+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
28 Май 2020, 14:30

Күҙҙе иркәләр гүзәллек

Селтәр бәйләү оҫтаһы Асия Сабир ҡыҙы Вәлиева Ишембай районы Петровский ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ художество мәктәбендә белем ала. Өфөләге Мәскәү технология институтының филиалын тамамлап, технолог һөнәренә эйә була. Өфө көнкүреш хеҙмәтләндереү йортонда технолог, мастер булып оҙаҡ йылдар эшләй.

Ырғаҡ менән ул бала сағынан бәйләй. Башта әсәһе Тәслиә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Йосопованан өйрәнһә, аҙаҡ журналдарға ҡарап ошо гүзәллекте тыуҙыра. Хәҙер инде уның үҙенең өлгөләре ялтырауыҡлы, заманса журналдарҙа баҫыла. Төрлө ижади күргәҙмәләрҙә лә өлгөр ханым ихлас ҡатнаша.
Асия Сабир ҡыҙы ишле ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Ул – биш бала әсәһе. Балалары хәҙер, барыһы ла тормошта үҙ урынын табып, уға биш ейән бүләк иткән.
Асия Вәлиева иҫ киткес күлдәктәр, яғалар, бишмәттәр, иҙеүҙәр бәйләй, хатта пальтоһы ла бына тигән килеп сыға уның! Был ижад һәм күңел эше бик күп ваҡытты алһа ла, уның һөҙөмтәһе үҙен дә, кешеләрҙе лә һөйөндөрә. Уға теге йәки был әйберҙе бәйләп биреүен һорап өфөләр генә түгел, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан да мөрәжәғәт итәләр. Оҫтабикәгә гүзәллек тыуҙырыу үҙе бер бәхет, шуға ла ул ижадтан баш тартмай, яңынан-яңы иҫ киткес матурлыҡтар тыуҙырыуын дауам итә.
Читайте нас: