0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Юғалған бала саҡ

Әбейем Мининур Мөхәммәт ҡыҙы Ырыҫбаева 1925 йылдың 24 ноябрендә Ғафури районы Баҡраҡ ауылында тыуып үҫә. Һуғыш башланған ваҡытта Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә уҡый. Тик уны тамамларға насип булмай. Атаһы фронтҡа киткәс, әсәһенә өс туғанын ҡараша, колхозда ең һыҙғанып эшләй. Ә бер көндө уны Молотов ҡалаһына заводҡа алып китәләр...

1942 йылдың яҙы. Ирей башлаған ҡар ер өҫтөн ала-ҡола яһаған. Юл буйлап 6-7 бала килә: өҫтәренә кейгән кейемдәре – алама бишмәт, аяҡтарында – сабата, арҡаларына аҫҡан тоҡсайҙа – уҡыу кәрәк-ярағы.
– Уй, асыҡтым! Әйҙә, баҫыуҙан борсаҡ эҙләйек, – тине бәләкәй генә ҡаҡса малай.
– Ҡайтышлай ашарбыҙ, әлегә туң улар, төшкә табан иреп өҫкә сығалар, – тине 8-селә уҡыған Мининур.
– Бына, исмаһам, атайҙар һуғыштан ҡайтҡас, икмәккә туйынасаҡбыҙ, – тип татлы хыялдарға бирелде Мининурҙың әхирәте Фәғилә.
Күрше ауылға барып етеп, мәктәпкә инделәр. Сабаталарын сисеп, һыуынырға өлгөрмәгән плитә өҫтөнә киптерергә теҙҙеләр.
Уҡытыусы апайҙары бөгөн бигерәк тә моңһоу, әллә бер-бер хәл булдымы? Уның ире лә фронтта, ти.
Дәрес башланып ҡына тора ине, ауыл Советы рәйесе хәрби кейемдәге ике ирҙе эйәртеп класҡа килеп инде.
– Фронтта хәлдәр бик ауыр, балалар, һеҙҙән дә ярҙам кәрәк, – тип башланы ул һүҙен. – Ҡорал яһар өсөн ике ҡыҙҙы Молотов ҡалаһына ебәрәбеҙ! Арағыҙҙан иң өлкәндәре – Мининур менән Фәғилә Ырыҫбаевалар барасаҡ!
– Улар ниндәй өлкән булһын, саҡ ун алтылары тулды, – тип ҡараны уҡытыусы. Уның һүҙен иғтибарға алыусы булманы.
...Район үҙәгендәге хәрби комиссариатта теркәгәс, тауар поезына ултыртып, ҡыҙҙарҙы ҡорал заводына эшкә ебәрҙеләр.
***
Уларҙы оҙон баракка урынлаштырҙылар, бында егермеләп кеше йәшәй. Һыуыҡ, шыҡһыҙ бүлмәлә ағас һәндерәләр теҙелгән.
– Ятып-торор урынығыҙ ошонда, ә хәҙер эшкә! – тип бойорҙо бригадир ҡатын.
Заводҡа килеп ингәс, Мининур менән Фәғилә, үҙҙәре кеүек ҡыҙҙарҙы күреп, эстән генә ҡыуанып ҡуйҙы. Нисек эшләргә, нимәне ҡайҙан алырға кәрәклеген аңлатты бригадир.
Көс еткеһеҙ тимер-томор күтәреп, һалҡын цехта таңдан төнгә тиклем эшләү хәлен алды йәш ҡыҙҙарҙың. Төшкө аш мәлендә йөҙ грамм икмәк менән сало киҫәге бирҙеләр.
– Мин сусҡа майы ашамайым, мә, ал, – тип, үҙ өлөшөн рус ҡыҙына һуҙҙы Мининур. Тегеһе лә буш итмәне – икмәк киҫәген бүлде.
Эштән арып ҡайтҡан ҡыҙҙар баш терәү менән йоҡоға талды. Бер төндө Мининур өҫтөндә нимәлер йөрөгәненә һиҫкәнеп уянып китеп, ҡурҡышынан ҡысҡырып ебәрҙе: 3-4 ҡомаҡ уның бишмәте аша тәненә инергә маташа.
Һикереп тороп, ҡомаҡтарҙы ырғытҡас, ҡыҙ башҡа йоҡлай алманы. Ҡараңғыла бер көтөү ҡомаҡ йөрөгәнен шәйләп, ытырғанып ҡуйҙы.
Аслыҡ, яланғаслыҡ, ауыр шарттар күптәрҙе аяҡтан йыҡты. Сирләүселәр артты...
Ҡыҙҙар ҡулдарынан килгәнсе тырышып эшләне. Тиҙерәк һуғыш бөтһөн дә тиҙерәк өйгә ҡайтаһы ине...
Йәй етте. Ҡояш эҫеһенән барактар тынсыуланды, ҡыҙҙар эштән һуң, төндә булһа ла, яҡындағы быуаға һыу ҡойонорға йөрөнө.
– Ишеттеңме әле, хәлһеҙләнеп йығылған бер бисараны төндә ҡомаҡтар ашап бөткән, һөйәктәре генә тороп ҡалған, тип әйтәләр, – тине Фәғилә.
– Абау! Беҙҙе лә төндә кимереп ҡуйһалар, – тине Мининур ҡурҡып. – Әсәйемде, туғандарымды һағындым...
– Әйҙә, ҡасабыҙ!
– Нисек? – Мининурҙың күҙҙәрендә өмөт сатҡылары балҡыны ла шунда уҡ һүнде. – Кит, поезд менән килгәнде йәйәү ҡайтып буламы?
– Ә беҙ бер ай ҡайтырбыҙ, урман аша. Осрағандарҙан юлды һорашырбыҙ!
– Әйҙә һуң...
Улар шул уҡ төндә ҡайтыр юлға сыҡты. Күпме барғандарҙыр, билдәһеҙ, ҡуйы ағаслыҡҡа кергәс кенә туҡтап ҡалдылар.Ҡапыл тирә-яҡ яҡтырып китте, дөбөр-шатыр күк күкрәп, ямғыр яуа башланы.
– Аллаһы Тәғәлә үҙе юл күрһәтә беҙгә, – тип шатланды Мининур. – Мин сусҡа ите ашаманым бит, шуға ярата.
Ашауҙарын да, йоҡоларын да, арыуҙарын да онотҡан ҡыҙҙарҙы төн үҙ ҡосағына алды.
***
Йәйҙең аҙығы күп тигәндәй, еләк-емеш, ҡуян тубығы, йыуа ашап хәл йыйып алалар ҙа алға атлай ҙа атлай улар. Барак тормошонан, заводтағы көс еткеһеҙ эштән, бригадирҙың аяуһыҙлығынан һуң ҡыҙҙарға урман буйлап барыу ожмахҡа тиң тойола.
– Әйҙә, уйнап алайыҡ! Мин йүгерәм, ә һин мине тот, – тине Мининур. Еләк ашап туйған әхирәттәрҙең күңеле күтәрелеп китте. Ҡыҙҙар йөҙҙәре алһыуланғансы уйнаны, шаярҙы. Әйтерһең дә, юғалған бала саҡтарын улар ошо аҡланда табып алған.
– Ут яҡҡандар, ахыры, төтөн еҫе бында уҡ һиҙелә, – тине сос Фәғилә уйнауҙан туҡтап. – Әллә ит бешерәләр. Әйҙә, эҙләйек әле.
– Юҡ, тәүҙә урап ҡына барып ҡарайыҡ, кемдәр икән? – тине һәр ваҡыттағыса уяу Мининур.
Улар төтөн сыҡҡан яҡҡа ҡыуаҡтар араһынан шыуышып тигәндәй килделәр.
– Һин ошонда ҡал, мин яҡыныраҡ барып ҡарайым, – тине Фәғилә. Усаҡта урғылып ит ҡайнай, кеше-фәлән күренмәй.
– Айй! – ҡыҙ ҡысҡырып ебәреүҙән саҡ ауыҙын ҡаплап өлгөрҙө. Әхирәтен етәкләп алып, йән-фарман йүгерә башланы.
– Ни булды? – тине Мининур, көскә тын алып.
– Ҡаҙанда... кеше ите, ҡатын-ҡыҙҙыҡы, – тине ҡурҡыуҙан дерелдәгән Фәғилә.
Ошо хәлдән һуң ҡыҙҙар һағыраҡ та, абайыраҡ та булырға кәрәклеген аңланы.
Шулай бер аҙна самаһы атланы ҡыҙҙар. Бара торғас, бәләкәй генә ауыл күренде. Тал сыбығылай ҡыҙҙарҙы йәлләп, миһырбанлы кешеләр икмәк киҫәге, картуф йә ауыҙға элерлек башҡа ризыҡ бирҙе.
– Берәүҙең бер ғәзиз балаһылыр, әйҙәгеҙ, үтегеҙ, – тине оло ғына әбей үҙ телендә. Туҫтаҡ төбөнә ҡатыҡ һалып һуҙҙы. – Ҡайҙан киләһегеҙ?
Ҡыҙҙар ҡайҙан икәнен өндәшмәне...
***
Еп өҙөрлөк тә хәлдәре ҡалмаған Мининур менән Фәғилә бер ай тигәндә тыуған ауылдарына аяҡ баҫты. Ҡояш байып, нурҙары офоҡто ялмаған, бесән күбәләре туғайҙа теҙелеп киткән. Ҡыҙҙар ҡараңғы төшкәнен көтөп, Иҙел ярындағы үләнгә тәгәрәне...
– Әс-сәй! Апайым ҡайтҡан! – ҡустыһы тәҙрә аша күреп тә ҡалған икән.
Күлдәге өҙгөләнгән, сәстәре ҡатып башына уҡмашҡан, аяҡ-ҡулдары сыйылып ҡутырлаған Мининур әсәһе ҡосағына һыйынғас та аңын юғалтты.
***
Бер көндө ауыл советы рәйесе килеп инде.
– Өйҙә йоҡо һимертәһеңме, ҡасҡалаҡ, дезертир! Ҡасан ҡайттың, күренмәй ятҡас та, кеше белмәй тиһеңме?
– Теүәл бер ай булды, саҡ аяҡҡа баҫтырҙым! Ҡарарлыҡ ере ҡалмағайны сабыйымдың, – тине сабыр ғына Мининурҙың әсәһе. – Зинһар, кире ебәрмәгеҙ!
– Нимә һөйләп тораһың? Кәнишне ебәрәбеҙ, тик был юлы заводҡа түгел, ә төрмәгә! – тип рәйес ҡаты баҫып өйҙән сығып китте.
Мининур менән Фәғиләне йәнә хәрби комиссариатҡа алып килделәр. Ҡыҙҙарҙың эшен ҡараусы хәрби начальник:
– Үҙем дә һеҙҙе бик йәлләйем, – тине етди тауыш менән. – Ләкин фашистарҙы ҡырыр өсөн ҡорал кәрәк. Ауыр булһа ла, түҙегеҙ, дошмандарҙы юҡ итмәһәк, улар баҫып алып, беҙҙе ҡол итәсәк.
Мининур менән Фәғиләне тағы баракка килтерҙеләр. Ямғырлы көҙ үтеп, һалҡын ҡыш етте. Үҙәккә инерлек һыуыҡтан, ыжғыр бурандарҙан баракта йылы торманы. Йөн ойоҡбаштар өҫтөнән кейгән сабата туҙҙы, уларҙың табанына картон, йә булмаһа таҡта киҫәге урап йөрөргә тура килде.
Берҙән-бер көн Фәғилә эштән һуң ҙур төргәк тотоп ҡайтып керҙе.
– Әхирәт, беләһеңме, нимә таптым? – тине ул мут йылмайып. – Һарыҡ йөнө!
Фәғилә төргәкте тағатып ебәрҙе. Ысынлап та, унда ҡап-ҡара һарыҡ йөнө ята ине.
– Былай булғас, йәшәйбеҙ! – тине лә Мининур эшкә кереште. Тиҙ генә ҡайҙандыр ағас ботағы табып алып килде, уны орсоҡҡа оҡшаш иттереп яһап, йөн иләй башламаһынмы! Мининурҙы бәләкәйҙән был һөнәргә өләсәһе өйрәткәйне.
Эштән һуң ҡыҙ ойоҡбаш бәйләргә әүәҫләнеп китте, хатта энәләрен дә үҙе яраштырҙы.
– Йөндө мин таптым, шуның өсөн иң тәүҙә миңә бәйләп бирәһең, – тине Фәғилә.
– Аҙаҡ миңә!
– Миңә лә...
Шулай итеп, Мининур әхирәттәренә йөн ойоҡбаштар бәйләне, улары үҙ сиратында икмәк, һабын биргеләне. Уның ошо һөнәре арҡаһында ҡыҙҙар аслыҡтан, өҙлөгөүҙән һаҡланды.
***
Ике йыл ғүмер үтеп китте. 1945 йылдың яҙы илебеҙгә Еңеү алып килде. Күптәрҙе өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙеләр. Яҙ ҙа, йәй ҙә уҙҙы, тик Мининур менән Фәғилә генә эшләп йөрөй бирҙе.
– Теге ваҡыт ҡасҡан өсөн тоталар инде беҙҙе, – тип уфтанды Фәғилә.
Бер көндө төшкө ял мәлендә цехҡа Фәғилә йүгереп килеп инде.
– Һөйөнсө, бейе! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ул әхирәтенә шатлыҡлы тауыш менән. – Атайың алырға килгән!
Мининурҙың күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты. Ул урамға атылды. Завод ҡапҡаһына еткәс, хәрби кейемдәге кешене күреп, туҡтап ҡалды.
– Ҡыҙым!
Дүрт йыл эсендә атаһы ныҡ үҙгәреп киткән икән дәһә!
– Атай!
Осрашыу шатлығынан икеһенең дә күҙҙәре йәш менән тулды. Күңелдәрендә – һағыш, йөрәктәрендә киләсәккә яҡты өмөт ине.

Минира Үтәгәнова.

Ауырғазы районы.

Читайте нас: