Иглин районының Турбаҫлы ауылында йәшәүсе, «Селтәр» түңәрәгенең әүҙем ағзаһы Ғәбиҙә Вәлиева республикаға Ҡурған тарафтарынан күсеп килгән. Бөгөн ул Башҡортостанда тыуған төйәге кейем өлгөләрен, көнкүреш әйберҙәрен эшләүгә һәм пропагандалауға ифрат ҙур көс һала. Нағышлап сигелгән күлдәктәр, яҫтыҡ тыштары, япмалар, ашъяулыҡтар, алъяпҡыстар – уларҙың һәр береһенә хужабикәнең алтын ҡулдары ҡағылған.
– Әсәйем Хәйербаныу бик оҫта булды. Ҡурған яҡтарында беҙҙең төп кәсеп – ҡул эше. Сафакүл районы Ҡалмаҡ-Әбдрәш ауылында йәшәнек. Апайым Йәмилә менән иҫ белгәндән сигеү-тегеү менән мәшғүл булдыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙарға күҙҙең яуын алырлыҡ ашъяулыҡтар, алъяпҡыстар, күлдәктәр тегеп бирә инек. Сигелгән кейемдәрҙе тоҡом күлдәктәре тип йөрөтәбеҙ, улар өсөн тик тәбиғи материалдар ҡулланыла. Ҡурғандарҙа тегелгән, сигелгән әйберҙәр бик популяр һәм ул урындағы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кәсеп, табыш сығанағы булып тора. Беҙҙең яҡта электән гүзәл заттың башында мотлаҡ ҡушъяулыҡ – француз яулығы булған, – ти Ғәбиҙә апай.