-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Селпәрәмә килде яҙмыштар»

Шифаханала ял иткән саҡта бүлмәләшем Сәүиә апай менән баш ҡала сәхнәһендә Әнғәм Атнабаевтың «Ул ҡайтты» драмаһын ҡараныҡ. Театрҙан һуң тәьҫораттар солғанышында хисләнеп ултырабыҙ. – Әйтерһең, был спектакль минең әсәйем тураһында... – тине Сәүиә апай, моңланып. Бүлмәләшем, минең бик ҡыҙыҡһыныуымды тойоп, ғүмер буйы ауылда йәшәгәндән һуң Өфөләге ҡыҙына күскән әсәһен күрергә саҡырҙы. Йөҙҙө ҡыуған Гөлзифа инәйҙең яҙмышын тетрәнеп тыңлап, ишеткәнемде «Башҡортостан ҡыҙы» уҡыусыларына һүҙмә-һүҙ еткерергә теләйем.

«Селпәрәмә килде яҙмыштар»
«Селпәрәмә килде яҙмыштар»

«Ун биш йәшлек сағымда ҡышын миңә клубҡа киске уйынға барырға рөхсәт иттеләр. Әхирәттәр менән барып инһәм, йәштәр гармунға дәртле баҫып «наза» уйнай. Гармунсы егетте күреү менән әллә нәмә булды, йөрәгемә ут ҡаптымы ни. Төндө керпек ҡаҡмай үткәрҙем, ғашиҡ булыуымды үҙем дә аңлап етмәй инем.

Яҙын әхирәттәрем аша унан бәләкәй генә хат киҫәге алдым. Унда йыр кеүек һүҙҙәр теҙелгән:

Һыуҙа һуҫар йөҙә микән,

Һыртын һыуға һалмайса.

Күл буйында һағынып көтәм,

Юлдан күҙем алмайса.

Ҡояш байығас, йөрәгемде услап тотоп, күл буйына юлландым. Гармунсыны күреү менән, ниңәлер кирегә йүгерергә тотондом, шунан йығылып киттем. Ул яныма килеп етеп, ҡулын һуҙҙы: «Сабыр булайыҡ әле, Гөлзифа...»

Керһеҙ, саф ине һөйөүебеҙ. Ауылдаштар өсөн дә осрашыуҙарыбыҙ сер булыуҙан туҡтаны. Киске уйындарҙа түңәрәктең уртаһында инек. Ун алты йәшем тулғас, яусылар аттарын ҡапҡабыҙға бәйләне. Никахыбыҙ ҙа, туйыбыҙ ҙа гөрләп үтте. Ун етем тулыуға әсәй булып, тәүге баламды ҡулыма алдым. Ирем дә бәхетенән атлап түгел, йүгереп йөрөй. Төнөн ҡыҙыбыҙ илай башлаһа, бишекте ике ҡул бәүетте.

Ғаилә ҡороуыбыҙға ике йыл да тулманы, бәхетебеҙ селпәрәмә килде – ҡәһәрле һуғыш башланды. Иремде фронтҡа тәүгеләрҙән булып алдылар. Ул иртәгә китә тигән көндө ат егеп, баҫыуҙарҙы ҡарап сыҡтыҡ.

– Сәскән игендәрем матур булып үҫеп килә. Дошманды ҡыйратып, көҙгө уңыш йыйырға ҡайтып та етербеҙ әле, – тип әйткән булды ул ихлас ышанып. Был көндәрҙә мин икенсегә әсәй булырға йыйына инем. Унан башҡа йәшәүемде күҙ алдына килтерә алмағанлыҡтан, күҙ йәштәремде тыйманым. Бер ай үтеүгә тағы ла ҡыҙ балам донъяға килде. Ә фронттан бер генә хат алдыҡ, уныһы ла ҡара ҡайғыларға һалды. «Рядовой Ғәзинур Ғәзизйән улы Шәмсетдинов хәбәрһеҙ юғалды», – тип яҙылғайны унда. Ғаиләбеҙ терәге булған ҡайным ҡайғынан сиргә һабышты, күп тә үтмәй, яҡты донъянан китеп барҙы. Ә ҡәйнәм менән беҙ, хәбәрһеҙ юғалыу үлеүҙе аңлатмай, тип, һис нәмәгә ҡарамайынса, Ғәзинурҙы көтөргә һүҙ беркеттек.

1944 йыл да етте. Ауылда аслыҡ, яланғаслыҡ. Үлем артты. Кешеләрҙең алҡымын төрлө заемдар, һалымдар һыға. Балаҡайҙарым аслыҡтан йонсой, ҡәйнәм түшәккә йығылды. Үҙем дә аяғымды саҡ һөйрәп йөрөйөм. Миңә бары егерме бер йәш ине.

Бер көн эштән ҡайтыуыма түребеҙҙә яуҙан яраланып ҡайтҡан һалдат ултыра. Ҙур ҡайғы өҫтөнә ҡайтып төшкәйне ағай – ҡатыны менән өс улы яҙын ҡар аҫтында ҡышлаған серек бәрәңге ашап вафат булғайны. Мине үҙенә ҡатынлыҡҡа һоратырға килгән икән. Иремде көтәсәкмен, тип ҡайтарып ебәрҙем. Балаларым йоҡоға талғас, ҡәйнәм хәлһеҙ генә тауыш менән үҙенә саҡырып алды:

– Килен, хәлем мөшкөл, бүлдермәй тыңла, – тип һүҙ башланы. – Икебеҙ ҙә беләбеҙ – асбыҙ. Кәзәбеҙҙе һалым түләүгә тотонмаҡсыбыҙ. Әллә ошо ипле генә Әхмәтнурға ризалығыңды бирәһеңме? Ғәзинурҙың иҫтәлектәрен – балаларҙы һаҡлап ҡалыр инең. Шешенә башланылар бит. Тереләргә йәшәргә, йән аҫырарға кәрәк...

Мин ҡаршы бер һүҙ әйтә алмайынса, күҙ йәштәремә быуылып, урыныма ауҙым. Тәүҙә «был мөмкин хәл түгел» тип уйлаһам да, анттар итһәм дә, таң атыуға, балаларымды уйлап, ризалығымды бирергә булдым. Шулай итеп, ике өй аша ғына йәшәгән Әхмәтнур ағайға күстек. Уның ныҡышыуына күнеп, ҡәйнәм дә беҙҙең менән йәшәй башланы. Башта ауыр, һай, ауыр булды. Әммә уға ҡыҙҙарымдың баштан уҡ «атай» тип өндәшеүҙәре, үҙенең Ғәзинурым кеүек асыҡ, ипле булыуы күңелемде иретә биреп ҡуйҙы. Әкренләп ҡәйнәм дә аяҡҡа баҫты. Ҡыҙҙарымдың да күҙҙәре асылды, тауыштары көрәйҙе. Уртаҡ балабыҙ тыуғас, яңы иремдең тағы ла күп күркәм яҡтары барлығын күрҙем.

Ниһайәт, бөткөһөҙ ҡорбандар, даръялай күҙ йәштәре аша яулап алынған Еңеү көнө етте. Урамда мәж киләләр: кемдер шатлана, кемдер илай. Байрам тантанаһына барып ҡайтҡас, ярлы ғына булһа ла, сәй табыны ҡорҙоҡ. Әммә шат ултырырға тырышһаҡ та, булдыра алманыҡ. Сөнки өсөбөҙ ҙә ҡәһәрле һуғыш арҡаһында яҙмыштары ҡыйралған ҡорбандар инек.

Яйлап Әхмәтнурға өйрәнгәндәй булдым. Ни тиһәң дә, ғаиләнең ныҡлы таянысы, яҡшы ир, яҡшы хужа ине ул. Ҡәйнәмде хөрмәт итеүе лә ихтирамды арттырҙы. Дүртенсе сабыйымды йөрәк аҫтында йөрөтәм.

Йәйге матур көндәрҙең береһендә ҡәйнәм ҡайтып инде:

– Улыҡайым, Ғәзинурым иҫән! Силсәүиттән әйттеләр, пароходҡа ултырып, Өфөнән ҡайтырға сыҡҡан. Сәкинә, Сәүиә, тиҙ генә матур итеп кейенегеҙ, атайығыҙҙы ҡаршы алырға барабыҙ. Килен, үҙебеҙҙең йорттоң асҡысын бирһәң, таҙартып алыр инем, – тип яр һалды.

Ҡатып ҡалғанмын. Ҡәйнәмдәр сығып китеүгә ирем килеп инде, илап уға ташландым. Йыуатып маташһа ла, йөҙө танымаҫлыҡ булып үҙгәргәйне. Шулай күпме дауам итер ине икән, йөрәк аҫтындағы сабыйым тулауы мине ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы. Һәр кем үҙ уйында йөрөп кис еткерҙе. Йоҡларға йыйынып йөрөгәндә ҡыҙҙарым ҡайтып инде. Олоһо өндәшмәй генә йоҡларға ятты. Ә кесеһе: «Әсәй, яңы атай беҙҙе алдында ғына ултыртып тотто. Хәҙер атайҙарым икәү, вәт!» – тип хәбәрен теҙҙе.

Ут һүндереп ятҡас, гармун тауышы ишетелә башланы. Әлбиттә, Ғәзинур уйнай ине. Әкренләп кенә мин яратҡан көйҙәргә күсте. Һикереп тороуҙан үҙемде саҡ тыйып ятам. «Ниңә генә түшәгемде икенсе кеше менән бүлештем икән?» – тигән уйҙар телгеләй. Балаларымды һаҡлап ҡалыр өсөн был аҙымға барҙым бит, тип үҙемде аҡлап та маташам. Аҙаҡ инде яуыз Гитлерҙы ҡарғап, күҙ йәштәренә ирек бирҙем. Ошоларҙың бөтәһен дә тойоп ятҡан иремдең дә күңел торошо ни рәүешлерәк булғанын самалайым. Иртән тын ғына сәй эстек. Әхмәтнур:

– Хәҙер Ғәзинурҙы күрергә барам. Икебеҙ ҙә яуҙан ҡайтҡан һалдаттар бит. Артабан йәшәр өсөн бөтәһен дә уртаға һалып һөйләшергә кәрәк, – тине.

Ҡайһы эшкә тотонорға белмәй, ҡаңғырып йөрөгәндә, тәҙрәнән уларҙың килеп тә еткәнен күреп ҡалдым. Күрешеүҙәр ҙә бик сәйер килеп сыҡты. Ниңәлер ашығып сәй яһарға тотондом. Әхмәтнур һүҙ башланы:

– Гөлзифа, һин хәҙергә ултырып тор. Сәйеңде аҙаҡ әҙерләрһең. Һуғышҡа ҡәҙәр һәр кем үҙ ғаиләһендә бәхетле ине. Ләкин фашист донъяның аҫтын өҫкә килтерҙе. Гөлзифа, һин дә иреңде көтмәнең түгел, көттөң. Мин иһә ауыр яралар менән буш өйгә ҡайтып төштөм. Ә Ғәзинур немец концлагерында ғазап сиккән, нисәмә йыл үлем өҫтөндә йөрөгән. Яҙмыштарҙың шулай яҙылыуына бары һуғыш ғәйепле. Ҡаршыңда ике һалдат торабыҙ, икебеҙ ҙә һинең хәләлең. Ҡалған ғүмерҙәрҙе ҡайһыбыҙ менән йәшәйһең – һинән тора. Ғәзинурға ҡайтаһың икән – иркеңдә. Әммә минең үтенесем, шартым бар. Улымды һәм балам тыуғас, уны ҡалдырырһың. Уларҙан да яҙһам, был донъяла ни шатлыҡ, – тине йөрәкһеп.

Бындай һөйләшеүгә мин әҙер түгел инем. Шул саҡ тәнемде көслө ауыртыу телеп үтте. Тулғаҡ башланды. Әхмәтнур кендек әбейенә йүгерҙе. Ә Ғәзинурға ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалмағайны.

Улым тыуҙы. Үҙемә егерме өс кенә йәш, ҡосағымда дүрт бала. Яуапты һаман бирмәгәнмен. Сөнки бер ҡарарға килә алмайым. Сабыйыма өс ай тулғас, уны ашатып ултырғанда, ниһайәт, төплө уйға килдем. Мин бит иң беренсе – әсә. Балаҡайҙарымды бер ҡасан да ҡалдырып китә алмаясаҡмын. Ҡарарымды еткерергә улымды күтәреп үҙем барҙым. Байтаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Ғәзинур һуғышҡа ингәндең тәүге көндәренән үк әсирлеккә эләгеүен, унан ике тапҡыр ҡасыуын, икеһендә лә тотолоуын, ҡасҡаны өсөн эттәрҙән талатып, язалап, үлем сиктәренә еткергәндәрен туҡтап-туҡтап һөйләне. «Инде бөттөм тигәндә, һине яратыуым, ата-әсәм, балаларымды уйлау көс бирҙе, – тине ул. – Әсирлектән ҡотолдороп, Советтар Союзына сығарылғас, тағы ла бер йыл һорау алып, төрмәлә тоттолар. Иң аяныслыһы – унда ла фашист концлагерынан әллә ни еңел булманы. Ә инде һинең икенсегә тормош ҡороуың хаҡында пароходта уҡ еткерҙеләр».

Уны тыңлағанда битендәге яра эҙҙәрен һыйпап, йыуатаһым килде. Ләкин ҡулымдағы балам сиктәрҙе үтеүҙән тыйып тора ине. Бойоҡ ҡына ултырған Ғәзинур: «Минең дә балаларымды тәрбиә иткем килә. Әсәйем дә әлегә иҫән-һау. Ҡыҙҙарыма бында күсеп, беҙҙең менән йәшәргә рөхсәт итһәң икән», – тине. «Ғәзинур, һин башта өйлән. Ҡыҙ балаларға әсә тәрбиәһе кәрәк бит», – тип яуапланым аҙ булһа ла айырылыуҙы кисектереү ниәте менән.

Тиҙҙән ул күрше ауылдан бер тол ҡатынды эйәртеп ҡайтты. Мин үҙ сиратымда һүҙемдә торорға мәжбүр булдым. Тағы ла йәнем ҡыйралды. Ҡыҙҙарымдың килеүен көтөп-зарығып урамды күҙәтер булып киттем. Яңы ғаиләгә, яңы мөнәсәбәттәргә нисек кенә күнегәләр инде, тип көйәм. Атайҙары менән бергә йөрөгәндәрен күрһәм, тынысланғандай булам. Йыл да үтмәне, оло ҡыҙым мәктәптән тура беҙгә ҡайтты: «Мин бәпесте ҡарарға килдем, аҙаҡ ҡунып та ҡалырмын», – тине. Тамағын туйҙырғас, ипләп кенә һорашырға тотондом.

 – Яңы әсәй беҙҙе «әрәмтамаҡтар, емтектәр» тип битәрләй. Ауырттырып сәстән тарта. Һине лә кәмһетә. Атай менән гел әрләшәләр. Унда башҡаса бармайым. Һеңлемде лә алып ҡайтайыҡ, – тип илай башланы. Шул арала Әхмәтнур ҡайтып инде. Хәлде аңлатып биргәс: «Ҡыйма, кәләш, бала күңелен, ҡайҙа теләй, шунда йәшәһен», – тип күңелемде үҫтереп ебәрҙе.

Хәҙер инде кесеһе өсөн үҙәгем өҙөлә. Барып ҡына алыр инем, биргән вәғәҙәм бар. Шулай ҙа яйы сыҡты. Ғәзинур ағас эшкәртеүселәр бригадиры булып, ә Әхмәтнур бухгалтер булып эшләй ине. Кисен эш тамамланғас, Әхмәтнур янына Ғәзинур килеп ингән:

– Оло ҡыҙым һеҙҙән ҡайтмағас, кесеһе бөтөнләй бойоҡто. Йүнләп ашамай, һөйләшмәй. Үҙем көнө буйы эштә, ҡыҙҙарыма бөтөнләй тиерлек ваҡыт бүлә алмайым. Яңы ҡатын, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, яуыз булып сыҡты. Ҡыҙҙарҙы айырмайыҡ, кесеһенә лә кире ҡайтырға ризалығыңды бир, – тигән.

Шулай итеп, ғаилә тағы тулыланды. Ғәзинурҙың да ғаиләһе артты, бер-бер артлы ике улы донъяға килде. Шулай ҙа кистәрен ваҡыт-ваҡыт гармунының моңдары менән үҙәктәремде өҙөүен дауам итте. Бөйөк Еңеүҙең биш йыллығын байрам итеп, күп тә тормай, уның йөрәк моңдары мәңгегә өҙөлдө, эш өҫтөндә вафат булды. Уға утыҙ йәш тә тулмағайны әле. Хисле йөрәге яҙмыш язалауын, шаңҡытыуҙарын күтәрә алмағандыр. Ҡайғынан ныҡ ҡаҡшаған ҡәйнәм беҙгә килеп йығылды. Уны ла һуңғы һулышына тиклем беҙ тәрбиәләнек. Ә яңы килене өйөн һатып, үҙ ауылына күсенде.

Аллаһы миңә ике ғүмер юлдашы насип итте. Икеһе лә йөрәгемдә – үҙем менән. Шөкөр, балаларымдың бөтәһе лә өмөттәремде аҡланы. Ил генә тыныс булһын. Һуғыш афәте бер ҡасан да ҡабатланмаһын».

 

Сажиҙә ФӘЙЗРАХМАНОВА.

Мәсетле районы, Әбдрәхим ауылы.

Автор:
Читайте нас: