+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
22 Июнь 2021, 15:57

Арзан, еңел һыуытҡыс

Тиҙ боҙола торған, туңдырылған ризыҡтарҙы йыш ҡына алып йөрөргә тура килә. Ҡайһы саҡта кибеттән күңелең ятҡан тәмлекәйҙәрҙе көн эҫе булыу арҡаһында ғына алмай ҙа сығып китәһең. Бигерәк тә йәйге селләлә туңдырылған билмәнде өйөңә тиклем иретмәйенсә генә алып ҡайтып еткереп ҡара! Баҡһаң, был мәсьәләне сисеү юлы анһат һәм ябай икән. Һыуытҡыс сумканы бит үҙебеҙ ҙә эшләй алабыҙ! Етмәһә, ул артыҡ ҙур сығым да талап итмәй!

Беҙгә бары ябай сумка (уның ҙурлығы буласаҡ «һыуытҡыс»тың ҙурлығына ҡарап билдәләнә), йылы һаҡлау өсөн ҡулланылған ялтыр ялатылған пенополиэтилен киҫәге (ул төҙөлөш кибеттәрендә һатыла, арзан ғына тора), елемле таҫма (скотч), ҡайсы, бер нисә пластик шешә кәрәк була. Сумка урынына йәшник, биҙрә кеүек һауыттарҙы ҡулланырға ла мөмкин – кемгә нисек оҡшай.
Эште сумканы (йәшникте, биҙ­рәне) үлсәүҙән башлайыҡ. Беҙгә ошо сумканы эс яҡтан ҡатлап сы­ғырға кәрәк. Пенополиэтилен киҫәгенә, үлсәмдәребеҙгә тап килтереп, һыҙмабыҙҙы күсерәбеҙ. Мате­риалдың ҡалынлығын иҫәпкә алып, һандарҙы кәметәбеҙ, юғиһә ул сум­каның эсенә һыймай торор. Йәш­ник йәки сумка өсөн «эслек» куб һыҙмаһын хәтерләтә.
Пенополиэтилендың ситтәрен, ялтыр яғын эстә ҡалдырып, елемле таҫма менән ентекле йәбеште­реп сығабыҙ. Ара ҡалдырмайбыҙ, юғиһә «һыуытҡыс»ыбыҙ һалҡын тот­маҫ. «Эслек»те сумка эсенә урын­лаштырабыҙ.
Ҡапҡасын айырым ҡырҡып йә­бештереү яҡшыраҡ – асып-ябыуы еңелерәк булыр.
Инде пластик шешәләргә тоҙло һыу (1 литр һыуға яҡынса 6 ҡалаҡ тоҙ) тултырабыҙ ҙа туңдыра­быҙ. Ҙур булмаған сумкаларға ярты литрлы шешәләр ҙә етә. Спорт магазиндарында махсус һалҡын һаҡлау­сы аккумуляторҙар һатыла, шуны ҡулланырға ла мөмкин.
Бына, «һыуытҡыс»ыбыҙ әҙер. Әлеге әйбер бер нисә көнгә һу­ҙыл­ған сәйәхәткә сыҡҡанда бигерәк шәп. Һөт-эремсек, йомортҡаларҙы бо­ҙо­лоуынан ҡурҡмайынса һалып алыр­ға була. Туңдырылған ит иһә бер көн буйы иремәй һәйбәт һаҡлана.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: