+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Өләсәй өйрәткәне – алтындыр

Бала саҡта өләсәйҙәремде улар йәшәгән ауыл исеме менән йөрөттөм. Әсәйемдең әсәһе Мәүә Мөхәмәҙи ҡыҙы Сөнәғәтова – Туйыш өләсәй булһа, атайымдыҡы Венера Шөғәйеп ҡыҙы Ғәлиуллина – Балапан. Ни өсөн – белмәйем. Мин өләсәйҙәр мәктәбен алып үҫтем. «Ярай-ярамай» тигәндең, бөгөн килеп, өгөт-нәсихәт булыуын аңлайым. Үҙем дә ҡайһы саҡта аңғармаҫтан ысҡындырып ебәрәм: тупһаға баҫма, аяғыңды һәлмесәтмә, эңерҙә йоҡлама... Әле генә былар хөрәфәткә тиңләнә, ә бит нигеҙендә тәрбиә ҡанундары ята.

Өләсәйҙәремдең икеһенең дә балалыҡ һәм үҫмер йылдары Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә. Бөгөн һүҙем – әсәйемдең әсәһе, хеҙмәт һәм тыл ветераны Мәүә Сөнәғәтова тураһында.
Һуғыш башланғанда ул 12 йәштә була. Ауылда ҡалған ололар менән бер рәттән, балалар ҙа колхоздан ҡайтышмай. Ниндәй генә эш башҡармай улар. Ә инде Белорет ра­йонына күрингә (урман ҡырҡыуға) барыуҙарын айырым китап итеп яҙырлыҡ. Ошо ауыр йылдар тураһында ул беҙгә күп һөйләмәне, үҙем дә, яраларын яңыртып, төпсөнгәнем булманы. Үҙе күргәндәрҙе Хоҙай балаларға бирмәһен, тигәндер.
Өләсәйемде төбәктә «рентген әбей» тип йөрөттөләр. Ул имгәнгән аяҡ-ҡулды һә тигәнсе төҙәтә, сыҡҡан быуынды урынына ултыртып ҡуя ине. Халыҡ ҡайҙан ғына килмәне. Үҙем дә ваҡытында, йоҙроҡ тирәмде ауырттырып, өләсәйгә бәлә һалғаным хәтерҙә. Ауыртҡан нөктәне тиҙ генә табып, үҙенсә баҫҡылап алды ла һыҙлауын шунда уҡ юҡ итте.
Өләсәйем ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, әхлаҡи ҡағиҙәләрҙе дауам итеүсе лә ине. Ейән-ейәнсәрҙәрен шул юҫыҡта тәрбиәләне. Милли биҙәүестәр яһарға яратты. Ҡашмау, һаҡал өсөн тәңкә-мәрйен артынан ҡайҙа ғына барманы. Кәзәкейен, камзулын да үҙе текте. Оҫталығы бала сағынан килә. Һуғыш ваҡытында ул фронтҡа әллә күпме бәйләм оҙатҡан. Көҙгө һарыҡ йөнөнән кейеҙен, яҙғыһынан көйөҙөн дә һуға торғайны. Көйөҙ өсөн махсус буяуҙы Магнитогорскиҙан алып ҡайтып, кәртә уртаһында ҡаҙан аҫып, тетелгән йөндәргә төҫ индерә ине. Һуңынан, биҙәккә биҙәк баҫып, ҙур әйбер эшләп сығара. Әйткәндәй, алты ҡыҙының да бирнәгә бирелгән көйөҙө бар – ҡомартҡы итеп һаҡлайҙар.
Иманлы, юғары мәҙәниәтле кеше булды өләсәйем. Ифтар ғына түгел, сәхәр сәйҙәрен дә күрше ҡатын-ҡыҙҙарын саҡырып үткәрер ине. Уның өйрәткәне беҙҙең тормошта ныҡлы урын алды. Яңы бешеп сыҡҡан икмәккә бысаҡ тейҙереү ҡәтғи тыйылды, тешләмде ҡалдырыу, валсыҡты иҙәнгә төшөрөү яраманы. Шулай уҡ һыуға бәйле тәрбиә алымдары ла етерлек ине. Биҙрәләге һыуҙы, мәҫәлән, мотлаҡ ябып һаҡлауҙы, әрәм итмәүҙе талап итте. Үҙе йәшәгән йорт эргәһендә колонка була тороп, ул таң әтәстәре ҡысҡырмаҫ элек йылғаға көйәнтәләп һыуға йөрөй торғайны.
Әбйәлил районы Байым ауыл советы биләмәһендә өләсәйем милли ризыҡ оҫтаһы булараҡ дан тотто. Һыйы бөтә сараларҙың, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың табынын йәмләй торғайны. Утлыҡта күпереп бешкән ҡомалаҡ икмәге, ыумас ашы, ҡурылған ҡурмасы, майланған сейәһенең тәме һаман телдә һаҡлана.
Өләсәй бер ваҡытта ла еңел ысул менән йәшәмәне. Ниндәйҙер маҡсатҡа ирешеү өсөн һәр аҙымын үлсәп яһаны. Моратына етеүен ҡатмарлы математик алымдар менән эш итеүгә тиңләргә мөмкин.
Олатайым Әҡсән Хәсән улы Сөнәғәтов менән улар ете балаға ғүмер биргән. Әммә олатайым, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, кинйә ҡыҙҙарына йәш ярым сағында ғына баҡыйлыҡҡа күсә. Өләсәй, ел-ямғырҙан ҡурсалап, етеһен дә кеше итә. Ул бер зарланып ултырманы, барына шөкөр ҡылып йәшәне. Ҡәҙерле кешебеҙ 2008 йылдың 9 майында, 79 йәшендә, донъя ҡуйҙы. Әхирәттәре, ауылдаштары: «Үәт, Мәүә, һин бәхетле», – тип хушлашты изге йома көнө мәңгелеккә күскән өләсәйебеҙ менән.
Ул, ысынлап та, бик бәхетле булды. Тормоштоң һикәлтәле юлдары буйлап абынмай барырға беҙгә өләсәйем фатихаһы ярҙам итә.

Азат ҒӘЛИУЛЛИН.

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: