+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
29 Апрель 2020, 14:43

Селтәрҙәрҙә – милли аң

Игеҙәктәр Әлиә менән Зәлиә Сиражетдиновалар селтәр эшләүгә бынан ике йыл элек тотонған. Улар Сибай ҡалаһының һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡыта, кескәйҙәрҙе һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәтә.

Икеһе лә кейәүҙә. Әлиәнең ике малай һәм ике ҡыҙы бар, Зәлиә ике ҡыҙ үҫтерә. Уларҙы был шөғөлгә әсәләре Зилә Хәмитйән ҡыҙы йәлеп итә: игеҙәктәргә селтәр һәм ҡашмау эшләп бирә. Артабан ҡыҙҙар үҙҙәре милли биҙәүестәргә тартыла. Эштән бушаған ваҡыттарҙа, кистәрен һәм ял көндәрендә тик селтәр менән булышалар. Һәр бер ижад емешен, күберәк кеше күрһен өсөн, фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә ҡуя баралар. Был матурлыҡтан нисек арбалмайһың? Күргәндәр ҡыҙҙарҙан селтәрҙе үҙенә лә эшләп биреүен һорай башлай. Әлиә менән Зәлиәнең биҙәүестәре бер төрлө генә түгел. Милли рух, тарихи хәтер, сағыулыҡ, иплелек бөркөлә уларҙан. Сөнки уларҙың бит һәр береһенә күңел йылыһы һалына.

Земфира Таһирова.

Сибай ҡалаһы.

Читайте нас: