта ҡатмарлы тойолған эште лә еңел генә атҡарып сығырға һәм сикһеҙ кинәнес кисерергә мөмкин. Уңыштар һеҙгә!

Йондоҙ СУЛПАНОВА.
Автор:
Читайте нас: