+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
3 Ноябрь 2020, 13:36

Күҙ иркәләр матурлыҡ

Зарема Сынбулатованың ҡул эштәре тәбиғилеге, сағыулығы менән арбай.

Хәйбулла районының Йәнтеш урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Зарема Өфө педагогия колледжында, университетта белем ала. Тәүге бәпесе менән өйҙә ултырғанда уның ижади офоҡтары киңәйеп киткәндәй була. Башта кескәй ҡыҙҙарға сәс ҡыҫтырғыстар, тәңкә һәм аҡсаларҙан топиарийҙар (аҡса гөлө), картиналар эшләй. Халыҡта этностилдәге милли әйберҙәргә ихтыяж тыуғас, Зарема ла селтәрҙәр, түшелдеректәр яһай башлай. Һәр ҡул эшенә фантазияһын һала, башҡаларҙың эштәрен ҡабатламай, үҙенекен күсереп алып, уныңса эшләгәнде лә оҡшатмай. Кәрәк-яраҡты интернеттан һатып ала, булмағандарын баҙар йә фурнитура магазиндарынан да йыя. «Һәр эштә лә теләк кәрәк. Аҡса һуғам йә ҡул эшемде һатам, тиһәң ижади яҡ аҫҡай башлай» – ти Зарема. Хәҙер инде ул тормош иптәше менән Аҡъяр ауылында төпләнеп, бер ҡыҙ, ике ул үҫтерә. Ҡул эштәренә, ғәҙәттә, улар йоҡлап бөткәс кенә тотона. Үҙе әйтеүенсә, был шөғөлө уға ял бирә, күңелен күтәрә.
Оҫтабикә Зареманың бар эштәре лә зауыҡ менән башҡарылған. Һәр береһен ул, фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙә урынлаштырып бара. Күргәндәр оҡшатһа, үҙенә лә эшләп биреүен һорай икән. Был – үҙенә күрә хеҙмәтенә хаҡ, ғаилә янсығына өҫтәлмә табыш. Һуңғы ваҡыт унан «ирҙәр букеты», «балалар букеты», йәғни төрлө ашамлыҡтарҙан, емештәрҙән һәм тәмлекәстәрҙән композиция эшләп биреүен йыш һорайҙар. Үҙе әйтеүенсә, бының өсөн дә ижади ҡараш, фантазия талап ителә, кешенең кәйефенә ярашлы итеп, уға оҡшаған ноталарҙы тотоп алыу мөһим.
Зарема Сынбулатова, оҫталыҡ буйынса төрлө бәйгеләрҙә еңеү яулап, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм дипломдарға эйә булған.
Читайте нас: