Ул заманда ябай халыҡтың иң үҙәгенә үткәне йырып сыҡҡыһыҙ Әүжән урмандарын ҡырҡыу булған. Ошо хаҡта әсәйемдең һөйләгәндәре – үҙе бер һабаҡ.
– Әүжәнгә ағас ҡырҡырға ун ике тапҡыр барҙым, – тип хәтерләр ине ул. – 1944 йылдың көҙөндә тәү башлап ебәрҙеләр. Тәүҙә сайыр йыйҙыҡ. Ҡырҡыла торған ҡарағайҙарҙың ҡабығын ҡырып, һыҙатлап сабылған ергә тимер воронкалар ҡуйғандар, аҫтына туҙҙан эшләнгән моҙғалар элгәндәр. Йәйге эҫелә ҡарағайҙарҙың сайыры иреп, ағып төшә һәм шул һауыттарға йыйыла.
Мин әхирәтем Ғәйшә Өмөтҡужина менән эшләнем. Ғәйшә һулаҡай булды, шуға беҙгә бик уңай ине: ул һулдан тумыра, мин – уңдан. Шунан ағасты ике яҡлап бысып ауҙарабыҙ.
Баракта йәшәнек. Унда – оҙон урындыҡ. Бер тимер мейес тора. Аш әҙерләүсе шунда ус аяһындай көлсә бешерә – һәр кешегә тейешле норма. Булһа, төшкөлөккә ике-өс бөртөк картуф бирәләр.
Йылына шулай ике-өс тапҡыр барҙыҡ. Бер-ике ай эшләп ҡайтып, өйҙә мунса инеп, берәй аҙна хәл алһаң, тағы ҡыуалайҙар. Ғәйшәнең дә, минең дә, ҡарт булһалар ҙа, атай-әсәйебеҙ бар ине, шуға күрә лә беҙҙе йыш ебәрҙеләр.
Һәр колхозға леспромхоз задание һала торғайны. Беҙгә билдәләнгән ҡарағайҙарҙы йығып, бысып, санаға тейәп, Ағиҙел йылғаһы буйына төшөрөү бурысы ла йөкмәтелде. Бөтә эш ҡоралыбыҙ – балта, ҡул бысҡыһы, күҫәктәр. Урманда ҡар тәрән, көрт йырып саҡ йөрөлә. Бер айҙа үҙебеҙҙең заданиены үтәп ҡайттыҡ, – тип хәтирәләргә бирелә торғайны әсәйем. Уның һөйләгән һәр һүҙе беҙҙең күңелдәргә лә ныҡ һеңеп ҡалған. Шуларҙы һис түкмәйенсә-сәсмәйенсә дауам итәм:
– Икенсе йылына көҙгө баҫыу эштәре бөтөр-бөтмәҫтән ебәрҙеләр. Арлы-бирле кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, эш ҡоралдарын бер ат арбаһына тейәнек тә үҙебеҙ йәйәүләп атҡа эйәреп киттек. Был юлы Ҡағы ауылында туҡтаныҡ, биш-алты саҡрымдағы диләнкәгә йөрөп эшләнек. Ағас әҙерләнек: бысабыҙ, ботайбыҙ, метрға һалып турайбыҙ, өйә барабыҙ. Эш ауыр, ашау үтә наҡыҫ. Һуңға табан шундай арытты, урманда ҡуна ҡала башланыҡ. Ботаҡтарҙы өйөп яғабыҙ ҙа, көлөн һепереп ебәреп, йылы ергә ятып йоҡлайбыҙ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2020) һанында уҡығыҙ.