-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Снайпер Рая

«Их, нисек тә булһа тиҙерәк менеп етергә ине!» Рәшиҙә, винтовкаһын тотоп, йорттоң өҫкө ҡатына ашҡынды. Был ваҡытта немец пулеметы ҡуйы ағаслыҡ араһынан беҙҙең һалдаттар өҫтөнә утлы ҡурғаш яуҙыра бирҙе. «Иптәштәрем ҡырылып бөтә инде», – тигән әрнеүле уй уның йөрәген телеп үтә. Ниһайәт, позицияла! Ҡасандыр Прага ҡалаһының матур урыны булған парктан бөгөн үлем уты һибелә. Рәшиҙә, оптикалы тоҫҡап атыу винтовкаһын ипләп кенә ҡуйып, дошманды эҙләй башланы. «Әһә, нисек оҫта йәшенгән!» – тип, атып та ебәрҙе. Пулемет тынды. Бынан файҙаланып, һалдаттар алға ынтылды. Рәшиҙә еңел һулап ҡуйҙы. Был ҡаһарманлығы өсөн ҡыйыу ҡыҙҙы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләйҙәр.

Рәшиҙә бәләкәйҙән ҡурҡыуҙы белмәҫ ҡыҙ булып үҫә. Ул Шишмә районының Урта Усман ауылында тыуа. Әсәһе икенсе бәпесен тапҡанда үлә. Рәшиҙәгә был ваҡытта ни бары ике генә йәш була. Ә ун ике йәштә атайһыҙ ҙа ҡала. Йәтим баланы Илкәш ауылында йәшәүсе Миңйыһан апаһы ҡарарға ала. Уны был ғаиләлә үҙ балалары кеүек тәрбиәләп үҫтерәләр. Мәктәпте тамамлағас, ҡыҙ элемтә бүлегенә эшкә инә.
Тормош матур ғына барғанда илебеҙгә немец илбаҫарҙары баҫып инә. Ҡәһәрле һуғыш Рәшиҙәнең яҡындарын да аямай. Мәсхүт исемле ағаһы һәм еҙнәһе яу яланында һәләк була. Әлбиттә, ҡыйыу ҡыҙ Рәшиҙә илгә бәлә килгәндә тыныс ҡына ятып ҡала алмай. Үҙе теләп, әхирәте Мәүхибә Ғәлекәева менән 1944 йылда фронтҡа китә. Подольск ҡалаһында Үҙәк махсус уҡсылар мәктәбен тамамлағас, 2-се Украин фронтына ебәрелә.
…Уны «снайпер Рая» тип йөрөтәләр. Үҙенең мәргәнлеге менән тәжрибәле һалдаттарҙы ла ғәжәпкә ҡалдыра ҡыҙ. Фашисты бер атыуҙа уҡ юҡ итергә кәрәкһә, Рәшиҙәне: «Снайпер-девчонка, приходи!» – тип саҡырғандар.
Рәшиҙә апай тураһында Шишмә район гәзитендә мәҡәлә баҫылып сыҡҡан, Шишмә телевидениеһы ла тапшырыуҙар әҙерләгән. Уның тыныс, йылмайып ҡына торған йөҙөн иҫкә төшөрәм дә, шундай мәхшәрҙә ҡатнашҡанға һис оҡшама­ғайны, тип аптырайым. Уйлап ҡараһаң, һуғышта минут һайын ҡыл өҫтөндә йөрөгән. Шулай һалҡын ҡанлы сабырҙар ғына снайпер була алалыр, моғайын.
Рәшиҙә апайҙың был донъянан китеүенә өс йыл. Ул беҙгә бик матур хәтирәләр ҡалдырҙы. Иптәш ҡыҙҙары тураһында һөйләгәндә, күҙҙәренә йәш килә торғайны. «Фәрештәләрем һаҡлағандыр мине. Ун ҡыҙ инек! Бер мин иҫән ҡалдым. Дүртәүһе беренсе көндә үк һәләк булды», – тип әрнеп һөйләй ине. Ул ҡыҙҙарҙың барыһы ла маҡтауға лайыҡлы, батыр йөрәкле булған. Рәшиҙәгә лә Мрав бейеклеген алғанда батырлыҡ күрһәткәне өсөн 353-сө һанлы приказ менән Юғары баш командующий рәхмәтен белдерә.
Бер уйлаһаң, снайпер булыу хәтәр ауыр. Белмәгән ерҙә бер үҙең, күренмә­йенсә генә йөрөп, уңайлы позиция һайлайһың. Ә бит ямғыры ла ҡойоп түккән, ыжғыр бураны ла йәлләп тормаған, эҫе ҡояш аҫтында ла түҙергә тура килгән. Рәшиҙә апайҙы хәрби отҡорлоғо әллә нисә тапҡыр үлемдән алып ҡала. «Күпме дошман­дың башына еткәнмендер, уныһын иҫәпләп торманым», – тип иҫкә ала Рәшиҙә апай видеотаҫмала. Туҡһан йәштән оло булыуына ҡарамаҫтан, хәтере шәп ине уның. Командирҙа­рының, полкташта­рының исемдәрен, ауыл-ҡала атамаларын иҫтә тотто.
Еңеү килгәс, Рәшиҙә иҫән-аман, бер яраһыҙ тыуған яҡтарына ҡайта. Хәрби билетында ла «Яраланмаған, строевой хеҙмәткә яраҡлы» тип яҙылған һәм наградалары тураһында ла мәғлүмәттәр бирелгән. «Батырлыҡ өсөн», II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», юбилей миҙалдары теркәлгән.
Алда уны еңел тормош көтөп тормай. Тормош иптәше Ғиләж менән, аяҡҡа баҫҡансы тип, Үзбәкстан яҡтарына сығып китәләр. Биш йыл ғүмер иткәс, тыуған тупраҡ кире тарта. Ҡайтып, Илкәш ауылына төпләнәләр. Фәнзил, Рәзил, Салауат улдары һәм Рәсимә ҡыҙҙары бөгөнгө көндә пенсияла. Ике ейән һәм һигеҙ ейәнсәргә олатай-өләсәй була улар, ун ике бүләләре бар. Рәшиҙә апайҙың тормош иптәше Ғиләж ағай ҙа фронтовик ине. Бергә алтмыш ике йыл ғүмер кисерҙеләр. Ғиләж ағай яҡты донъянан ҡатынына ҡарағанда иртәрәк китте. Ауырлыҡтарға бирешмәгән Рәшиҙә Афзалетдин ҡыҙы Юлдашева бер эштән дә ҡурҡып тормай. Һатыусы ла, быҙау ҡараусы ла, һауынсы ла булып эшләй. Сөгөлдөрөн дә утай. Тырышлығын күреп, халыҡ уны Әлкә ауылы советына дүрт тапҡыр депутат итеп һайлай.
Беҙ Еңеү һалдаттарына мәңге бурыслы. Улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалды. Килер бер көн – һуғыш ветерандары тураһында хәтирәләрҙе китаптан һәм матбуғат биттәренән генә уҡырбыҙ. Беҙ быны аңлайбыҙ. Йәштәр ҙә, беҙ тойған хистәргә сорналып, еңеүселәр хаҡындағы хәтерҙе киләсәк быуынға тапшыра килһә ине.

Лилиә СӘЛИХОВА.

Шишмә районы.

Читайте нас: