-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йәтимлек тамғаһы

...Бәләкәй генә түбәләс өҫтөндә дүрт йәшлек ҡыҙ сыңғырҙатып йырлай:Бейек икән тауығыҙ,Ҡаршы яуа ҡарығыҙ.Иҫән йөрөп, һау ҡайтһағыҙ,Ҡаршы сығып алырбыҙ.

Сталинград янындағы ҡыйралыштағы батырлыҡтары өсөн ялға ҡайтарылған танкист Хәбибулланың кире фронтҡа китер көнө еткән. Хушлашҡанда шулай тип йыр һуҙған ҡыҙы Римманы ул күҙ йәштәре менән ҡосағына ала...
Хәләлен яуға оҙатҡан ферма мөдире Саймәнең ҡуйынында өс бала: ике ҡыҙ һәм ул. Бер-береһен ҡабатлаған көндәр икмәк тәмен оноттора бара. Ауылда ҡанат йәйгән ауыр тормошто яҡтыртыусы берҙән-бер сығанаҡ – һалдат хаттары. Балаларҙың атаһы ла өмөтлө хәбәрҙәрен ебәреп тора. Һәр хатында төпсөгөнөң йырлап оҙатҡанын иҫкә ала...
Бер көн эштән иртәрәк ҡайтҡан әсәһенең өләсәһе менән һөйләшкәне Римманы һағайта: «Ферма һыйырҙарының дүртәүһе серегән кәбәк ашап үлде. Мине хөкөм итерҙәр инде...»
Иртәгәһен конвой килә. Санаға ултырыр алдынан әсәһенә хат ташыусы хат тоттороп өлгөрә. Барып еткәс, ҡатынды ҡараңғы бүлмәгә ябып ҡуялар. Хатты аса: унда Солтаншин Хәбибулланың, тереләй танк эсендә янып, батырҙарса һәләк булғаны хәбәр ителә. Тәфтишсе алдына килтерелгән Саймә, ниҙер аңлатырлыҡ хәлдә булмағанлыҡтан, хатты һона.
– Был бит районға тәүге машинаны алып ҡайтып, райком етәксеһен йөрөткән егет! – ти тәфтишсе. – Ниндәй ирҙәрҙе йота ҡәһәрле һуғыш! Ни эшләргә, һеңлем? Бөгөнгә ҡайт. Әммә бер нәмә лә вәғәҙә итә алмайым.
Хөкөмдән ҡотолоуға өмөтө өҙөлгән ҡатын, бер түгел, ике ҡайғы һөйрәп, ҡайтып инә. «Мине ултыртып ҡуйһалар, сабыйҙар кем ҡулына ҡала? Әсәй ҡарт... – Керпек ҡаҡмай уйланған Саймә киҫкен ҡарарға килә: – Балалар хаҡына... инвалидҡа әйләнергә!» Күңелендә, ғәрип-ғөрәбәне хөкөмгә тарттырмаҫтар, тигән ышаныс оялай. Һәр хәлдә, балалар янында буласаҡмын, тигән уй ҡарарын нығыта. Бәүелә-сайҡала соланға сыға. Ишек тауышына уянып киткән өләсәй балта тотҡан ҡыҙын күреп ҡала: «Ни эшләүең, балам?!» Тауышҡа балалар тора. Уйлағанынан һис дүнергә иҫәбе булмаған ҡатын, әсәһен этеп, аяғының баш бармағына сабып та ебәрә. Ҡанды туҡтатыу ауырлыҡ тыуҙырмаһа ла, Римманың һуштан яҙыуы ҡоттарын ала.
Икенсе көндөң кисенә сабыйҙар, әсәйҙәрен көтөп ала алмағас, ауыл осона сыға. Ана, йыраҡтан аҡһаҡлаған әсә күренә. Балалар уға ташлана... Хәҙер ҡатында ике тойғо: бер яҡтан, хөкөмдән ҡотолоуына шатланһа, икенсенән, сабыйҙарының атайһыҙ ҡалыуы бәғерен өҙә.
Бына Саймә тағы яуаплы эштә. Аттар күтәрткән, ә сәсеүҙе нисек тә атҡарырға кәрәк. Шуға бригадир беренсе булып үҙенең һауын һыйырын баҫыуға алып сыға. Яйлап башҡалар эйәрә. Һуғыш бөтөү хаҡында ла яланда ишетәләр.
Ҡатын, иренең хушлашҡанда: «Балаларҙы уҡытырға тырыш!» – тигәнен иҫтә тотоп, уларҙы кеше итеүгә бар көсөн һала.
Зирәк Риммаға уҡыу бик еңел бирелә. Йәтимлеккә генә күнегеп булмай... Төпсөк, атаһын һағыныуҙан яҫтыҡ араһына ҡасып, йәш түгә. Мөғжизәгә өмөт итеп, аҙбар эсендә: «Атаҡайым, ҡайт!» – тип йыш илаулай.
Ҡыш етеүгә әсәһенең ағайҙары, еңеүсе булып ҡайтып төшөп, йортто яҡтылыҡ менән тултыра. Һуғыш яралары аҙмы-күпме уңалғандай итә. Төпсөк башҡа уҡыусылар менән ситкә йөрөп уҡый. Ял һайын, бер аҙналыҡ ризыҡ күтәреп, ҡырҡ саҡрым араны йәйәүләй.
Сабый сағын һуғыш урлаған һалдат балалары бирешмәй. Тәғлимә, Миңнулла, Римма – өсөһө лә сынығып буй еткерә, юғары белем алып, дәрәжәле эштәрҙә тырышып хеҙмәт итәләр. Лайыҡлы тормош иптәштәре менән матур ғаилә ҡороп, үҙҙәренә бына тигән алмаш үҫтерҙеләр. Шулай ҙа бәләкәй саҡта йөрәктәрендә яҙылған йәтимлек тамғаһы ғүмер буйы күңел һыҙланыуы булып оҙата йөрөй. Мәңгелеккә улар менән китәсәк тамға ул.

Сажиҙә Фәйзрахманова.

Мәсетле районы.

Читайте нас: