Ҡәһәрле һуғыш башланғас та колхозда бригадир булып эшләгән ғаилә башлығы тәүгеләрҙән яуға китә, кәләше уны Сибайға тиклем оҙата бара. Һөйөшөп туймаған йәштәр һуғышты шул тиклем аяуһыҙ булыр тип уйламай ҙа. Киләсәккә яҡты хыялдар ҡоралар. «Үҙем сәскән игенде көҙгә, дошманды еңеп ҡайтып, үҙем йыям, Һаҡмар йылғаһы буйында өй күтәрәм», – тип хыяллана ир. Әммә артиллерия командиры сержант Хәсәновҡа тыуған яҡтарына, һөйгәне янына әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Оҙон һуғыш юлы үтеп, 1944 йылдың ноябре аҙағында ул Латвия ерендә ауыр яраларҙан госпиталдә үлә.
Ҡәйнәһе менән тороп ҡалған йәш килен 1942 йылда ата йортона ҡайтырға мәжбүр була. Сөнки 1941 йылда һуғышҡа киткән аталары Хажиәхмәт Ғәббәсов хәбәрһеҙ юғала, яҙ көнө Түбә ауылына картуф алырға барған әсәләре, өҫтөндәге кейемен өшөмәһен өсөн картуфҡа ябып, үҙе ырашҡыға эләгә, үпкәһенә һыуыҡ тейеүҙән вафат була. Береһенән-береһе бәләкәй биш сабый етем ҡала. Ошо балаларҙы ҡарарға тип ҡайта ла инде Мәхүпъямал ата йортона. Фәниәгә – ун, Солтанәхмәткә – ете, Нуриманға – биш, Хәмдиәгә – өс, Ғәлиәгә йәш ярым ғына була. Төндәрен Ғәлиә имсәк һорап илаһа, Нуриман әсәһен таптырып күҙ йәше түгә (алға китеп шуны әйтәйем: Нуриман – минең атайым).
Мәхүпъямал колхоз эшенә иртә китеп, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтҡас, балалар янында ҡалдырырға ҡарар кешеһе булмаған бер ҡарт әбейҙе – ҡайынбикәһен алып килә. Бер аҙҙан, етемдәрең былай ҙа күп, тип уны туғандары алып ҡайтып китә. Колхоз рәйесе менән бер нисә кеше килеп, балаларҙы хөкүмәткә тапшырырға ҡуша. Мәхүпъямал риза булмағас, «бирмәйем» тип ҡултамғаңды ҡуй, тиҙәр. Ҡул да ҡуймайым, үлһәләр, үлерҙәр, береһен дә бер ҡайҙа ла ебәрмәйем, тигәс, рәйес, ҡарышып, уны урман ҡырҡырға оҙата. Һуғыш ваҡытының законы ҡаты, бармай сара юҡ. Бер көн хәл белергә ингән күрше Өмөтбикә еңгәй, илашып ултырған балаларҙы күреп, иҫе китә, өй яғылмаған, һыуыҡ, ашарға юҡ. Яңы быҙаулаған һыйыр һауҙырмай, быҙауы туңып үлгән. Китә сая Өмөтбикә силсәүиткә: «Мәхүпъямалды ҡайтар, фронтовик балаларын астан үлтерһәң, мин һине судҡа бирәм!» – тип, өҫтәл һуғып әрләй.
Бына бәлә: быҙауһыҙ һыйыр һауҙырмай, елене шешкән. Быҙауҙың тиреһен һыҙырып, эсенә һалам тығып, һөйәп ҡуялар, һыйыр «быҙауын» ялағансы, уны һауып өлгөрәләр. Йәш ҡыҙға ауыр икәнен күргән өс туған апаһы Хәмдиәне үҙенә ҡарарға ала. Аслыҡ үҙәккә үткән заманда, бәләкәй булһа ла, артыҡ тамаҡ кемгә кәрәк? Тиҙ арала кире ҡайтарып ебәрә.
«Хәбәрһеҙ юғалған» тигән һүҙ «һәләк булған»ды аңлатмай, тип, Мәхүпъямал атаһының иҫән әйләнеп ҡайтырына ышана. Ләкин был өмөтө лә селпәрәмә килә. Атаһы менән бергә фронтҡа киткән ауылдаштары Ғайсин Әғзәм ағай һуғыштан бер аяғын өҙҙөрөп ҡайта. «Мәхүпъямал килһен әле», – тип әйтеп ебәрә ул. «Сигенә инек. Фашистар көслө бомбаға тотҡанда Хажиәхмәт ағайҙың үлеп ятҡанын күрҙем, туҡтап ерләп китә алманым. Көтмәгеҙ, ул һәләк булды», – ти...
Яҙ көнө Мәхүпъямал, Нуриман менән Хәмдиәне эйәртеп, көҙҙән ҡалған картуфты сүпләргә баҫыуға сыға. Шуны иҙеп, он ҡушып, тансҡап, мейескә һалып бешерәләр. Ҡыш иген елгәреүҙә эшләгәндә бейәләй эсендә генә бойҙай алып ҡайтып ҡыҙҙырып, ҡул тирмәненән үткәреп, туғандарына талҡан итеп ашата. Күкрәктәргә терәп телер икмәк булһа ине, тип хыялланалар. Күҙенә ҡарап ҡалған береһенән-береһе бәләкәй үкһеҙ етем туғандары үлмәһен өсөн, апайҙары бар тырышлығын һала. Үҙе бер тапҡыр ҙа әсә булып ҡарамаған, егермеһен яңы тултырған һылыуға оҙон һуғыш буйына һөйгәненән килеп торған һөйөү тулы хаттар көс, ышаныс өҫтәй. Бар йыуанысы ла, шатлығы ла өсмөйөшлө һалдат хаттары була...
Мәхүпъямал ҡыш колхозда иген елгәрә, йәй бесән саба, эҫкерт һала, көлтә бәйләй, яҙлы-көҙлө быҙау ҡарай. Колхоз малына эсерер өсөн үгеҙ егеп мискә менән һыу ташыйҙар. «Беҙ апайыбыҙҙың эштән ҡайтҡанын туң тәҙрәне тырнап-тырнап тишек эшләп көтә торғайныҡ», – тип хәтерләй һеңлеләре.
Май айының йәмле көндәре менән Еңеү етә... Ҡотлауҙар, көләс йөҙҙәр, шатлыҡ йәштәре... Халыҡты митингыға йыялар. Тәбрикләү сығыштарынан һуң колхоз рәйесенең: «Кемдәр «ҡайғы ҡағыҙы» алмаған, ирҙәрегеҙ ҡайтыуға өйҙәрегеҙҙе аҡлағыҙ, таҙартығыҙ, кемдәргә «ҡара хәбәр» килгән – бөтәгеҙ ҙә баҫыуға, сәсеү әле бөтмәгән!» – тигән һүҙҙәре тол ҡатындарҙы шаңҡыта һуға. Эштән ҡурҡҡан юҡ, нәфис ҡулдар күптән ҡатып, көрәккә әйләнгән. Тик бындай көндә эш ҡайғыһымы ни?! Дүрт йыл буйы йыйылған һыҡрау-һыҡтау тышҡа атылып сыға. Баҫыу өҫтөндә илай тол ҡатындар әрнеп-әрнеп. Ҡайғылары ҡара ерҙәй ҡап-ҡара шул...
Һоратыусылар ҙа күп була Мәхүпъямалды. Тик ул яуҙа һәләк булған һөйгәненә аҡҡош тоғролоғо һаҡлай. Саф мөхәббәтенә тап төшөрмәйенсә, теүәл 60 йыл көтә. Ике меңенсе йылдар башында ниңәлер ике-өс айға пенсияһын һуңлаталар. Шунда инәйем: «Әллә олатайың тереме икән? Белеп ҡалып, пенсиямды туҡтаттылармы икән?» – тип өмөтләнде. 78 йәшендә күҙҙәрен мәңгегә йомор алдынан: «Миңә атап хәйер биргәндә Фәйрүзә улы Ғәлимйәнгә лә тип хәйер бирегеҙ. Уның хәйер бирер кешеләре юҡ», – тип беҙгә васыят әйтеп ҡалдырҙы. Көслө мөхәббәт, ныҡлы рух, киләсәккә ышаныс менән Еңеү яулашты тол ҡатындар. Үҙҙәренең иңдәренә төшкән ауыр ҡайғыны ла, тауҙай йөктө лә теш ҡыҫып күтәрә белделәр.
Мин был хәтирәләрҙе әллә нисә йылдар буйына күңелемдә йөрөттөм. Яҙырға ла уҡталдым, ләкин ҡулым барманы. Телем ярлы ине. Ниһайәт, баҙнат иттем. Оло йөрәкле, батыр рухлы инәйебеҙ хаҡында иҫтәлектәрҙе Еңеү байрамына ҡарата аҡ ҡағыҙға төшөргәнгә, уның рухы шатланыр кеүек тойола.