Бәпес менән өйҙә ултырған ҡатындың эшләгән биҙәүестәрен һатып тапҡан килеме, үҙе әйтеүенсә, хужалыҡта ярап ҡала. Әммә аҡса ағылып килмәй, бер мәлдә генә булып ала. Байрамдар алдынан бүләк алыусылар күбәйә.
Гөлнур әйтеүенсә, бер биҙәүескә киткән ваҡыт, аҡса күләмендә һанаһаң, ҡайһы саҡ үҙен аҡлап та етмәй. Әммә эшләгән мәлдәге кисергән хис-тойғолар шуға торорлоҡ. Һәр биҙәүесенә йөрәк йылыһын һалып, изге теләктәрен ҡушып башҡара Гөлнур.
«Пандемияға тиклем байрамдарҙа балаларға бушлай оҫталыҡ дәрестәре үткәреп йөрөнөм, хәҙер инде ул туҡтап ҡалды. Алла бойорһа, илдәрҙә һаулыҡ һәм тыныслыҡ урынлашҡас, шәхси күргәҙмә ойошторорға хыял итәм», – ти маҡсатлы оҫтабикә.