0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
9 Сентябрь 2020, 12:59

Туған тел татын, башҡорт моңон һағынып...

Замандаштарыбыҙ араһында рухлы, күркәм булмышлы һәм күңел бөтөнлөгө менән хайран ҡалдырырҙай шәхестәр байтаҡ. Архангел районының Көмәрле ауылынан Вәсилә Шәйхетдин ҡыҙы Камалетдинованы шундай аҫыл милләттәштәребеҙ иҫәбенә индереп булалыр.

Утыҙ йылға яҡын ғүмере алыҫ Ноябрьский ҡалаһында үтә уның. Хаҡлы ялға сыҡҡас, 2009 йылда ғаиләһе менән тыуған ауылына ҡайта: «Башҡорт телен, моңон һағындым, тыуған тупраҡ тартты», – ти Вәсилә Шәйхетдин ҡыҙы.
Бөгөн ул тыуған районы, республика кимәлдәрендәге милли-мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай. Тәүҙә «Өфө хәтирәләре» фольклор төркөмө менән сәхнәләрҙә сығыш яһай. Артабан Альбина Хашим ҡыҙы Исхаҡованың еңел ҡулы менән «Селтәр» студияһына килә. Бында милли кейем тегеү, биҙәүестәр яһау серҙәренә өйрәнә. Әлеге көндә Вәсилә Шәйхетдин ҡыҙы Республика Халыҡ ижады үҙәге эргәһендәге «Ауаз» фольклор ансамблендә шөғөлләнә. Быйыл тыуған ауылы Көмәрлелә «Ҡайнауыҡ» төркөмө асып ебәргәндәр.
Ҡул эштәре – үҙенә башҡа ҙур һәм мауыҡтырғыс шөғөлө ул Вәсилә Шәйхетдин ҡыҙының. Милли кейем тегә, селтәр, һаҡал, ҡашмау эшләй, ырғаҡ, энә менән әйберҙәр бәйләй, сатрашлап картиналар сигә, тамбур сигеүен, балаҫ һуғыуҙы ла үҙләштергән. Ауылда оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, әхирәттәренә үҙе белгәндәрҙе өйрәткән. «Ҡайнауыҡ» төркөмө сәхнәгә күҙ яуын алып торған милли кейемдә сыҡҡан икән – унда Вәсилә Шәйхетдин ҡыҙының да хеҙмәте бар.
Терәге, ярҙамсыһы, аңлаған кешеһе – тормош иптәше Вилюр Мөсәлим улы – һәр саҡ эргәһендә уның. Өс бала тәрбиәләп үҫтергән был матур парҙың дөйөм мауығыуы ла бар. Вәсилә менән Вилюр Камалетдиновтар – марафонсылар! Рәсәйҙең бик күп ҡалаларында һәм сит илдәрҙә үткән ярыштарҙа ҡатнашҡандар. Етенсе тиҫтәне ҡыуып барһалар ҙа, иң көслөләр һәм сыҙамлылар спортын ташламай улар.
Читайте нас: