Ҡарбуҙҙа иһә аш һеңдереү процесын яйға һалыусы күҙәнәктәр, еңел эшкәртелә торған углеводтар, С, В , В , РР витаминдары, магний, калий, тимер, марганец, никель бар. Ҡарбуҙҙы бөйөр ауырыуҙары ваҡытында бәүел ҡыуҙырыусы сара булараҡ ҡулланырға кәңәш итәләр. Ҡабығы баш ауыртыуынан ярҙам итә. Бының өсөн еүеш яғын сикәгә ҡуйып 20 – 30 минут тоторға.
Ҡауын менән ҡарбуҙ косметологияла ла ҡулланыла. Ҡауын йомшағы А витаминына бай. Ул тирене йомшарта, шыма итә, сәсте сәләмәтләндерә. Ҡауынды биткә һөртөргә, ҡабығын тирегә ышҡырға кәрәк. Ҡауын ағартыу үҙенсәлегенә эйә. Һипкел, пигмент таптар булғанда файҙалы. Һутын 1:1 нисбәтендә һөткә ҡушып, ҡоро тирегә һөртәләр. Уны сәс төбөнә ышҡырға ла мөмкин. 20 – 30 минуттан шампунь менән йыуалар. Процедураны аҙнаһына 2 - 3 тапҡыр ҡабатларға була. Ҡарбуҙ йомшағы менән тосонан таҙартыусы һәм туйындырыусы битлек яһарға мөмкин. Ҡарбуҙҙың тосон ит турағыстан, бер аҙ ҡайнаған һыу өҫтәйҙәр. Барлыҡҡа килгән ҡатнашманы 10 – 15 минутҡа биткә һөртәләр. Йыуып төшөргәс, бит тиреһенең нәфисләнгәнен һиҙерһегеҙ.
Башҡортса дини календарь, 2019 йыл.