Текә таҡыяның нигеҙе кейеҙҙән, йөн туҡыманан, ҡаты киндерҙән тегелгән. Ул биш йәки алты өлөштән тегелә. Ярымшар рәүешендәге башлыҡтың түбәһе өҫкәрәк күтәрелеп тора. Ситтәре сикә тапҡырынан алып икенсе сикәгәсә елкә яғынан уҡалар менән әйләндереп эшләнә. Ал яғы ғына асыҡ ҡала. Уҡа өсөн бер генә буй мәрйен төшөрәбеҙ ҙә, тәңкә йәки суҡ таҡҡас, энәне кире шул уҡ мәрйендәрҙән кире үткәрәбеҙ. Оҙонлоғо 15 – 17 сантиметр булыуы мөмкин.
Текә таҡыяға тотошлай көмөш тәңкә баҫып сығырға була. Икенсе ысул – тулыһынса мәрйендәрҙе селтәрләп ҡаплайҙар. Иң ҡиммәтле баш кейемдәре иһә аҫылташтар, мәрйендәр менән биҙәлә.
Түбәһенең иң өҫтөндә көмбәҙ тора. Көмбәҙләтеп аҫылташтар һәм мәрйендәр менән биҙәргә лә була.
Гөлшат ИШБУЛАТОВА яҙып алды.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2017) һанында уҡығыҙ.