...Атай бер, әсәй башҡа булған ағаһы Хәсән Санияны ун йәшлек сағында, 1938 йылда, Ленинградҡа үҙенең ғаиләһе янына алып киткәйне. Сөнки тыуған ауылдары Аҡтанышбашта йәшәрлек рәт ҡалманы. Атайҙары кулаклыҡҡа сығарылып, кескенә емерек йортҡа ҡыуылып, хәйерселектә көн итте ун ике балалы ғаилә. Етмәһә, атайҙары ла сирләп донъя ҡуйҙы. Санияның иһә бик уҡығыһы килә ине. Әммә уның өлөшөнә бүтән тәҡдир яҙылған булып сыҡты.
Ленинградҡа барып урынлашыуға, Невала һыу ингәндә, еңгәһе батып үлде. Ағаһының ике сабыйын тәрбиәләшеү Сания иңенә ятты. Был ҡайғы баҫылып өлгөрмәне, артынса илгә ҙур афәт – һуғыш килде. Фашистар Ленинградҡа яҡынлашҡанда, бүтәндәр менән бергә Саниялар ҙа эвакуацияға йыйынды. Санаға ике баланы төрөп һалып, улар мөһәжирҙәргә ҡушылды.
Осоп барған сыпсыҡ туңырҙай һалҡын ҡышта юл буйында туңып үлеүселәр йышая. Саниялар ҙа әсе хәсрәт кисерә: аслыҡтан, һыуыҡтан мәрхүм булған ике сабыйҙы юлдағы ағас төбөнә күмеп китәләр.
Иҫән ҡалғандар менән бер станцияның ташландыҡ барагына килеп урынлаша улар. Тик был яҡтарға ла, үлем сәсеп, килеп етә фашист ҡоҙғондары. Көндәрҙән бер көндө Санияға Хәсән ағаһының йыртҡыстарса үлтерелеүе тураһында хәбәр итәләр. Фашистар поезд аҫтына ташлағас, ике аяғы киҫелгән, баш түбәһе иҙелгән ағаһының ҡанлы кәүҙәһен бер үҙе санаға һалып, Псков ҡалаһы янындағы туғандар ҡәберлегенә илтә Сания.
Аҡтыҡ таянысынан яҙған ҡыҙ, һыйыныр урын эҙләп, тирә-яҡ ауылдарға сығып китә. Хәйер ҙә һораша, яңғыҙҙарға төрлө эштә лә булыша ул. Шундай ауылдарҙың береһендә ирле-ҡатынлы бер ғаилә һыйындыра уны. Әммә 1944 йылда, немец илбаҫарҙары сигенә башлағас, халыҡты эшсе көс итеп Германияға оҙатыу башлана. Сания ла эләгә шул мәхшәргә.
...Поезд Германияның Ольденбург ҡалаһы станцияһына килеп туҡтай. Әсирҙәрҙе бушлай хеҙмәтсе эҙләүсе немецтар таратып ала. Санияны ла егелгән ат менән килгән Фриц Хас исемле кеше арбаһына ултыртып ебәрәләр.
Ҡыҙ ишек алдындағы һөт айырта торған айырым бинала йоҡлап йөрөй. Бер көтөү һыйырҙы хужабикә менән икеһе һауалар. Ҡысҡырыусы, екереүсе булмай ҡыҙға. Әммә немецтарҙың барыһын да фашист тип белгән Сания тәүге ике аҙнала уларҙан бер яҡшылыҡ көтмәй. Бына килтереп тиберҙәр, йә иһә күҫәк менән һуғырҙар, тип уйлай. Хужалар юҡта балаларының, үҙ телдәрендә ниҙер әйтеп, үсекләүенә: «Гитлер капут, дойч капут!» – тип яуап ҡайтара башлай. Тора-бара хужабикәнең Инга тигән ҡыҙы менән дуҫлаша. Күңелендә ҡасыу планы ярала.
Бер көн йыраҡтан атыу, бомба шартлауы ишетелә. Оҙаҡ та үтмәй, ихатаға һалдаттар килеп инә. Уларҙың береһе урыҫса: «Һин Рәсәйҙәнме?» – тип һорай, йомортҡа биреүен үтенә. Бына ғәжәп, әле генә янда йөрөгән хужалар юҡҡа сыға. Союзниктар китеүгә, Сания уларҙы эҙләргә тотона. Сәскә түтәле тирәһенән быу сығыуын шәйләп, шунда эйелә: түтәл этелеп, ҡапҡас күренә. Ҡапҡасты күтәреүгә, бүлмәләре, бөтә аҙыҡ-ниғмәте, әйберҙәре менән ер аҫты донъяһы асыла: хужалар шунда була.
Урындағы радионан әле урыҫса, әле немецса ҡабатлап, Рәсәйҙән, бүтән илдән алып киленгән эшсе көстәрҙе яҡындағы лагерға килтерергә ҡушалар. Әммә Санияға тиҙ генә ҡайтып китеү насип булмай. Биш ай тоталар уларҙы лагерҙа. Ниһайәт, поезд менән Польшаға килеп төшәләр. Санитар таҙартыу үтәсәкһегеҙ, тиҙәр. Унда, ҡаңғырып, Рәсәйгә китеүсе поездарҙы күҙәтеп йөрөгәндә, татарсаға оҡшаш һүҙҙәр ишетә. «Ағайҙар, һеҙ татармы?» – тип һорай. Улар ҡаҙаҡса һөйләшеүен әйтәләр. Хәленә инеп, яңы гимнастерка һәм пилотка кейҙерәләр. Шул рәүешле Рәсәйгә йәшереп алып ҡайталар.
...Көндөҙ иҫендә, төндә төшөндә булған Санияһына бағышлап доға ҡылып ултырған әсә һиҫкәнеп китә: «Әсәй!» – тип өндәшәләр түгелме? Тәҙрә шаҡып, ҡыҙ бала тауышы уны саҡыра. Ишек асыуға, туғыҙ йыл тилмереп көткән йөрәк параһен күреп, әсә ишек төбөнә һығылып төшә. Уны күтәреп һалыуға, өй халыҡ менән тула. Баҡһаң, йыйылыш барған клубҡа хәбәр еткән икән: «Ғәләүетдин ҡыҙы Сания ҡайтҡан!»
Шатлыҡ-ҡыуаныстың сиге юҡ! Ул илдә лә хәлдең ауыр булыуын, иртәгә үк сабата кейеп, колхозға эшкә сығасағын, 65 йәшлек әсәһенең, ҡуш ус ашлыҡ өсөн хөкөм ителеп, биш йыл төрмәлә ултыраһын, бүтән хәсрәт көтәһен дә белмәй әле. Бөгөн күрешеү шатлығы ғына бар: ул иленә иҫән-һау әйләнеп ҡайтты!