Гөлназ ҡул эшенән башҡа үҙен күҙ алдына килтерә лә алмай. Бәйләй, тегә, шәхси йорттарының эсен дә, тышын да үҙенсәлекле итеп биҙәү менән мәшғүл. Бындай сәскәләрҙе ул үҙе эшләгән башлыҡтарҙы биҙәү өсөн эшләй башлаған, шулай мауығып киткән. Б ер-бер артлы ҡыҙҙары донъяға килгәс, дәрт өҫтәлгән генә. Көн һайын Гүзәл менән Асель, аллы-гөллө сәскәләрҙе тағып, береһе – мәктәпкә, икенсеһе балалар баҡсаһына ашыға. Ҡустылары Азамат иһә хәстәрле әсә ҡулдары эшләгән күбәләк-галстукты ғорурланып тағып йөрөй. Бәләкәстәрен яратып, ҡурсалап үҫтерә Гөлназ менән Дим Үтәбаевтар. Күп балалы татыу ғаиләгә матурлыҡҡа ынтылыу хас.