+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
12 Май 2020, 20:49

Тәү сиратта – уңайлылыҡ

Аш-һыу бүлмәһе – йорттоң «йөрәге» ул, тип шаярта күптәр. «Хужабикәнең эш бүлмәһе», – ти икенселәр. Көндө ошонда башлап, кисен тағы бында йыйылабыҙ. Бында матурлыҡ менән бергә уңайлылыҡ та хөкөм һөрөргә тейеш. Ғаиләбеҙ ишәйгән һайын, бүлмәләге әйберҙәр ҙә арта бара. Бихисап ваҡ-төйәкте ҡайҙа ҡуйып бөтөргә? Нисек урынлаштырырға? Өй ойоштороусы Гөлфирә ҠОТЛОЕВА кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ.

Ризыҡ әҙерләгәндә хәлдән тайып йығылмайыҡ, кәйефебеҙ күтәренке булһын, тиһәк, көнкүреште дөрөҫ итеп ойоштороу мөһим. Аш-һыу бүлмәһен зоналарға бүлеү уңайлы.
Һаҡлау урыны. Әлбиттә, күп аҙыҡ-түлек һыуытҡыста һаҡлана. Ярма, он, сәй, консерваларҙы иһә шкафҡа урынлаштырабыҙ. Хуш еҫле сәй, татлы тәмлекәстәр сәйнүк тирәһендәрәк торһон. Кәстрүлдәр, ҡыҙҙырыр өсөн май, тәмләткестәр – плитә эргәһендә. Ошонда уҡ аш сүмесе (ижау), «көрәк»тәр ҙә урын алһын. Әйберҙәрҙең күренеп тороуын яратһағыҙ, уларҙы рейлинг ярҙамында элеп ҡуйырға мөмкин. Барыһы ла ҡул аҫтында, уңайлы булһын.
Йыуыу урыны. Тәрилкә-сынаяҡтарҙы, сеүәтәләрҙе йыуғас та алыҫҡа йөрөтмәй, ошо тирәлә үк ҡуйып барыу йәтеш. Һыу аҡҡан ерҙә дымлыраҡ була, шуға ла аҙыҡ-түлекте алыҫыраҡ урынлаштырыу хәйерле. Раковина аҫтында, ғәҙәттә, сүп-сар һауытын ҡуйырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Әммә был мотлаҡ шарт түгел. Унда йәшниктәрҙә көн дә ҡулланған йәшелсәләрҙе һаҡларға мөмкин. Таҙартыу химияһын, сепрәк-губкаларҙы ла ошонда уҡ ҡуйып йөрөү уңайлы. Ишектең эске яғына йәбештерелә торған һауыттарҙы ҡулланып була.
Эш урыны, ғәҙәттә, раковина менән плитә араһында була. Ашамлыҡ әҙерләгән ерҙе мөмкин тиклем буш тоторға ынтылығыҙ. Ҡул аҫтында таҡта, бысаҡ кеүек йыш кәрәк әйберҙәр эленеп торһа, уңайлы.
Ризыҡ әҙерләү урынында турамалар ҡырҡабыҙ, бешкән ризыҡты тәрилкәләргә һалып тәҡдим итәбеҙ. Шуға ла ҡалаҡ, таҡта, шыптыр тоҡсайҙар алыҫ булмаһын. Көнкүреш техникаһының да урыны – ошонда.
Йылына бер тапҡыр аш-һыу бүлмәһен ҡарап, ни бар, ни юҡ икәнлеген тикшереп тороу ҡамасауламаҫ. Бөтә бүлмәне бер юлы йыуып-йышып сығыуҙы маҡсат итеп ҡуймайынса, яйлап, уйлап эшләргә кәрәк.
Көнкүреш техникаһы күп урынды ала. Бер генә функциялы әллә нисә төрлө әйбер йыйғансы, бер юлы төрлө эштәрҙе бөтөрөргә мөмкинлеге булған кухня комбайны уңайлыраҡ. Бер үк ғәмәлде башҡарған бер нисә гаджетығыҙ булһа, үҙегеҙ яратып ҡулланғанын ғына ҡалдырығыҙ. Сабыйҙарығыҙ бәләкәс саҡта алынған, ҡасандыр тәмлекәстәр әҙерләгән, әммә инде әллә нисә йыл буйы тик торған йогурт эшләгес менән тағы ла тотонорға уйлайһығыҙмы? Ауылда йәшәгән, һыйыр аҫрап, һөт ризыҡтарының төрлөһөн әҙерләргә ынтылған, бәләкәс балалары ла булған туғанығыҙға бүләк итһәгеҙ, бик ҡыуаныр ине... Ике сәйнүктең береһен эшкә алып барырға мөмкин. Ҡәһүә ҡайнатыу машинаһы менән йыш тотонаһығыҙмы? Әллә иҫкә төшкәндә генәме? Йыш ҡына кухня комбайны ит турағыстың да эшен башҡарырға һәләтле. Икмәк бешереү машинаһы, тостер, мультиварка, миксер... Быларҙың ҡайһы береһен көн һайын тотонаһығыҙ, икенселәренең бар икәнен дә иҫкә төшөрмәйһегеҙ. Кәрәктәрен генә ҡалдырыу урынлы булыр.
Бар техниканы бер тирәгә йыйыу яҡшыраҡ. Ауырҙарын аҫҡараҡ урынлаштырабыҙ. Блендер кеүек еңелен өҫкә ҡуйһаҡ да ярай. Көн һайын ҡулланғанын – яҡыныраҡ, һирәк тотонғанын алыҫҡараҡ урынлаштырабыҙ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2020) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: