Бейәләй баҫыу ауыр түгел, ти Алина Альберт ҡыҙы. Тәүге тапҡыр был эшкә тотонғандар ҙа уны ике сәғәттә башҡарып сыға ала.
50 грамм йөн, биҙәк һалыр өсөн бер аҙ башҡа төҫтәгеһе етә. Эш өсөн ватылыусан әйберҙәрҙе төрә торған «шешекле» пленка, ламинат аҫтына йәйә торған йылытҡыс материал, уҡлау, һиптергескә һалынған һабынлы һыу (1 литр һыуға 1 ҡалаҡ шыйыҡ һабын һалабыҙ), фелтинг өсөн энә кәрәк.
Ламинат аҫтынан йәйә торған материалдан һыҙма эшләйбеҙ. Бының өсөн ҡулды һалабыҙ ҙа ян-яғынан 2-3 сантиметр өҫтәп һыҙабыҙ. Бөкләп, ике яҡлы итеп ҡырҡабыҙ.
Аҙ-аҙлап ҡына алып, йөндө бер ҡат һалып сығабыҙ. Ул һыҙманың ситтәренә сығып торһон. Һабынлы һыу һиптерәбеҙ.
Пленка менән ҡаплайбыҙ ҙа ипләп кенә икенсе яғын әйләндерәбеҙ, шунан пленканы асабыҙ. Ситенән сығып торған йөндө бөкләп сығабыҙ.
Был яғына ла йөн һалып сығабыҙ, һабынлы һыу менән сылатабыҙ. 3-сө аҙымды ҡабатлайбыҙ. Артабан беренсе ҡатлам өҫтөнә икенсе йүнәлештә тағы бер ҡатлам йөн һалып сығабыҙ һәм, әйләндереп, шулай уҡ ҡабатлайбыҙ. Икенсе яғы менән шуны уҡ башҡарабыҙ.
Икенсе төҫ менән биҙәк һалабыҙ. Беҙ башҡорт биҙәге ҡусҡарҙы һайланыҡ. Һабынлы һыу бөркөп сылатабыҙ.
Пленка менән ҡаплайбыҙ. Тәүҙә һабынлы һыуҙа сылатылған ҡулдарыбыҙҙы пленка өҫтөнән төрлө яҡҡа йөрөтөп, ипләп кенә баҫҡылайбыҙ.
Йөндөң сүстәре бер-береһенә йәбешкәнен аңлағас, уҡлау менән баҫабыҙ. Ҡамырҙан йәймә йәйгән кеүек төрлө яҡҡа әйләндереп торабыҙ.
Һыҙмабыҙ бейәләй эсенә «һыймай» башлағас, уртаға ҡырҡып, уны алабыҙ.
Бейәләйҙәрҙе төрлөсә, ҡулға кейеп тә ышҡыйбыҙ, бәргеләп тә алабыҙ.
Эҫе һыуҙа һабынын йыуабыҙ (эҫе һыуҙа бейәләй тағы «ултыра», быны ла иҫтә тотоғоҙ).
Хәҙер бейәләйҙе киптерәһе генә ҡалды.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2020) һанында уҡығыҙ.