Иң яҡшыһы – аш бүлмәһендә, бер ҡат ҡына йәйелгән килеш һаҡлау. Ҡышҡылыҡҡа туңдырып ҡуйып та була. Бының өсөн йәшелсәләрҙе бер нисә урындан әүернә рәүешендә ҡырҡып сығалар, 1-2 минутҡа ғына ҡайнар һыуҙа тоталар һәм һалҡын һыуҙа һыуыталар. Шулай иткәндә, тышы еңел генә әрселә. Иҙеп, уңайлы һауыттарға тултырып, һыуытҡысҡа урынлаштырһаң, ҡышҡылыҡҡа витаминдың бер төрө әҙер. Ашҡа, башҡа төр ризыҡҡа уны иретеп тормай ғына һалыу яҡшы.
***
Йәшелсәләр төҫөн юғалтмаһын, иҙелеп китмәһен, тиһәгеҙ, бешергәндә 1 литр һыуға бер балғалаҡ сода өҫтәү кәңәш ителә.
***
Ҡашығаяҡ тирәһендә таҫтамалдар тиҙ тапланып-бысранып бара. Уларҙы таҙартыу еңел генә. Гәрсис онтағына ҡайнар һыу һалып, болғаталар ҙа, төбөнә ултырғансы көтәләр. Шунан һөҙәләр. Ошо һыуға таҫтамалдарҙы бер нисә сәғәткә һалып торһағыҙ, улар ағарып, таҙарып китер, микробтары ла бөтөр.
***
Артыҡ таҙа булырға тырышыу ҙа файҙаға түгел икән. Көн һайын өйҙө ентекләп йыуыу кешенең ауырыуҙарға ҡаршы тороу көсөн кәметә. Ғалимдар артыҡ таҙалыҡҡа ынтылыусыларҙың аллергия менән йышыраҡ яфаланыуын билдәләй. Организм, күнегелгән тәбиғи “дошман”дарын тапмағас, әйләнә-тирәләге әйберҙәргә ҡаршы көрәшә башлай. Сәскә һеркәһеме, хайуан-йәнлектең ҡылдары тура киләме… Шуға ла һәр нәмәне ҡырып-һепереп, ялтыратып ваҡыт үткәреү мотлаҡ түгелдер.