+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
29 Август 2018, 12:44

Тылсымлы китап

Айбикә исемле бәләкәй ҡыҙсыҡ, ике генә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, өс телдә һөйләшә белә. Туған башҡорт телендә генә түгел, төрөксә һәм русса ла иркен аралаша, шиғырҙар һөйләй. Төркиәнең Анталья ҡалаһында йәшәүсе ватандаштарыбыҙ Зилә һәм Рим Хажиндарҙың ҡыҙы ул.

Айбикә исемле бәләкәй ҡыҙсыҡ, ике генә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, өс телдә һөйләшә белә. Туған башҡорт телендә генә түгел, төрөксә һәм русса ла иркен аралаша, шиғырҙар һөйләй. Төркиәнең Анталья ҡалаһында йәшәүсе ватандаштарыбыҙ Зилә һәм Рим Хажиндарҙың ҡыҙы ул. Һәр кем үҙ балаһының сәләмәт, аҡыллы, таһыллы, сос, зирәк булыуын теләй. Бәләкәсенең һәләттәрен асыу, үҫтереү өсөн әсәйҙәр яңынан-яңы ысулдар уйлап таба. Бына Зилә лә ҡыҙына мөғжизәле донъяны танып белеү өсөн үҙенсәлекле китап тегеп биргән. Һәр биттә – яңылыҡ, асыш. Баланың фекерләү ҡеүәһен, һиҙеү, тойоу һәләтен үҫтереүсе уйынсыҡ төҫтәрҙе, формаларҙы, күләмде, иҫәпте, урын-ерҙе, хәрәкәтте өйрәнеү өсөн бик яҡшы. Төймә элеп, төрлө ҡаптырмаларҙы эләктереп-ысҡындырып, асып-ябып, шылдырып, бау бәйләп, дөрөҫ урынлаштырып күнеккән бармаҡтарға тормошта кәрәк булған эштәрҙе үтәү, үҙеңде хеҙмәтләндереү ҡатмарлыҡ тыуҙырмай. Ҙур – бәләкәй, ҡаты – йомшаҡ, шыма – ҡытыршы, үтә күренмәле, ялтыр кеүек төшөнсәләр менән танышалар. Китап өсөн ҡулланылған туҡымаларҙың, башҡа әйберҙәрҙең төрлө булыуы шарт – бармаҡ остарындағы нөктәләргә тәьҫир итеү телмәр үҫешенә булышлыҡ итә, хәтерҙе яҡшырта. Был китаптар йәше тулмаған бәпескә лә, инде балалар баҡсаһына йөрөгән малай-ҡыҙҙарға ла берҙәй ҡыҙыҡлы. Ул йыр­тылмай, йыуырға ла мөмкин. Бындай уйынсыҡты бәләкәсенә һәр кем эшләп бирә ала, бары ваҡ әйберҙәрҙе ныҡ беркетергә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ, хәҙер Айбикәнең китабы менән танышайыҡ.
Китаптың тышында хужабикәһенең исеме яҙылған. Ул ҡуян ярата, шуға ла был йәнлек иң күренгән ерҙә урын алған. Ҡуян менән ай магнитлы ҡаптырма ярҙамында беркетелгән, уларҙы алып, бармаҡҡа кейҙереп уйнарға була.
1. Тәүге биттә ҡусҡар урынлашҡан. Уның кәүҙәһе үтә күренгән селтәрҙән тегелгән, эсендәге мәрйендәрҙе лабиринт буйынса шылдырып йөрөтөргә мөмкин. Аҫҡы яҡта атлас таҫманан эшләнгән үлән артында ла бәләкәс ҡусҡар бар, унда бәшмәк тә «йәшенгән». Резинкаға беркетелгән ике бөжәкте тартып уйнатабыҙ. Өҫтә теҙелгән йәйғор төҫөн ҡабатлаған мәрйендәр еп буйынса йөрөтөргә, һанарға, төҫтәрҙе өйрәнергә йәтеш. Төймә-сәскәләр, таҫмалар ҙа төрлө төҫтә. Был биттә кейеҙ, кизе-мамыҡ, капрон, ағас, пластмасса ҡулланылған.
2. Эргәләге сәскәнең таждары күп төҫтә, һәр береһенең эсенә төрлө әйбер (синтепон, пленка, зыңғырлаҡ, төрлө ҙурлыҡтағы мәрйен) тултырылған.
3. Сәскәне магнит ҡаптырмаһынан ысҡындырып алһаҡ, артында дүрт алма тора. Улар буйынса шулай уҡ төҫтәрҙе өйрәнәбеҙ. Һәр алманың төҫөнә ярашлы ҡарышлауығы бар, уларҙы резинкаһынан тартып уйнау ҡыҙыҡ. Ҡарышлауыҡтар үҙ өйөнә «ҡайта» (төҫө буйынса), инә (кеҫәгә тығабыҙ), бер-береһенә «ҡунаҡҡа йөрөй», «йоҡларға ята»...
4. Киләһе ике биттә – джунгли. Йәнлектәрҙе алып, бармаҡҡа кейеп йөрөтөргә, кеҫәләргә тығып төрлө ергә урынлаштырырға була. Носорог, бегемот, фил, жираф, крокодилдың ауыҙы асыла, улар кокос, банан, балыҡ ашай. Һәр береһен алып уйнайбыҙ. Маймыл еп-лиана буйлап һикерә (бау бәйләйбеҙ), тутыйғош менән емештәр ҙә алына. Бау буйлап күбәләк «оса». Ҡаптырма менән беркетелгән ҡояш әйләнеп тора, таҫмалары төрлө фактуралы, көҙгөгә ҡарап йылмайып, йөҙ-ҡиәфәтте күҙәтергә мөмкин. Ҡояшлы көн болотлоһо менән алмашына (ҡояш алына ла урынына болот ҡуйыла). Аҫтағы «тау» ҡайтарыла ла күл барлыҡҡа килә. Төбөндә – сәйлән-таштар, алынмалы балыҡтары ла бар. Сәскәләрҙе резинканан тартып «үҫтерәбеҙ». Был биттә йәшел төҫтөң төрлө сағылышы урын алған – «аҡһыл», «ҡарағусҡыл» тигән төшөнсәләрҙе өйрәнәбеҙ.
5. Торт-пирамида, уның һәр ҡатын алып, дөрөҫ төҙөргә кәрәк, бәләкәс – ҙур төшөнсәһен нығытабыҙ. Байрам байраҡтарын ҡайтарып уйнарға ла мөмкин.
6. Геометрик фигуралар менән танышабыҙ, уларға үҙ урынын табырға ярҙам итәбеҙ. Төҫтәрҙе өйрәнәбеҙ, бармаҡтарҙы төймә элеүҙә күнектерәбеҙ.
7. Һыу төбөндә ике диңгеҙ ҡыҫалаһы йәшәй, улар бергә уйнай, ҡунаҡҡа йөрөшә, шаяра. Балыҡ һыу төбөнә төшөп китә (селтәрҙән эшләнгән), һикерә ала. Медузаның сәйләндәрен һанарға, тартып, зыңғырлатып уйнарға була, ул алынып тора. Ҡабырсаҡтар, сәйлән-таштар, диңгеҙ йондоҙсоҡтары ҡул менән тотоп ҡарауға төрлөлөгө менән ҡыҙыҡ, резинканан тартып кинәнәбеҙ. Ылымыҡтар «тирбәлә», улар төрлө әйберҙән эшләнгән, артында ҡабырсаҡтар йәшенгән, ҡыҙыл мәрйен дә (коралл) үҙ урынын алған. Акула диңгеҙ йондоҙсоғон, балыҡты «йота» ала, уның кәүҙәһе өсөн үтә күренмәле пленка ҡулланылған.
Китаптың артҡы яғында молния ҡаптырма менән ябылған кеҫә бар, уға төрлө әйберҙәр һалырға була. Ғаилә ағзаларының исемдәре яҙылған мәрйендәр теҙелгән. Шаҡмаҡтар буйынса хәрефтәрҙе, һандарҙы өйрәнергә мөмкин.
Читайте нас: