-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
28 Октябрь 2019, 12:27

Cәйнүккә юшҡын ултырһа

Реклама ни генә тип һайрамаһын, татырлы һыуҙы ҡайнатҡанда маҡтаулы сәйнүккә лә юшҡын ултыра. Уны йыуҙырыу өсөн хужалыҡ тауарҙары кибеттәрендә һатылған махсус сараларҙы ҡулланырға була. Әммә арзаныраҡ ысулдар ҙа бар.

1 балғалаҡ лимон кислотаһын 1 литр һыуҙа иретеп, сәйнүккә һалалар. Ҡайнатып, төнгөлөккә ҡалдыралар. Ә иртән яҡшылап сайҡатырға ғына ҡала. Лимон кислотаһы урынына аш һеркәһе ҡулланырға мөм­кин. Юшҡын тулыһынса бөтмәһә, ҡабатларға була.

Ошо ысул менән кер йыуыу машинаһын да таҙарталар. Кер йыуыу онтағы урынына 100 грамм лимон кислотаһы һалып, 90-95 градус эҫелектә буш килеш әйләндерәләр.
Читайте нас в