-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
8 Июль 2020, 16:03

Һәр ерҙә лә кәрәк тәртип

Йәй – ял осоро. Күптәр был миҙгелде ҡаланан ситтә, тәбиғәт ҡосағында үткәрергә ынтыла – баҡсала, дачала, ауылда... Һәр ерҙә лә үҙебеҙгә уңайлыҡтар тыуҙырып, донъяға ҡот ҡундырыу – гүзәл затҡа хас сифаттыр. Өй ойоштороусы Гөлфирә ҠОТЛОЕВАНЫҢ бөгөнгө кәңәштәрен ҡала фатирындағы балконды, дачаны, гаражды тәртипкә килтереү өсөн ҡулланырға була.

Электән нығынған йәшәйешебеҙ шулай ҡоролған: яңыны һатып алһаҡ, иҫкеһен балконға сығарып ҡуйырға йә баҡсаға алып барып һалырға күнеккәнбеҙ. Был мебелгә лә, кейем-һалымға ла, бөтә төрлө ваҡ-төйәккә лә ҡағыла. Һөйөнөскә күрә, һуңғы йылдарҙа был ғәҙәттән бер ни тиклем арынып барабыҙ шикелле. Шулай ҙа тормош ысынбарлығынан ҡасып булмай – киң, ҙур фатир һәр кемдә лә юҡ. Шуға ла әйберҙәрҙең бер өлөшөн барыбер ҙә шул балконда йә дачала һаҡларға мәжбүрбеҙ.
Асыҡ; ябыҡ, әммә йылытылмаған; ябыҡ, йылытылған балкондар була.
Ябыҡ, йылытылған балконға эйә икәнһегеҙ, бик яҡшы. Бында өйҙәге кеүек үк йылы. Уны үҙегеҙгә эш урыны йә ижади хыялға бирелеү мөйөшө итеп ойошторорға мөмкин. Балаларға уйын өсөн бүлергә теләһәгеҙ, уйынсыҡтарын ошонда ҡуйырға була. Өҫтәл уйындары сәбәбе менән ошонда бөтә ғаиләне йыйырға ҡулай. Ял итеү зонаһы ойоштороу бигерәк отошло. Аш-һыу бүлмәһенән сыҡҡан балконда сәй эсеү күңелле.
  • Эскәмйә-комод йә пуфик бик уңайлы. Улар ял итеү өсөн дә, әйбер һаҡлауға ла йәтеш. Уны төрлө вариантта эшләргә мөмкин.
  • Тар урында өҫтәлде, үлсәмдәргә тап килтереп, йыйылмалы итеп эшләп ҡуйып була. Эргәһенә ырғаҡтарға ултырғыстарҙы элергә мөмкин.
  • Балконда әйберҙәрҙе һаҡлау өсөн иң уңайлыһы – иҙәндән түбәгә тиклем ҙурлыҡтағы стеллаж. Уны үлсәмдәргә тап килтереп эшләтеп алыу бик яҡшы. Бер төҫтәге контейнерҙарға һалынған әйберҙәр күрер күҙгә күркәм генә. Уларҙа нимә һаҡланғанын яҙып ҡуйһағыҙ, аҙағынан эҙләү ауырлыҡ тыуҙырмаҫ. Барыһы ла күренеп торғанын яратмаһағыҙ, стеллажды уралма (рулонлы) шаршау менән ҡапларға мөмкин.
  • Шкаф-купе ҡуйыу ҙа уңышлы.
  • Машина тәгәрмәстәре, велосипед, саңғы кеүек әйберҙәрҙе стенала ныҡлы ырғаҡ менән элеп ҡуйырға була.
  • Магнитлы бысаҡ тотҡостар ҙур булмаған эш ҡоралдарын да яҡшы тота.
  • Эш ҡоралдарын металл селтәргә элеп ҡуйыу ҙа – отошло алым.
  • Сөй-шөрөп кеүек ваҡ кәрәк-яраҡты пластик банкаларҙа һаҡлау йәтеш. Уларҙы ҡапҡасынан кәштәнең аҫ яғына беркетеү урынды аҡыллы ҡулланыуға булышлыҡ итер. Ошо уҡ алымды тегеү-бесеү менән мауыҡҡандарға ла төймә-сәйләнде һаҡлау өсөн тәҡдим итергә мөмкин.
  • Тәҙрә аҫтындағы стенала уйым булһа, уны ла «эшкә ҡушабыҙ». Киң булмаған кәштәләр консерваланған аҙыҡ-түлек, бушаған банкаларҙы һаҡлау өсөн бик тә йәтеш.
  • Ғаиләгеҙгә йылына күпме ҡайнатма, турама кәрәклеген яҡынса беләһегеҙ бит. Шунса банка ғына тотоғоҙ. Бушағанын кире урынына ҡуйһағыҙ, ҡайһыһы артыҡ икәне аңлашылыр. Уларҙы ташлау кәрәкмәй, артығын һөт, бал һатыусыларға тәҡдим итһәгеҙ, ҡыуанып алырҙар, үҙегеҙгә ташлама ла яһарҙар әле.
  • Асыҡ балконда әйбер һаҡлау уңайһыҙ. Ямғыр, ҡар – еүешләтә, ҡояш – ҡыҙҙыра, төҫөн «ашай»... Бындай балкон сәскәләр үҫтереү өсөн йәтеш. Яҙҙан алып көҙгә тиклем матур ял итеү, сәй эсеү, китап уҡыу урыны ойошторорға була. Кер киптереү өсөн дә бик уңайлы ер.
    • Өҫтәл-ултырғыстарҙың ныҡлыһын, еүештән һәм ҡояштан «ҡурҡмағанын» ҡуйырға кәрәк. Сәй эсеү өсөн кәрәк-яраҡты ошонда уҡ пластик һауыттарға һалып һаҡларға мөмкин. Шундай уҡ контейнерға бер нисә китап сығарып ҡуйғанда ла була.
    • Кер элгесенең иҙәндә торғанын түгел, түбәгә беркетелгәнен ҡуйһағыҙ, аяҡ аҫтығыҙ бушар. Ундайҙы кәрәкмәгәндә йыйып алырға була.
    • Ябыҡ, әммә йылытылмаған балкондарҙа шулай уҡ ҡыш – ныҡ һыуыҡ, йәй бик эҫе була. Бында һаҡланған әйберҙәр эҫелә ирей, һыуыҡта сатнап бара, шуға ла тиҙ боҙолоуы ихтимал. Стеллаж металдан йә сыҙамлы яҡшы сифатлы пластиктан булһын.
      Балконда нимәләр һаҡланғанын беләһегеҙме? Ҡасан һуңғы тапҡыр ҡулландығыҙ уларҙы? Ошо һорауҙар бөтә өйҙө йыйыштырғанда ла ярҙам итеүен онотмайыҡ. Йыш ҡына бында һаҡланған әйберҙәрҙең өстән бер өлөшө кәрәкмәгән булып сыға.
      Балкон – фатир менән урам араһындағы урын. Унда һаҡланған әйберҙәрҙең еҫе саф һауа менән бергә беҙҙең өйгә ағыла. Үҙҡурсаланыу осоронда күптәр өсөн балконда тороу тышҡа сығып йөрөүҙе алмаштырҙы. Шуға ла уны сүп-сар менән тултырмайыҡ, тар ғына «өҫтәмә бүлмәнең» һәр метрын аҡыллы файҙаланайыҡ.
      Гараж – автомобилдең «йәшәү урыны» ғына түгел, бында шулай уҡ машина кәрәк-яраҡтары, эш ҡоралдары ла һаҡлана. Уны төҙөгәндә үк шуларҙы иҫәпкә алырға кәрәк, әлбиттә. Бында бер яҡлап стеллаждар урынлаштырыу яҡшы.
      • Күптәр гараждың өҫкө яғына әһәмиәт бирмәй. Түбә һалһағыҙ, таҡта-фанера, тәгәрмәстәр, ҙур төҙөлөш материалдарын һаҡлау өсөн шунан да яйлы урын юҡ.
      • Баҡса кәрәк-ярағын уңайлы итеп стенаға элеп ҡуйырға мөмкин.
      • Иҫке мебелде ҡайҙа ҡулланырға мөмкин? Әлбиттә, гаражда! Бер төҫкә буяп та ебәрһәгеҙ, тағы әллә нисә йыл хеҙмәт итер әле.
      • Аш-һыу бүлмәһен яңыртҡандан ҡалған әйберҙәрҙе лә бындағы нәмәләрҙе һаҡлау өсөн яйларға була. Мәҫәлән, ҡалаҡтар өсөн һауыт, магнитлы бысаҡ тотҡостар отверткаларҙы һаҡлау өсөн йәтеш. Төрлө һауыттарға, ҡалай йә пластик банкаларға сөйҙәрҙе, шөрөп-гайкаларҙы тултырырға була. Иң мөһиме – һауыттың ҙурлығы унда һаҡланған әйберҙең күләменә тап килһен. Өс ҡаҙаҡ өсөн ҙур биҙрә тотоу кәрәкмәй.
      • Йыш тотонған ҡоралдарҙы бер сумаҙанға йыйып ҡуйырға мөмкин. Кәрәк саҡта уны тотоп сығып китеү уңайлы.
      • Автомобиль майҙары, башҡа кәрәкле шыйыҡсалар киң булмаған, ике яҡтан ситтәре ябылған кәштәләрҙә йығылып түгелмәҫ.
      • Гараждағы әйберҙәрҙе барлап, уңайлы итеп ойоштороуға бер нисә көнөгөҙҙө бүлһәгеҙ, ирегеҙ йыл буйына рәхмәт уҡыр. Әлбиттә, был эштәрҙе бергәләп башҡарырға кәрәк. Эш мәлен тормош иптәшегеҙ менән бергә ваҡыт үткәреү өсөн мөмкинлек итеп ҡараһағыҙ, үҙегеҙгә күңелле булыр, эшегеҙ ҙә ырар. Матурлыҡ һәм уңайлыҡ тыуҙырыу – ҡатын-ҡыҙҙың булмышында бит.

        Гөлфирә ҠОТЛОЕВА фотолары.

        Автор:Гөлшат Ҡунафина
        Читайте нас: