+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
1 Июнь 2020, 16:42

Баланың – үҙ донъяһы

Бала – бәғер ите. Бәләкәстәребеҙ өсөн иң матурын, иң татлыһын, иң яҡшыһын бирергә әҙербеҙ. Баланың бүлмәһе – үҙе бер серле донъя ул. Йыш ҡына кескәйҙәрҙең әйберҙәре ата-әсәһенекенә ҡарағанда ла күберәк булып китә. Гөлфирә ҠОТЛОЕВА бәләкәстәр бүлмәһен дөрөҫ ойошторорға ярҙам итер.

Баланың бүлмәһен дүрт зонаға бүләбеҙ
Һаҡлау урыны. Кейем-һалымды урынлаштырыу тураһында үткән һандарҙың береһендә һөйләштек, шуға был темаға артыҡ туҡталып тормайбыҙ. Баланың әйберҙәрен һаҡлау урыны уңайлы булырға тейешлеген генә һыҙыҡ өҫтөнә алып үтәйек. Әйткәндәй, бәләкәстең шкафында штанганы ике ҡат итеп ҡуйырға мөмкин. Аҫҡыһына үҙе алып кейә торған әйберҙәрҙе эләбеҙ, өҫтә иһә байрамдарҙа кейә торған, миҙгелгә тап килмәгән нәмәләрҙе һаҡлайбыҙ. Үҫә килә аҫҡы яҡҡа – салбар-итәктәрҙе, өҫкөһөнә блузка-күлдәктәрҙе ҡуйырға мөмкин. Тағы ла бер теләк: тиктормаҫ, шуҡ бәләкәстәр бүлмәһендә шкафтарҙы стенаға мотлаҡ беркетеп ҡуйһағыҙ ине. Хәүефһеҙлек – тәүге урында.
Йоҡо урыны. Буйына тап килгән карауат, матрасы ҡаты булһа яҡшыраҡ. Карауат өҫтөнә кәштәләр элмәү хәйерле. Унда донъя картаһы, тыныс ҡына темаға һүрәт ҡуйырға мөмкин.
Уйнау урыны. Бала өсөн уйын бик мөһим. Бының өсөн айырым урын бүлеү зарур. Тик бәләкәсте бәхетле итер өсөн уйынсыҡтарҙың күплеге мотлаҡ түгел. Иң мөһиме – улар хәүефһеҙ булһын, сабыйҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә ярҙам итһен. Артыҡ тәтәйҙәр балаға иғтибарын тупларға ҡамасаулай. Етмәһә, улар барыһы бер ҙур ҡапсыҡта йә йәшниктә һаҡланһа. Яратҡан машинаһын эҙләй башлағанда, ул башҡа уйынсыҡтарға әүрәп, йәшникте ниңә асҡанын да онотасаҡ.
6 айға тиклем сабыйҙың, ғәҙәттә, «йырсы» әйләнмәле уйынсығы, шалтырауығы, резина тәтәйе була. Ярты йәштән һуң теш сыҡҡанда ҡуллана, төрлө тауыш сығара торған уйынсыҡтары өҫтәлә. Бәпес уйнағандан һуң уларҙы йыуып, киптереп, кәрзингә йә башҡа һауытҡа һалып ҡуйыу уңайлы.
Йәше тулғанда бала туп, шаҡмаҡтар, тотоп атлай торған тәгәрмәсле уйынсыҡтар менән «байый». Тәтәйҙәр асыҡ кәштәлә һаҡланһа, ул үҙе теләгәндә алып уйнай ала. Әле һөйләшә белмәгән бәләкәс нимә теләгәнен һеҙгә аңлатып аптырамаһын өсөн, уйынсыҡтарҙың күҙе алдында булыуы яҡшы.
Өс йәшлек бала менән күп һанлы уйынсыҡтарҙы бергә ҡарап барларға, йыйыштырырға мөмкин.
  • Туптарҙы, йомшаҡ, ағас уйынсыҡтарҙы, йәнлектәрҙе, конструкторҙарҙы, ҡурсаҡтарҙы, машиналарҙы, һауыт-һабаны... – уйынсыҡтарҙың һәр төрөн айырым үтә күренмәле һауытҡа һалып һаҡлау яҡшы. Тышына нимә һаҡланғанын яҙырға йә һүрәт йәбештерергә мөмкин.
  • Бер төрлө йә әле балаға ҡыҙыҡ булмаған, йәшенә тап килмәгән уйынсыҡтарҙы айырым һауытҡа тултырып алыҫҡараҡ ҡуйығыҙ. Башҡа әйберҙәренән ялҡып китһә, ошо ҡумтаны сығарырһығыҙ, был «яңы» уйынсыҡтар, бәпесегеҙҙе ҡыҙыҡһындырып, һеҙгә байтаҡ ваҡыт бүләк итер.
  • Пазлдарҙы ҡумтаһынан алып ҡаптырмалы шыптырға һалһағыҙ, урынды байтаҡҡа аҙ биләр. Шыптырҙарҙы бер кәрзингә һалырға мөмкин.
  • Әйберҙәрҙе төргә бүлгәндә нимә етмәгәне, нимә артыҡ икәне асыҡ күренә. Олатай-өләсәйҙәренә, яҡын туғандарға бәләкәстең машинаһы күплеген, уға бүләккә ҡыҙыҡлы китап алып килеү яҡшыраҡ икәнен әйтеү һис тә яҙыҡ булмаҫ, киреһенсә, уларҙы бүләк һайлау мәшәҡәтенән ҡотҡарыр.
    Биш йәштә уйынсыҡтарҙы кәметә башлайбыҙ, уҡыуға әҙерләнәбеҙ.
    Эш (уҡыу) урыны. Көнүҙәк китап-дәфтәрҙәр яҡында булһын. Баланың эш урынын артыҡ сағыу түгел, асыҡ төҫтәрҙә ойоштороу кәңәш ителә. Ҡаршылағы стенаға төрлө һүрәттәр элеү кәрәкмәй – ул баланың иғтибарын икенсегә йүнәлтә, уҡыуға ҡамасаулай. Бары дәрестәр теҙмәһен генә ҡалдырығыҙ. Уҡыу өҫтәлендә тик уҡыуға ҡағылышлы әйберҙәр генә урын алһын.
    • Китап-дәфтәрҙе йәшниктә һаҡлауға ҡарағанда, кәштәлә вертикаль теҙеп урынлаштырыу күпкә отошло.
    • Ҡәләм, фломастер, бумала кеүек әйберҙәрҙе һәр береһен айырым һауытҡа (пеналға) һалайыҡ. Шул уҡ ваҡытта уларҙы еңел генә икенсе урынға алып барырлыҡ булһын. Балалар бер урында тик ултырырға яратмай бит – һеҙ аш бешергәндә эргәгеҙҙә, кухнялағы өҫтәлдә һүрәт төшөрөр, кәрәк икән, иҙәнгә алып төшөп китер.
    • Төҫлө ҡағыҙҙы, ҡатырғаны, һүрәт эшләү өсөн альбомдарҙы, буямдарҙы ла айырып папкаларҙа йә холдерҙарҙа һаҡлау уңайлы. Әҙер «шедеврҙар» өсөн дә урын бүлергә кәрәк булыр.
    • Китаптарҙың да яратҡанын, уҡығанын ҡалдырабыҙ. Асыҡ кәштәлә күренеп торһа, бәләкәсте үҙенә йәлеп итер. Йоҡлар алдынан әкиәт уҡый торған ғәҙәтегеҙ бар икән, кәштәне карауатҡа яҡын ҡуйығыҙ, уҡып бөтөү менән үрелеп кенә урынына һалырлыҡ булыр.
    • Балалар һүрәт төшөрөргә, әүәләргә ярата, төрлө ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһына. Уҡыусыларға ла мәктәптән һуң күңеленә ятҡан мауығыуы ял бирә. Ижади шөғөлдәр өсөн тәғәйен әйберҙәр ҡул аҫтында булһын. Тик уларҙы уҡыу әсбаптары менән бер үк урында һаҡламаҫҡа кәңәш ителә. Барыһы ла – иғтибар дәрестән ситкә йүнәлмәһен өсөн.
    • Гөлфирә ҠОТЛОЕВА фотолары.

      Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2020) һанында уҡығыҙ.

      Автор:Гөлшат Ҡунафина
      Читайте нас: