0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
8 Апрель 2020, 13:27

Кейемең нисек һаҡлана?

Экрандарҙан, витриналарҙан беҙгә көнөнә йөҙҙәрсә саҡырыу яңғырай: быны ал, ошоһо матур, тегеһе яҡшы... Мода ла әйләнгән һайын үҙгәреп тора. Ҡулланыусылар йәмғиәте өсөн беҙҙең кибеттән нимә лә булһа алып ҡайтыуыбыҙ кәрәк. Һөҙөмтәлә өйҙәребеҙ тулы матур-һәйбәт тауар, уларҙы ҡуйырға инде урын да етмәй... Һуңғы йылдарҙа хатта өй ойоштороу буйынса белгес һөнәре барлыҡҡа килде. Быны клининг – йыуыу-таҙартыу хеҙмәте менән бутарға кәрәкмәй. Өй ойоштороусылар тәҙрәгеҙҙе йыумай, саң да һөртмәй. Улар һеҙгә үҙ йортоғоҙҙа йәшәү уңайлы булһын өсөн һәр нәмәне дөрөҫ урынлаштырырға, хужалыҡты тәртипле ойошторорға ярҙам итә. Әлегә һирәк осраған ошо һөнәр эйәһе Гөлфирә ҠОТЛОЕВА журнал уҡыусыларға үҙ кәңәштәрен еткерә.

Эште кейем-һалымдан башлайыҡ – уларҙы барлап сығайыҡ. Тәүҙә өйөгөҙҙө, шкафтарығыҙҙы фотоға төшөрөгөҙ. Ултырғыс башында йыйылып киткән кофталарға ла, ишек төбөндәге тумбала ҡунаҡлаған бирсәткәләргә лә күнегеп кителә. Күҙ өйрәнгән нәмәләргә экран аша бағыу иһә үҙегеҙгә ситтән ҡарарға ярҙам итер. Нимә оҡшамай? Матур һәм уңайлы булһын өсөн ниҙе үҙгәртергә кәрәк? Ошо һорауҙарға яуап эҙләйбеҙ.
Кейем-һалымды шартлы рәүештә дүрт төркөмгә бүләбеҙ.
«Уйынсыҡ». Был төркөмгә беҙҙең йыш, хатта көн һайын тигәндәй ҡулланған кейемдәребеҙ инә. Яратҡан нәмәне йыртылһа ла ямап кейергә әҙербеҙ. Улар ҡыуандыра, һәр осраҡҡа тап килә, беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
«Эш ҡоралы». Был кейемдәрҙе кәрәк булған өсөн кейәбеҙ. Эш, мәктәп формаһы, умарталыҡта ҡорт ҡарау өсөн эшләпә, малға бесән һалғанда кейгән фуфайка кеүек әйберҙәр инә был төркөмгә. Уларҙың бурысы – беҙгә шатлыҡ килтереү түгел, ярҙам итеү.
«Ҡомартҡы». Өләсәйҙән ҡалған уҡалы камзул, туй күлдәге, сабыйҙың тәүге аҙым яһаған аяҡ кейеме... Был әйберҙәрҙе инде күптән кеймәйбеҙ, әммә улар беҙгә ҡәҙерле. Тик баланың һәр йәштәге кейемен һаҡлау кәрәкме икән? Иң иҫтәлекле, ҡәҙерле әйберҙәрҙе генә ҡалдырайыҡ, улар 1-2 ҡумтала ғына һаҡланһын.
«Кәрәкмәгән кейемдәр». Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шкафтағы кейемдең 80 проценты тик ятыусан. Төҫө буйынса бер итәккә лә тура килмәгән блузка, хаҡы төшкәненә ҡыҙығып алынған салбар, күптән тарайған кофта, танышыңдың юбилей тантанаһына тип махсус алған ялтыр күлдәк... йылдар буйы үҙ сиратын көтөп ята. Йыйыштырған һайын уларҙы бер урындан икенсеһенә күсереү, ҡағып-һуғыу өсөн генә лә күпме ваҡыт сарыф итәбеҙ! Шкафты асҡан һайын күҙгә салынып, аҡсаның, ваҡыттың бушҡа киткәнен хәтергә төшөрөп тора улар, шуның менән беҙҙең йәшәү көсөн һура. Байтаҡ сумма тотоноп алғас, ташларға йәлләйбеҙ. Сифатлы әйберҙәрҙе ташлау мотлаҡ түгел, ләкин уларҙан ҡотолоу сараһын күрегеҙ. Хәҙер төрлө һатыу сайттары бихисап. Бәлки, кемдер тап ошондай күлдәкте күптән эҙләп тә таба алмай йөрөйҙөр? Туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға тәҡдим итегеҙ. Кәрәк-яраҡ йыйған социаль ресурстар үҙәктәрендә лә был әйберҙәргә шатланырҙар. Һеҙҙә тик ятҡансы, кемгәлер хеҙмәт итеп ҡыуандырһын был кейем.

Кәңәштәрҙе

Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.

Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2020) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: