«Һәр әсәй ҙә ҡыҙын сәскәләй матур йөрөтөргә теләйҙер. Өлкән ҡыҙым Азалия тыуғас, шатлығымдың сиге булманы. Уны ғүмерендәге тәүге Яңы йыл байрамына ла үҙенсәлекле итеп кейендерергә уйланым. Тик алты айлыҡ балалар өсөн тап килгән, шул уҡ ваҡытта ҡупшы булған, күңелгә ятҡан ғына күлдәк таба алманым. Матур булһа, туҡымаһы шау синтетика, сабыйға ундайҙы кейҙерге килмәй. Шунан уға үҙемсә фатиндан итәк тегергә булдым. Ул да тәбиғи туҡыма түгел, әлбиттә, әммә юлын таптым: бәпесемә кизе-мамыҡ водолазка, колготки кейҙерҙем. Бына шулай өйрәндем был шөғөлгә», – тип һөйләй Әлиә. Әйтергә кәрәк, быға тиклем ҡул эштәре менән һис ҡыҙыҡһынмаған була йәш әсә. Бер тәмен белеп алғас инде, бәләкәсенә төрлө биҙәүестәр ҙә яһай башлай һәм әкренләп ҡул эшенә ылыға. Тора-бара әхирәттәре, таныштары тап шундайҙы эшләп биреүен үтенә, оҫтарып киткәнен үҙе лә һиҙмәй ҡала. Бөгөн, икенсе бәпесе менән өйҙә ултырғанда, был шөғөлө аҡса ла килтерә икән. Инде биш йәшлек Азалия төрлө костюмдарҙы, образдарҙы һүрәт итеп төшөрөп күрһәтә, ә әсәһе уны атҡарып сығыу юлын эҙләп «баш вата». Ике йәшлек Валерия ла ижади эш менән ҡыҙыҡһына.
1-2 йәшлек балаларға итәк өсөн 1,5 м киңлегендә 2,5 м фатин туҡымаһы (фатин – селтәрле еңел полиэстер туҡыма), 2 – 2,5 см киңлегендәге резинка, 1,5 м самаһы һуҙылып торған спандекс ебе, ҡайсы, еп, биҙәр өсөн мәрйендәр кәрәк.
Киң резинканың оҙонлоғон ошолай билдәләйбеҙ. Баланың билен үлсәйбеҙ ҙә шул һандан 10 см алабыҙ, тегеп беркетергә бер нисә см өҫтәйбеҙ.
Фатинды оҙонлоғо 50 сантиметр булған 5 киҫәккә ҡырҡабыҙ (1,5 м киңлеге ҡала). Шунан 10 см киңлегендәге таҫмаларға бүлеп сығабыҙ, тиҙерәк булһын өсөн бер нисә ҡат итеп ҡырҡырға ла мөмкин (1-се һүрәт). 50 х 10 см ҙурлыҡтағы таҫмалар килеп сыға.
Резинканың ике яғын тегеп тоташтырабыҙ ҙа уңайлы ғына берәй нәмәгә кейҙереп ҡуябыҙ (өс литрлы банканы, баш түбән әйләндерелгән ултырғыстың аяҡтарын ҡулланырға мөмкин, Әлиә бының өсөн балалар ултырғысының артын ҡуллана). Фатин таҫманы резинкаға кейҙерәбеҙ, урталай бөкләп төшөрәбеҙ. Спандекс ебен алып, уртаға бөкләйбеҙ ҙә резинка эргәһенән генә фатиндың артынан үткәрәбеҙ, ептең оҙон яғын уртала барлыҡҡа килгән элмәк аша сығарабыҙ – шулай епте нығытабыҙ (2-се һүрәт). Артабан ошо ике ҡат спандекс менән эшләйбеҙ.
Икенсе таҫманы шулай уҡ резинкаға кейҙерәбеҙ, спандексты резинка аҫтынан ғына фатинға ике ҡат урайбыҙ. Башҡа таҫмаларҙы ла шулай уҡ беркетеп сығабыҙ (3-сө һүрәт). Аҙағынан епте нығытып ҡуябыҙ.
Шунан фатин таҫмаларҙы, аҫҡы яҡтан сығып торғандары булһа, бөхтәләп, тигеҙләп ҡырҡып сығабыҙ. Итәкте мәрйендәр менән биҙәйбеҙ.
Фатин киҫәгенән бант эшләп, итәктең биленә беркетәбеҙ. Биҙәү өсөн төрлө таҫма, төймә, страздар ҡулланырға мөмкин. Тик балаларҙың тиктормаҫлығын иҫәпкә алығыҙ, биҙәүестәрҙе яҡшылап нығытырға онотмағыҙ.
Бындай итәкте төҫө буйынса тап килгән футболка, водолазка менән кейеү уңайлы. Футболканы шулай уҡ мәрйен, страз, таҫма ярҙамында биҙәргә мөмкин, брошь тағырға ла була. Ошо уҡ төҫтәге фатин киҫәктәренән брошь йә сәскә ҡуйыу өсөн ҡаптырма эшләһәң дә яҡшы. Фатин итәк фотосессиялар ойошторғанда, бәләкәс ҡыҙыҡайҙарға байрам кейеме әҙерләгәндә йәтеш. Яңы йыл костюмында ҡулланыуға ла уңайлы.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.