-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
13 Апрель 2020, 16:13

Селтәрҙәре мәрйендән!..

Кемдер уны селтәр йә түшелдерек тип атай, ҡайһы бер ерҙәрҙә ул иҙеү, һаҡал тип тә йөрөтөлә. Нәҫелдән нәҫелгә, әсәйҙәренән төпсөк ҡыҙҙарына аманат итеп тапшырылып килгән түшелдеректәр ҙә бар. Уларҙа хатта 1770 йә 1836 йылғы тәңкәләрҙе лә табырға мөмкин. Сөмбөл Әлибаева селтәр эшенә 2018 йылда тотона. Зауыҡлы һәм төрлө стилдәге һәр бер селтәрен фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәге битендә урынлаштыра бара. Таныштары, туғандары араһында күҙҙең яуын алып торған милли биҙәүестәргә ҡыҙыҡһыныу һәм һорау барлыҡҡа килә. Сөмбөлгә ҡатын-ҡыҙҙар, үҙҙәренә лә эшләп биреүен үтенеп, мөрәжәғәт итә башлай.

Әлеге ваҡытта ул бәләкәй бала менән өйҙә ултыра. Шуға күрә таныштары уға: «Төндәрен йоҡламайһыңмы әллә, ҡасан өлгөрәһең? Ҡул эштәрең бигерәк матур, күҙҙең яуын алып тора!» – тип маҡтауҙар яуҙыра. Таныш булмаған кешеләрҙән дә хуплау һүҙҙәре ишетеп, Сөмбөл тағы ла ҡанатланып-дәртләнеп, бар күңелен һалып, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн матур биҙәүестәр эшләүен дауам итә.
«Теләк булһа, барыһына өлгөрәһең», – ти Сөмбөл. Йәш әсә алдына ҡуйған маҡсатына ирешмәй ҡалмай, һәр саҡ эштәрен урын-еренә еткереп, аҙағынаса башҡарырға күнеккән. Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәгән Сөмбөл Әлибаева тормош иптәше менән ҡыҙ һәм ул үҫтерә. Уның бала бағыуға бирелгән ваҡыты ошондай файҙалы һәм килемле шөғөл менән бергә үрелеп бара.

Земфира Таһирова.

Хәйбулла районы.

Читайте нас: