Өс ауылдаш – Вәсби Мәғәсүмов, Хәсән бабай һәм минең атайым бергә булғандар. Вәсби бабай, фронттан ҡайтҡас, беҙгә хәл белергә килгән. «Минсафа килен, кешеһе тура килһә, кейәүгә сыҡ, көтмә Мөбәрәкте», – тигән ул әсәйемә. Һәләк булды, тип тураһын әйтергә баҙнат итмәгәндер инде, күрәһең.
Яу эсенә ингәндә атайымды Вәсби бабай оҙатып ҡалған икән. Шул төндә Днепр күперен шартлатҡандар. Һалдаттар эшелоны менән күпер аҫтына кереп киткән. «Вагондар төшкән урында икенсе көндә лә ҡан күтәрелә ине», – тип һөйләне яуҙаштар.
Әсәйем дә, өләсәйем дә – атайымдың әсәһе – ҡайғынан һығылып-һығылып иланы. Өләсәйем иҫенә төшөрә лә: «Улым...» – тип һыҡтай торғайны.
Һандыҡ төбөнә ул атайымдың йыуылмаған майкаһын йәшереп ҡуйған, уны ваҡыт-ваҡыт, һағынған һайын, алып еҫкәй торған булған. Шуны әсәйем белмәйенсә алып йыуған. Өләсәйем, улымдың еҫе ҡалмаған, тип, эй, иланы.
Атайымдың тағы ла ҡалын бер гимнастеркаһы бар ине. 1945 йылда өләсәй, инде сирләп үлем түшәгендә ятҡанда, шул гимнастерканы үҙенә кейҙертте лә, бүтән һалманы. Бына әсәйҙәр өсөн бала нисек ҡәҙерле!
Әсәйебеҙ һуғыш ваҡытында ат ҡараны. Был эше өсөн алабута ҡатыш арыш бирәләр. Уны, иләп, арыш менән алабутаны айыра һәм алабутаны килелә ҡара орлоғо ялтырағансы төйә. Шунан телде йоторлоҡ бутҡа бешерә, күршеләр ҙә ашарға керә торғайны.
Ул ауыр йылдарҙа әсәйем нисек тә булһа һыйырҙан яҙмаҫҡа тырышты. Алабута бутҡаһына һыйыр майы һалып ашаныҡ – тәме әле лә ауыҙҙа.
...Бәләкәй булһам да, атайымды иҫләйем, ул күңелемдә мөһабәт кеше булып ҡалған. Һуғышҡа тиклем гел атлы эштә эшләне. Ошо күренеш һис хәтерҙән юйылмаҫ: биш йәшлек сағымдыр, көн дә тиерлек дубрға (ат һарайына) барып, ҡасып торам да уның артынан баҫыуға йүгерәм. Атайым, аптырап, мине күтәреп ала ла атҡа ултыртып, ҡайтарып ҡуя. Ул һуғышта һәләк булғанда миңә ете йәш тулып уҙғайны.
Бөгөнгө яҡты киләсәк өсөн йәнен фиҙа ҡылған атайым тураһында «Хәтер» китабының 318-се битендә шундай юлдар бар: «Сөләймәнов Мөбәрәк, 1909 йылғы, рядовой, 1942 йылдың мартында хәбәрһеҙ юғала». Ләкин ул әле лә беҙҙең хәтерҙә – балаларының, ейәндәренең, бүләләренең күңелендә йәшәй.