-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
2 Декабрь 2019, 12:40

Эшкә лә, байрамға ла

Гүзәл заттарға күркәм, нәфис образ тыуҙырыу өсөн ҡайһы саҡ муйынына шарф бәйләү ҙә етә. Был аксессуарҙы, ғәҙәттә, шаҡмаҡ йә өсмөйөш рәүешендә күҙ алдына килтерәбеҙ. Бөгөн билдәле дизайнер, «Сәрби» ательеһы етәксеһе Сайма ХӘСӘНОВА йәшенә лә, олоһона ла берҙәй килешкән уңайлы яулыҡ тегергә өйрәтә.

Гүзәл заттарға күркәм, нәфис образ тыуҙырыу өсөн ҡайһы саҡ муйынына шарф бәйләү ҙә етә. Был аксессуарҙы, ғәҙәттә, шаҡмаҡ йә өсмөйөш рәүешендә күҙ алдына килтерәбеҙ. Бөгөн билдәле дизайнер, «Сәрби» ательеһы етәксеһе Сайма ХӘСӘНОВА йәшенә лә, олоһона ла берҙәй килешкән уңайлы яулыҡ тегергә өйрәтә.
Был яулыҡ романтик, классик стилдәге кейемгә лә, эшлекле костюмға ла тап килә. Ябай ғына образды ла нәзәкәтле итеп ебәрергә һәләтле.
Йәйеп һалғанда яулыҡ «Г» хәрефен хәтерләтә. Әйткәндәй, башҡорт кейеменә бәйле һорауҙарығыҙ тыуып, интернетта «француз яулыҡ» тип эҙләһәгеҙ, ул һеҙгә тап ошо аксессуарҙың әллә нисәмә төрөн тәҡдим итер. Икенсе төрлө уны «фронтон» тип тә йөрөтәләр.
Бындай яулыҡты тегер өсөн беше булмаған йомшаҡ – «тыңлаусан» – туҡыма алына. Уның бөтәрләнеп бармағаны һәйбәт. Ебәк, бәрхәт, креп яҡшы. Төҫөн үҙегеҙҙең йөҙөгөҙҙө асҡанды һайлағыҙ.
80х140 сантиметр ҙурлығында туҡыма, биҙәк өсөн икенсе төҫтәге туҡыма киҫәге (ҙурлығы биҙәккә ҡарап алына, яҡынса 10 – 20 сантиметр), төҫтәре менән тап килгән сәйләндәр, еп, энә, ҡайсы, аҡбур, теген машинаһы кәрәк.
Был яулыҡтың һыҙмаһы ҡатмарлы түгел (1-се һүрәт). Уны ҡаты ҡағыҙға йә ҡатырғаға күсереп алабыҙ һәм ҡырҡабыҙ. Туҡыманы уртаға бөкләп һалабыҙ. Һыҙманы ҡуйып, аҡбур менән туҡымаға күсерәбеҙ (2-се һүрәт). Бесәбеҙ. Ошо мәлдә биҙәктәрҙе лә ҡағыҙға күсереп, урынын билдәләү яҡшы (3-сө һүрәт).
Тиҫкәре яғынан тегәбеҙ. Бер урынын текмәй ҡалдырып, шул еренән әйләндерәбеҙ, шунан күренмәй торған йөй менән матур ғына итеп тегеп ҡуябыҙ.
Яулыҡтың тар яғын 5-6 сантиметр бөгөп, элмәк яһайбыҙ (4-се һүрәт).
Икенсе туҡыманан аппликацияны ҡырҡып алабыҙ ҙа яулыҡҡа тегеп сығабыҙ. Ситенән сәйләндәр беркетеп биҙәйбеҙ. Беҙ сәйләндән ҡурай һүрәтен дә теҙҙек (5-се һүрәт). Һеҙ үҙегеҙсә биҙәй алаһығыҙ. Өлгө итеп Сайма апай тәҡдим иткән башҡорт биҙәктәрен ҡулланырға мөмкин (6-сы һүрәт).
Бындай яулыҡты «ябыныу» еңел, уңайлы. Муйынға һалабыҙ ҙа, ҡалын яғын элмәккә индереп, матурлап ҡуябыҙ. Ҡалын яғын элмәккә яртылаш кейҙереп, бант кеүек эшләргә лә була (Ике вариант та һүрәттәрҙә күрһәтелгән).
Образды тулыландырырға, башҡаларға оҡшамаҫҡа ярҙам итә был яулыҡ. Бар йәһәттән күркәм булайыҡ, әхирәттәр!

Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Автор:Гульшат Кунафина
Читайте нас в