+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
8 Сентябрь 2020, 12:08

Ванна – ял урыны!

Йәмле, күркәм, күңелгә ятышлы бәләкәс кенә бүлмәлә кәрәкле әйберҙәрҙе тиҙ генә табаһығыҙ. Уны таҙалыҡта һәм тәртиптә тотоу өсөн саҡ ҡына ваҡыт та етә. Бынан таҙарынып ҡына түгел, иртән – көнгә етерлек дәрт алып, кис ял итеп сығаһығыҙ... Был хыялдар һеҙҙекеме? Әйҙәгеҙ, ванна бүлмәһен ойоштороу буйынса Гөлфирә ҠОТЛОЕВАНЫҢ кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ.

Ваннаға ремонт яһар алдынан уҡ ҡайҙа нимә торасағын уйлау кәрәк, әлбиттә. Бында сәсегеҙҙе киптерәһегеҙме? Электр приборҙары ҡулланаһығыҙмы? Фен өсөн розетканы көҙгө янында ҡалдырыу яҡшы булыр, кер йыуыу машинаһы хаҡында ла онотмағыҙ. Көнкүреш химияһы, йыуғыс-биҙрәләр ҡайҙа һаҡланасаҡ? Раковина, ваннаның бейеклеген ни сама ҡуяһығыҙ? Быларҙың береһен дә күҙ уңынан ысҡындыр­маһағыҙ, оторһоғоҙ ғына.
Ванна бүлмәһен төрлө яҡтан фотоға төшөрөп алығыҙ. Шкафтарҙың ишеген асығыҙ, һәр кәштәне, тартманы төшөрөгөҙ. Экран аша үҙ әйберҙәрегеҙгә бағығыҙ. Барыһы ла һеҙ теләгәнсәме? Нимә оҡшамай? Эште анализлауҙан башлағыҙ.
Күркәмлек ҡорбан талап итәлерме-юҡмы, әммә матур булыр өсөн ҡатын-ҡыҙға кәрәкле нәмәләр, ысынлап та, байтаҡ ҡына урынды ала. Шулай ҙа уйлап ҡарағыҙ әле: ошо тиклем косметик сараның барыһын да ҡулланаһығыҙмы?
Бөтә биҙәнеү-төҙәнеү әйберҙәрен ҡарап, түбәндәгеләрҙе йәлләмәйсә ташлайбыҙ:
  • ҡулланыу ваҡыты үткән әйберҙәр (уларҙы артабан да тотоноу зарар килтереүе бар);
  • һеҙгә оҡшамаған нәмәләр (кибеттән алып ҡайтып, бер тапҡыр тотоноп ҡаранығыҙ ҙа, оҡшамағас, һалып торҙоғоҙ. Моғайын, киләсәктә тә ҡулланмаҫһығыҙ);
  • бушаған шешәләр, һауыттар.
  • Яҡшы сифатлы, яңы, әммә төҫө, еҫе йә башҡа үҙенсәлеге менән оҡшамаған әйберҙәрҙе таныштарығыҙға тәҡдим итегеҙ.
    Запасҡа алынған кәрәк-яраҡты, ваннала урын булмаһа, икенсе бүлмәлә һаҡларға мөмкин, әйтәйек, үткелектә (прихожая).
    Асыҡ кәштәләрҙә әйберҙәрҙең күп булыуы, банкаларҙағы реклама, яҙыуҙар визуаль шау-шыу тыуҙыра. Уларҙы бер иш кәрзиндәрҙә һаҡлаһағыҙ, күрер күҙгә бик күркәм булыр. Шампунь, гель кеүек нәмәләрҙе бер төҫтәге һауыттарға ҡойоп, үҙегеҙгә оҡшағанса ярлыҡ эшләргә лә мөмкин.
    Ванна бүлмәһен ҙурыраҡ итеп күрһәтергә теләһәгеҙ, төрлө әйберҙәрҙең тышында яҙылған яҙыуҙарҙан ҡотолоғоҙ, таҫтамалдарҙың бер төрлөһөн элегеҙ.
    Кер йыуыу машинаһы, унитаз өҫтөндә ҙур булмаған шкаф элергә мөмкин. Унда таҫтамал, косметика, фен, ҡырынғыс, көнкүреш химияһын һаҡларға була.
    Таҫтамалдарҙы – йылына бер, көн һайын ҡулланғандарын хатта ярты йыл үтеү менән алмаштырырға кәрәк.
    Раковина алдында бер төрлө бәләкәс кәрзиндәр, акрил органайзерҙар, селтәрле кәштәләр ҡуйыу уңайлы ла, матур ҙа.
    Бәләкәстәрегеҙҙең һыу ингәндә уйнай торған тәтәйҙәрен тишекле контейнер йә тоҡсайҙарға һалып элеп ҡуйһағыҙ, ул яҡшылап кибеп торор, туҙан да ҡунмаҫ.
    Ванна аҫтындағы бушлыҡты, плиткаға төҫө тура килгән панелдәр менән ябып, сепрәк-сапраҡты, өй таҙартыу сараларын һаҡлауға йәтешләргә мөмкин. Контейнерҙарға һалып ҡуйһағыҙ, тартып алыуы уңайлы булыр.
    Косметиканы дымлы урында һаҡлау кәңәш ителмәй. Тик күптәрҙең тап ошонда биҙәнеп-төҙәнергә ғәҙәтләнгәнен, шулай уҡ хәҙерге ванна бүлмәләрендә, иҙәне йылытылыу арҡаһында, дымдың артыҡ күп булмауын иҫәпкә алһаҡ, көн һайын ҡулланылған биҙәнгестәрҙе бында тотоу урынлы икәне аңлашыла. Был шулай уҡ таҫтамалдарға, өйҙө таҙартыу сараларына ла ҡағыла.
    Көнкүреш химияһын ярты йыл һайын тикшереп тороуҙы ғәҙәткә индерегеҙ: ҡулланыу ваҡыты үтмәгәнме? Косметика менән дә шулай.
    Агрессив саралар унитазды таҙартырға ҡулай, ә ваннаның һәм раковинаның йоҡа эмален ашауы бар. Улар өсөн иң яҡшыһы – сода һәм аш һеркәһе.
    Резина балаҫты ҡул менән йыуырға тура килә, ә туҡыманан булғанын кер йыуыу машинаһына һалһаң да ярай.
    Үҙегеҙгә «таҙалыҡ утрауы» булдырығыҙ. Көн һайын йоҡлар алдынан сантехниканы таҙартып алһағыҙ, эзбиз ултырмаҫ, тимәк, аҙаҡтан уны оҙаҡлап йыуып тороу ҙа кәрәкмәйәсәк.
    Көҙгөлә, сантехникала төрлө эҙҙәр ҡалмаһын өсөн аш һеркәһе иретмәһе менән һөртөү етә.
    Сантехникаға ялтырауын ҡайтарырға, зарарлы бактерияларҙы үлтерергә спирт ярҙам итә.
    Плиткалар араһындағы йөйҙәрҙе теш щеткаһы менән таҙартыу йәтеш. Сода, аш һеркәһе, нашатырь спирты, ваҡ тоҙ ҡулланырға мөмкин.
    Йыйыштырыу өсөн щеткаларҙы, сепрәктәрҙе ике айға бер алмаштырып тороғоҙ, юғиһә улар таҙартыу урынына бактериялар сығанағы булып тороуы бар.

    Ольга ҠОТЛОЕВА фотолары.

    Автор:Гөлшат Ҡунафина
    Читайте нас: