+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
13 Октябрь 2020, 14:48

Сәсмәүер

Сәсте үреү өсөн ҡулланылған тағы бер биҙәүес – сәсмәүер. Уның төрлөһө була. Оҫтабикәбеҙ Асия Ғәйнуллина был юлы сәсмәүер эшләү серҙәре менән бүлешә.

Сәсмәүер өсөн ныҡлы таҫма йә бау, сәйләндәр, мәрйендәр, тәңкәләр, күн киҫәге, энә, еп, ҡайсы кәрәк була.
Таҫманы ҡыя әҙептән (косая бейка) әҙерләргә мөмкин. Бының өсөн уны буйынан-буйына уртаға бөкләп тегергә кәрәк. Шулай уҡ кибеттән салбар балағының осона эске яҡтан тегелеп ҡуйыла торған махсус таҫманы алырға мөмкин. Күпме кәрәклеген сәс оҙонлоғона ҡарап билдәләйбеҙ. Ике яҡ осон да, һүтелеп китмәһен өсөн, тегеп нығытабыҙ.
Таҫманың бер яҡ осона бер (ике йә өстө мөмкин, тик күп кәрәкмәй) тәңкә беркетәбеҙ. Бер нисә бөртөк сәйлән ҡуйырға ла була.
Икенсе осона өсмөйөш, трапеция йә дүртмөйөш рәүешендә күн киҫәге тегәбеҙ. Уға ҡортбаш тағырға, сәйләндәр менән биҙәргә мөмкин. Артабан ошо күн киҫәгенән бер нисә рәт итеп (3, 5, 7 рәт булырға мөмкин) сәйлән-мәрйен теҙелгән еп төшөрәбеҙ. Әйтәйек, 5 рәт төшөрөргә булдыҡ, ти. 5 энәне һаплап алабыҙ ҙа, төйнәп, күн киҫәгендә нығытабыҙ. Һәр береһенә сәйләндәр кейҙерәбеҙ. Шунан тағы күн киҫәге алабыҙ, уны арҡыры ҡуйып, бөтә ептәрҙе лә шуның аша сығарабыҙ ҙа төйнәп нығытабыҙ.
Артабан ошо рәүешле дауам итәбеҙ. Шул уҡ төҫтәге йә килешле икенсе сағылыштағы сәйләндәр йәки мәрйендәр ҡулланырға мөмкин. Уларҙы төрлөсә яраштырып, биҙәкләргә йә бетеү һалып ебәрергә була. Сәйлән-мәрйендәрҙе кәрәкле күләмдә кейҙергәс, шулай уҡ күн киҫәге менән нығытып барабыҙ.
Сәсмәүер эшләгәндә шуларҙы иҫтә тоторға кәрәк: сәйлән теҙелгән ептәрҙең оҙонлоғо тигеҙ булырға тейеш, шул уҡ ваҡытта аҫҡа табан киңәйеп барыуы мөмкин. Бының өсөн ситтәге ептәргә берәр бәләкәй сәйлән өҫтәргә була. Ҙурыраҡ мәрйендәрҙе аҫҡараҡ ҡуйыу отошло. Сәйләндәрҙең һәм мәрйендәрҙең төҫө үҙ зауығыңа ҡарап һайлана. Тик улар бер-береһенә тап килһен.
Шулай үҙегеҙ теләгәнсә оҙонлоҡта эшләгәс, һәр ептең осона 1 – 3 тәңкә йә суҡ тағып, нығытып ҡуябыҙ (суҡты эшләүҙең бер ысулы журналдың үткән һанында күрһәтелгәйне). Йоҡа һуғылған тәңкәләр ҡулланғанда, улар матур итеп сыңлап торасаҡ.
«Сәсмәүер матурлыҡ өсөн генә ҡулланылмаған, уңайлы ла ул, – ти Асия Солтан ҡыҙы. – Йыш ҡына бейеүселәрҙең сәстәрен билбауына ҡыҫтырып ҡуйғанын күрәбеҙ. Был бөтөнләй дөрөҫ түгел. Ҡыҙҙарҙы, йәш килендәрҙе толомдарҙың тегеләй-былай сығып ҡамасаулауынан тап сәсмәүер ҡотҡарған да инде. Бының өсөн ике толомдо сәсмәүер менән үреп килә торғас, ҡалаҡ һөйәге тирәһендә уң яҡтағы таҫмаларҙы – һул яҡҡа, һулдағыһын уң яҡҡа күсереп, үреүҙе дауам итәбеҙ. Артабанғы «күпер» бил тапҡырында эшләнә. Был ысул – оҙон сәсле ҡыҙҙар өсөн. Сәс ҡыҫҡараҡ икән, таҫмаларҙы елкә һәм ҡалаҡ һөйәге тапҡырында алмаштырабыҙ».
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: