-21 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
12 Август 2020, 17:29

Ваҡ-төйәкте нисек һаҡларға?

Яулыҡ, шарф, бирсәткә, сумка, муйынса, беләҙек... Кейемде тулыландырған, ниндәйҙер стилде һайларға, булмышыбыҙҙы асырға ярҙамлашҡан аксессуарҙар ҡатын-ҡыҙ әйберҙәренең байтаҡ өлөшөн биләй. Өй ойоштороусы Гөлфирә ҠОТЛОЕВА бөгөн иғтибарҙы тап ошондай әйберҙәргә йүнәлтергә тәҡдим итә.

Сумка – гүзәл заттың «айырылғыһыҙ юлдашы». Унда ҡапыл ғына кәрәк булған күп нәмәне табырға була. Кемдер һәр кейеменә, төрлө осраҡҡа тап килтереп әллә нисәүҙе алһа, икенселәр бер үк яратҡан сумкаһын тотоп йөрөүҙе хуп күрә.
Өй ойоштороу буйынса үҙ методикаһын булдырған, ошо темаға яҙылған китаптар авторы Мари Кондо көн һайын, ҡайҙалыр йөрөп ҡайтҡас та, сумканы тулыһынса бушатырға кәрәк, тип һанай. Был әйберҙәр өсөн махсус батмус йә башҡа һауыт тоторға була. Икенсе көн иһә кәрәкле нәмәләрҙе генә һалып алып, сығып китәһең. Көн һайын сумка алмаштырырға яратҡан ханымдар өсөн былай итеү, ысынлап та, бик уңайлы. Асҡыс, телефон кеүек кәрәкле әйберҙәр «теге сумканың кеҫәһендә» онотолоп ҡалмай.
Бер үк сумканы йөрөтөргә яратҡандарға ла, көн һайын уҡ булмаһа ла, айына бер барлыҡ әйберҙәрҙе сығарып, иҫкергән чек-ҡағыҙҙарҙы, башҡа нәмәләрҙе ташлап, һөртөп-йыуып алыу кәрәк. Эйе, өҫ, аяҡ кейеме кеүек, сумка, аҡса янсығы ла һөртөп-таҙартып тороуҙы ярата.
Сумкала ҡулланған әйберҙәрҙе генә йөрөтөгөҙ. Косметиканың бәләкәс вариантын алырға йә ҙур булмаған һауытҡа ҡойоп алырға мөмкин. Күп етештереүселәр һынау вариантын («пробник») сығара, улар йөрөтөүгә еңел булыуы менән уңайлы. Сәйәхәт өсөн махсус флакондар сығарыла хәҙер. Фитнес менән шөғөлләнеүселәргә, спортсыларға үҙе менән йөрөтөү өсөн крем, шампунь, душта ҡойоноу шыйыҡсаһын шундай һауыттарға ҡойоп алыу йәтеш.
Сумкала бер нисә ябыулы шыптыр (зип-пакет) йөрөтөү яҡшы. Бассейндан сыҡҡас, һыу инеү костюмын шунда һалып алһағыҙ, эргәһендәге нәмәләр ҡоп-ҡоро килеш ҡалыр. Балалар менән йөрөгәндә лә уңайлы улар. Ҡышын еүешләнгән бирсәткә-бейәләйҙәрҙе һалып алырға ярай, бәләкәстәр менән йөрөгәндә башҡа ваҡ-төйәк тә күп була торған.
Әйберҙәрҙе урама рәүешендә төрөп һалһағыҙ, сумкала урынды аҙыраҡ биләрҙәр.
Төрлө магазиндарҙың пластик клуб карталары байтаҡ йыйылып китә. Хәҙер уларҙың күбеһенең электрон варианты йә телефонға ҡуйыла торған ҡушымталары бар икәнен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
Ҡулаҡсаны ла хәҙер күпләп йөрөтмәйбеҙ. Бәлки, янсыҡтың бәләкәсерәген һайларғалыр?
Сумкала күп тапҡыр ҡуллана торған туҡыма сумка йөрөтһәгеҙ, кибеткә ингән һайын пакет алырға тура килмәҫ, тирә-яғыбыҙҙы һаҡлауға шулай бәләкәс кенә үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алабыҙ бит. Бындай сумкаларҙың төрлөһөн һаталар, үҙегеҙ тегеп алһағыҙ ҙа була.
Сумкаларығыҙ күп икән, уларҙы:
  • шкафтың иң өҫкө кәштәһендә;
  • комод, шкаф йә карауат аҫтындағы тартып асыла торған йәшниктә (вертикаль рәүештә йә бер ҡат итеп һалабыҙ);
  • шкафтың иң аҫҡы кәштәһендә (штангалағы кейемдең оҙонлоғо тура килһә);
  • штангала (урын күп булғанда, махсус элгестәр ҡулланырға мөмкин);
  • ишеккә ырғаҡтар ҡуйып (бөтөнләй урын булмағанда мөмкин, тик саң йыясаҡ, күҙ алдында торасаҡ);
  • өҫкө кейем өсөн иҙәнгә ҡуйылған элгестә;
  • гардероб бүлмәһендәге махсус урында (быныһы, әлбиттә, күптәр хыялланған иң уңайлы урын) һаҡларға мөмкин.
  • Сумкаларҙы һаҡларға алып ҡуйыр алдынан ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе иҫтә ҡалдырайыҡ.
    1. Тулыһынса бушатабыҙ.
    2. Оҙон бау-ҡайыштарҙы эсенә һалабыҙ. Артыҡ тығыҙ итеп тултырмайбыҙ, бөкләмәйбеҙ.
    3. Йомшаҡ күн сумканы туҡыма тоҡҡа һалабыҙ, ул шулай сыйылмаҫ.
    4. Сумканың формаһы боҙолмаһын өсөн, эсенә бөкләнгән ҡағыҙ йә сезонға тап килмәгән шарфтарҙы һалып ҡуйырға була. Бәләкәй сумкаларҙы ҙурының эсенә һалып һаҡларға ла мөмкин.
    5. Батареяларҙан алыҫыраҡ ҡараңғы, ҡоро урында һаҡлаһағыҙ, йәтеш булыр.
    6. Биҙәүестәрҙе, ҡайыштарҙы бер һауытҡа барыһын бергә һалып ҡуйыу сифатын кәметә. Әлбиттә, махсус элгестәр ҡулланыу бик матур. Шкафтың ишегенә ырғаҡтар беркетеп элергә мөмкин. Ҡумталарға, йәшниктәргә һалһағыҙ, һәр береһен айырып ҡуйырға кәрәк.
      Ҡайышты урап, һәр береһен айырым бүлемгә һалып һаҡлау яҡшы. Бындай һауыттар туҡыманан, ағастан, акрилдан эшләнә. Йәшниктәрҙе кәрәкле үлсәмдәрҙә үҙегеҙ бүлеп сыҡһағыҙ ҙа була.
      Башлыҡ, бирсәткәләр ишек төбөндә йыйылып китеүсән. Туҙып йөрөмәһен өсөн, уларҙы контейнерҙарға урынлаштырыу яҡшы. Берәүһенә – бейәләйҙәрҙе, икенсеһенә – башлыҡтарҙы... һалырға мөмкин.
      Аксессуарҙар өсөн һәр ғаилә ағзаһына айырым контейнер тоторға ла була. Уларҙы вертикаль рәүештә һалыу бик уңайлы.
      Шарфтарҙы элеп ҡуйыу ҙа яҡшы.

      Ольга ҠОТЛОЕВА фотолары.

      Автор:Гөлшат Ҡунафина
      Читайте нас в