Боронғо тәңкәләр менән биҙәлгән түшелдерек, селтәрҙәр уны айырыуса ҡыҙыҡһындыра. Башта Рузилә был биҙәүестәрҙе туғандарына, таныштарына бүләккә эшләй. Һуңынан башҡалар ҙа үтенес менән килә башлай. Даими рәүештә килем килтерерлек булмаһа ла, уның селтәр менән булашыуы күңеленә ял, йәшәүгә дәрт бирә. «Маҡсатым – был шөғөл менән аҡса һуғыу түгел, ә милли биҙәүестәребеҙҙе таратыу, модаға индереү. Был мауығыуым ҡартәсәйҙән киләлер, 80 йәшен үтһә лә, беҙҙе һаман һоҡланғыс эштәре менән ҡыуандыра ул», – ти оҫтабикә.