Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бригадир вазифаһын үтәүсе ҡыҙ йыйылған ашлыҡты Абдуллин элеваторына тапшырырға бара. Ҡайтыр юлда, Имәнтауҙы үткәс, аты хәлһеҙләнеп йығыла. Ул заманда кешеләргә генә түгел, йөк аттарына ла ифрат ҙур көс төшә шул. Бербикә, нисек кенә тырышмаһын, уны торғоҙа алмай. Һөрлөгөп ауған малҡай ятҡан ерендә йән бирә. Ни эшләргә?! Үлгән атты алып ҡайтып та булмай, ташлап китергә лә ярамай. Ҡайтырға ҡурҡып, шулай ҡайғыға сумып ултырғанда көтмәгәндә-уйламағанда кәрәкле кеше үҙе ҡаршыһына килеп баҫа. Шул урындан үтеп барған күрше колхоздың зоотехнигы була ул. Тейешле ҡағыҙҙарҙы яҙып, ҡул ҡуйып, аттың юлда үлеп ҡалғанын иҫбатлап, ҡайтарып ебәрә.
Ҡыҙ кисергән михнәттәрҙең береһе генә әле был хәл. Бригадир булараҡ, ҡара көҙҙән, иртә яҙҙан үгеҙ егеп ер һөрҙөрөү, игенде сәстереү, йәйен – утатыу, көҙөн уңыш йыйыуҙы ойоштороу – уның бурысы. Ә иң ауыры әле башҡа – мең мәшәҡәт менән үҫтереп, ырҙынға индерелгән ашлыҡты күҙ ҡараһылай һаҡларға кәрәк. Кемдән? Үҙеңдең ас-яланғас ауылдаштарыңдан. Ул замандарҙа хөкөм ҡаты: бер ус бойҙай өсөн төрмәгә ябалар. Ашлыҡ һаҡлауҙы Бербикәгә йөкмәтәләр. Еңелдәрҙән булмай был эш, бигерәк тә йәш ҡыҙға. Һин – халыҡты, хөкүмәт һине тикшереп тора. Эйе, был ауыр осорҙа иңенә ҙур яуаплылыҡ һалыу ҡыҙҙың холҡон сыныҡтыра.
...Ул донъяға килгәс, һирәк осрай торған исем бирәләр – Бербикә тип атайҙар. Бер нисә улы булған атай кеше, көтөп алған ҡыҙсығын яратып, исемде лә үҙе ҡуша: Бербикә – бер генә, бөртөк кенә. Ғаиләләге берҙән-бер ҡыҙ бала ағайҙары араһында бик ҡәҙерле, иркә булып тәрбиәләнә. Тәбиғәте менән шуҡ, шаян Бербикә уңғанлығы, етеҙлеге менән дә алдыра.
Ул замандарҙа кешеләр яҙмышы бер-береһенекенән әллә ни айырылмаған. Бербикә лә, буй етеп, Йылбулаҡтамаҡ ауылы егетенә кейәүгә сыға. Йәштәр матур тормош ҡорорға ниәтләп йәшәй башлайҙар. Әммә илебеҙгә ябырылған ҡара яу уларҙың хыялдарын селпәрәмә килтерә. 1941 йылдың 22 июнендә тормош икегә бүленә, бүленә генә түгел, ярыла – ер тетрәгәндәге кеүек. Бербикә өсөн дә һынауҙар башлана. Тормош иптәшен Бөйөк Ватан һуғышына оҙатҡас, ике ай ҙа үтмәй, Бербикә уның һәләк булыуы хаҡында ҡайғылы хәбәр ала. 21 йәшендә тол ҡалып, тыуған ауылы Бикҡолға ҡайтырға мәжбүр була.
Йәшлегенә ҡарамаҫтан, уны колхоз бригадиры итеп тәғәйенләп ҡуялар. 1942 йылдың зәһәр һалҡын көҙөндә атаһы вафат була, Бербикә уны күмешергә лә кеше таба алмай. Ағайҙары фронтта, кешеләр аслыҡтан миктәгән, хәлһеҙ. Күрше бабай менән ҡулдан килгәнсә хөрмәтләп ерләйҙәр атаһын.
Яҙға табан ҡарҙан әрселгән ер өҫтөндә көҙҙән ҡалған серек бәрәңгеләр күренә башлай. Уны халыҡ кәлжемә тип атай. Ашарға булмағас, шуның менән ризыҡланалар. Еңгәһе, кәлжемәне аслыҡтан ашап, кинәт үлеп китә. Бербикә ҡулында уның кескәй балаһы тороп ҡала. Саҡ ҡына алғараҡ китеп, шуны әйтәм: сабыйҙы ул үҙенеке һымаҡ күреп тәрбиәләп үҫтерә.
Бербикә кешеләрҙең күңелен күтәрерлек һүҙҙәр табырға тырыша. Бригадирмын тип тормай, кәрәк сағында игенен дә ура, сәскес артына ла баҫа.
Күпмелер ваҡыттан һуң ауылдарға һуғышта яраланып яуға инергә яраҡһыҙ тип табылған ир-егеттәр ҡайта башлай. Араларындағы бер яугир – Зәки Имам улы Бербикә бәхетенә насип тормош иптәше булып сыға. Уны Бикҡол ауыл Советына етәксе итеп ҡуялар. Донъялар шулай әкренләп кенә яйға һалына бара. Йәш ғаиләлә биш бала тыуа – улдары Йәүәт, ҡыҙҙары Зиләйҙә, Шифа, Мөхтәрәмә, Зәримә...
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2020) һанында уҡығыҙ.