...Матур ҙа, уңған да өләсәйемә күрше Йонос ауылынан Сиражев Сәйетғәле исемле егет бер күреүҙән ғашиҡ була. Ҡыҙҙың ризалығы булмағас, урлап алып китә уны сая егет. Өләсәйем, өлөшөмә төшкән көмөшөмдөр, тип, һәүәтемсә донъя көтә башлай. Ун ай ғына бәхетле йәшәп өлгөрә улар. Олатайымды 1938 йылда Алыҫ Көнсығышҡа хеҙмәткә алалар. Ҡарынындағы бына-бына яҡты донъяға тыуырға торған сабыйы менән оҙатып ҡала өләсәйем уны.
1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, улы Радмил ҡаты сирләп үлеп китә, иренән, ҡасан ҡайтырым билдәһеҙ, тигән хәбәр килә. Колхоздағы бөтә эш ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә. Шулай ҙа бер кем уфтанмай. Өләсәйемдең артабан үҙ башынан үткәндәрҙе һөйләүе һаман да ҡолаҡта яңғырап торғандай: «...1942 йылда хәрби комитетҡа саҡырттылар. Ире һуғышта хәбәрһеҙ юғалған Мәрғүбә Сиражева менән икебеҙҙе, саҡырыу ҡағыҙы көтөгөҙ, ФЗО-ға ебәрәбеҙ, тип ҡайтарып ебәрҙеләр.
Салауат районынан егерме биш комсомолка тауар поезының берҙән-бер йәшел вагонына тейәлешеп киттек. Ҡараһам, аҙыҡ һалған тоҡсайым онотолоп ҡалған. Аҙығы тороп ҡалғас, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыр балаҡайым, тип юраған әсәйем. Өфөгә килеп еткәс, вокзалдан Пушкин урамының 5-се һанлы йортона йәйәү алып киттеләр. Мунсаға алып барҙылар, сәстәрҙе киҫтеләр, толомдарым менән хушлашҡанда түгелеп-түгелеп иланым... Ике көн Башҡортостандың төрлө төбәктәренән ҡатын-ҡыҙҙар йыйылғанын көттөк. 10 майҙа концерт күрһәттеләр һәм тетрәндергес хәбәр әйттеләр: «Бөгөн киске унда Сталинградҡа юлланасаҡбыҙ». ФЗО-ға түгелме ни, тип аптырашып ҡалдыҡ. Ләкин тиҙ генә үҙебеҙҙе ҡулға алдыҡ. Үлһәм, даным ҡайтыр, иҫән ҡалһам, үҙем ҡайтырмын, тинем».
Дүрт меңгә яҡын ҡатын-ҡыҙ алтмыш ике вагонға тейәлеп, ун дүрт тәүлек тигәндә Сталинградҡа барып етә. Артабан уларҙы пулемет, ракета частарына таратып сығалар. Өләсәйем һәм уның әхирәте Мәрғүбә 748-се артиллерия полкының 4-се дивизионы 11-се батареяһына эләгә. Уларға приборҙар ярҙамында фашист самолеттарының алыҫлығын, тиҙлеген, ниндәй бейеклектә, ҡайһы йүнәлештә осоуын асыҡлауҙы йөкмәтәләр.
19 ноябрҙә Волга аръяғына сигенергә тигән бойороҡ килә. Волга аша иҫән сығыуына өләсәйем үҙе лә ышанмай тора. Артабан ялан аша байтаҡ барырға тура килә. Урманға килеп еткәс, землянка ҡаҙыйҙар. 1943 йылға тиклем улар урман эсендә урынлашҡан заводта снаряд яһай. Йыл ярым бында эшләгәндән һуң, 2-се айырым зенит дивизионына тоҫҡаусы итеп тәғәйенләйҙәр. Өләсәйем Сталинградтан башлап Белоруссия, Польша, Германия буйлап хәрби юл үтә. Туғыҙ тапҡыр рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
Германияла Еңеү көнөн ҡаршылағандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙарҙы иң тәүҙә ҡайтарырға, тигән фарман сыға. «1945 йылдың 16 июнендә гимн уйнатып, хөрмәтләп бүләктәр: дүртәр килограмм арыш һәм бойҙай оно, тауар бирҙеләр, Америка тушенкаһы тараттылар», – тип йыш иҫкә алды ул. Утлы яу юлдарын үтеп ҡайтҡан өләсәйем тыныс тормошта ла һынатмай: колхозда һыйыр һауҙы, быҙау ҡараны, мәктәптә иҙән йыуҙы, интернатта төнгө тәрбиәсе булып эшләне. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Сталинградты һаҡлаған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдарын байрамдарға тағып сыҡһа, йәштәр һоҡланып ҡарай ине.
Бына 75 йыл тыныс тормошта йәшәйбеҙ. Илебеҙ азатлығының өләсәйем һәм уның кеүек фронтовиктарҙың батырлығы менән яуланыуы мәңге йөрәктәрҙә һаҡланыр.
Салауат районы, Әлкә ауылы.