+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
7 Октябрь 2019, 17:13

Дәүәткә баҫтым тәңкә

Был башҡорт милли биҙәүесен республикабыҙҙың төрлө төбәгендә төрлөсә атайҙар. Дәүәт, хәситә, арҡыры яға... Журнал уҡыусылар һорауы буйынса, дәүәт эшләргә өйрәтеүен үтенеп, Өфө ҡалаһында йәшәгән дизайнер, башҡорт биҙәүестәре оҫтаһы Сәрүәр Аслаеваға мөрәжәғәт иттек.

Дәүәт өсөн 1,5 метр киңлегендәге 55 сантиметр оҙонлоғонда ҡыҙыл төҫ­тәге беше кизе-мамыҡ туҡыма, 75х55 сантиметр елемле туҡыма, тәңкәләр, ҡыҙыл төҫлө сәйләндәр, ныҡлы ҡыҙыл еп кәрәк. Ҡиммәтле таштарығыҙ булһа, уларҙы ла ҡуйырға мөмкин (өләсәйҙәребеҙ аҡыҡты хуп күргән). Линейка, аҡбур, энә, ҡайсы, теген машинаһы ҡулланабыҙ.
«Милли биҙәүестәребеҙ – быуындан-быуынға ҡомартҡы булып тапшырылыр изге әйбер ул. Шуға ла уны эшләгәндә сифатлы материал ҡулланырға кәңәш итәм», – ти Сәрүәр апай. Үҙе ул туҡыманың махсус кейемдәр тегер өсөн тәғәйенләнгәнен ала, ул ҡиммәт тә түгел, ныҡлы ла. Беше, ҡаты туҡыма һайлағыҙ. Бәр­хәтте алһағыҙ, кизе-мамыҡ нигеҙендә туҡылғаны кәрәк булыр. Тәңкәләр боронғораҡ булһа яҡшы, әлбиттә, әммә һәр кем мөмкинлегенә ҡарап һайлай инде. Сәйләндәрҙең төрлө ҙурлыҡтағыһы (йышыраҡ 8, 6, 4 үлсәмлеһе) ҡулланыла. Ә ныҡлы епте аяҡ кейеме фурнитураһы һатылған ерҙә табырһығыҙ.
Эште кейем өлгөһөнән башлайбыҙ. 1-се һүрәттә күрһәтелгән һыҙманы, 1 шаҡмаҡ 10 сантиметрға тиң икәнен иҫәптә тотоп, үҙегеҙгә күсереп алығыҙ. Ҡырҡып алабыҙ. Шунан аҡбур менән ике ҡатлап һалынған туҡымаға күсерәбеҙ ҙә бесәбеҙ (2-се һүрәт). Һәр өлөшө икешәр деталь алына.
Туҡыма киҫәктәрен кәүҙәгә ҡуйып, үлсәп ҡарайбыҙ. Уң яҡ яурындан һул яҡ билгә табан кейелә икәнен онотмайбыҙ. Барыһы ла тап киләме? Ҙур булһа, таҫмаларҙың ике яҡ ситенән үлсәп ҡырҡырға һуң түгел.
Елемле туҡыманан да берешәр ошондай деталь ҡырҡып алабыҙ. Бындай туҡымағыҙ наҡыҫыраҡ булһа, артҡы өлөшөн ҡатламаҫҡа ла мөмкин. Елемле туҡыманы төп өлөштәрҙең берешәр деталенә үтек менән йәбештерәбеҙ.

Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.

Александр ДАНИЛОВ һәм Светлана ХӘСӘНОВА фотолары.
Редакциянан. Фото төшөрөүҙә ярҙамдары өсөн Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: