-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Ул йылдар мәңгегә хәтерҙә»

Журналыбыҙ редакцияһы Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Һуғыш – ҡатын-ҡыҙ яҙмышында» тигән яҙмалар конкурсы иғлан иткәйне. Уҡыусыларыбыҙ иғтибарына Ҡалтасы районы Күсәш ауылы китапханасыһы Инесса Миңнуллина ебәргән яҙмаларҙан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ. Инесса Хәмит ҡыҙы дәһшәтле осор шаһиттары булған ауыл инәйҙәренең хәтирәләрен яҙып алып, уны йәш быуынға еткереүҙе маҡсат иткән. Тыл ветерандары – 89 йәшлек Сания инәй Фәррәхова менән 85 йәшлек Әлфиә инәй Мөбәрәкованың һөйләгәндәрендә нескә иңдәренә ҙур йөк һалып, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан үҫмер балаларҙың яҙмышы, уларҙың ауыр, фиҙакәр дәүерҙе нисек иҫтәрендә ҡалдырыуы сағыла.

Тыныс тормош ҡәҙерле
Ул йылдар мәңгегә хәтерҙә. Ауылдан фронтҡа тәүге китеүселәрҙе яҡшы хәтерләйем. Ғәлләм бабай Нуретдиновты оҙатыуыбыҙ һаман күҙ алдында. Ураҡ өҫтө ине, баҫыуҙан эшләп ҡайтты ла мунса ла инеп тора алманы, һуғышҡа алып киттеләр. Беренсе булып оҙатылған ауылдаштарҙың береһе лә әйләнеп ҡайтманы.
...Һуғыш барыбыҙҙы ла аслыҡтан интектерҙе. Яҙға сыҡҡас, ҡаҡы, йыуа, ҡуҙғалаҡ, кесерткән, балтырған, серегән бәрәңге, унан бәрәңге япрағы, сөгөлдөр япрағы ашай инек. Яҡындағы рус ауылдары Сосновка, Братовщинаға барып, көнө буйы баҡса ҡаҙыһаң, ике кило бәрәңге бирәләр. Шуны алып ҡайтабыҙ ҙа сәсәбеҙ. Икенсе көндә тағы шулай эшләп, орлоҡ алып ҡайтып ултыртабыҙ – көндәгеһен көн дә тупраҡҡа һала барабыҙ. Бик күп ауылдаштар шулай йөрөнө.
Күсәштә өйҙәр бик тығыҙ урынлашҡанлыҡтан, баҡсалар ҙа бәләкәй булды. Эргәләге рус ауылдарында баҡсалар иркен, шунлыҡтан запастары бар. Баҡсаның ҙурлығына ҡарап, көҙ көнө, ат арбаһына тейәп, дәүләткә бәрәңге тапшыраһың. Тағы ла 45 кило ит, 112 йомортҡа, 3 һарыҡ тиреһе, йөн, һыйырың булһа, 12 кило май бирәһең. Былар – йыл һайын үтәләһе бурыс. Ул бурысты һуғыш башланғансы ла бирә торғайныҡ, Сталин үлгәс кенә туҡтатылды.
Һыйырыбыҙ көтөүгә сыҡҡас та зыянланы. Страховка аҡсаһына кәзә алдыҡ. Көҙ еткәс, ит бурысы өсөн кәзәбеҙҙе алып киттеләр.
Һуғыш ваҡытында колхозда бик күп йылҡы малы бар ине. Ни эшләптер бер тайҙы сиғандарҙың атына алмаштырғандар. Уныһы ҡорсаңғылы булып сыҡҡан. Шунан аттар сирләп үлә башланы. Йылҡы ҡараусылар үләкһә ташларға барғанда арттарынан ауыл халҡы эйәргән, итен сабып алып ҡалырға. Сирле ат ите ашап, байтаҡ кеше ауырыны, ҡайһылары еңеләйеп тә ҡалды.
Күптәр аслыҡтан шешенде. Гәрә йылғаһы төбөндә ҙур баҡалар бар ине. Тышҡы ҡабығы баҡыр һымаҡ төҫтә һәм шулай уҡ ҡаты булғанға, уларҙы баҡырсаҡ баҡалар тип атай торғайнылар. Йылғаның теге яғынан Аҡтуған, Семәнкә ауылынан киләләр, был яҡтан – беҙҙең ауыл кешеләре. Баҡаларҙы һөҙөп алалар да биҙрәгә йыялар. Аҫтына таған яһап, ут яғалар. Йылы һыуҙа баҡаның баҡыр һымаҡ ҡаты тышы асыла. Эсенән баҡаны алалар ҙа, йыуып, биҙрә төбөнә һалып, ҡурып ашайҙар.
Барыбыҙ ҙа тырышып колхозда эшләнек – балалар ҙа, ҡарттар ҙа. Орлоҡто биштәрләп алып ҡайтабыҙ, биштәрләп баҫыуға сығарабыҙ. Апрель айында, сәсеү алдынан, Рәжибә, Мәғәвиә, Тәүфиҡ менән Яңауылға орлоҡ артынан барып, ялан тәпәй ҡайтыуыбыҙҙы һис онотмаҫмын. Киткәндә аяҡта сабата бар ине, бара-бара ул таралды, бауы ғына ҡалды. Иҫәнбайға яҡынлашҡас, ҡояш байыны, туңдыра башланы. Запас ойоҡбаштарҙы кейҙек, ҡайта-ҡайта ул да тишелеп тарҡалды. Ауылға еткәс, теҙҙән боҙло һыуға инеп, йылғаны сыҡтыҡ...
1943 йылда сәсеүҙән алып утауға саҡлы ямғыр күҙе төшмәне, ҡоролоҡ булды. Ергә яланаяҡ баҫһаң, табан бешә ине. Ямғыр килә лә китә, килә лә китә, яумай. Аптырап, Балтас ра­йоны Түсебай ауылында йәшәгән муллаға барғандар. Ул: «Ямғыр яумаҫ, сөнки изгеләрҙән булған бер бәндәне һеҙ йыумайынса күмгәнһегеҙ», – тигән.
Ысынлап та, ауылда бер Алла бәндәһе – шәлдәр ябынып, бүрек кейеп, ауылдар буйлап һоранып йөрөгән Ғилмикамал әбей бар ине. Ул янғын һүндереү өйөндә йән бирҙе, йоҡларға кергән дә шунда үлгән килеш таптылар. Март айында булды был хәл. Әбей үҙ өйөндә яңғыҙ йәшәй ине, туғандары таралышып бөткән. Уны тура зыяратҡа алып ҡайтҡандар ҙа ҡәбергә тәгәрәтеп кенә төшөргәндәр. Арҡаһындағы биштәре, кейгән бейәләйҙәре, кейемдәре менән күмеп тә ҡуйғандар.
Мулла шулай тип әйткәс, июнь айында утауҙа йөрөүсе ҡатындар үҙ-ара һөйләшкән һәм әбейҙе кире соҡоп алып, йыуып, яңынан ерләргә ҡарар иткән. Ауылдың Ҡобора, Сәлимә, Зарифә, Мәрғүбә тигән ҡатындары, мәйетте ҡәберҙән бау менән алдылар ҙа зыярат янында сисендереп, ҡайын япраҡтары менән йыуҙылар. Кобра әбей ике киндер кәфенлек алып килгәйне, Хәмитйән Вәлиев ләхет алып бирҙе. Шунан Ғилмикамал әбейҙең мәйетен кәфенлеккә төрҙөләр ҙә ләхет ағастарына һалып ерләнеләр. Кейемдәрен йыуып, ҡәбер янына соҡор ҡаҙып, шунда күмеп ҡуйҙылар. Доғалар уҡып, хәйергә аҡса ла тараттылар. Әбейҙең биштәрендә үҙенең аҡсалары да булған. Ул ваҡытта ҡыҙыл утыҙлыҡ аҡса бар ине, миңә шул эләкте.
Тып-тыныс ҡояшлы көн ине, ҡайҙан болоттар килеп сыҡҡандыр, өйгә саҡ инеп өлгөрҙөк, ямғыр ҡоя башланы. Донъяны баҫып, ике көн яуҙы. Унан һуң ямғырҙар тағы ла булып торҙо, тәбиғәт иркен тын алып ҡалды.
Был изгелекте эшләгән әбейҙәрҙең дә, Ғилмикамал әбейҙең урындары оҗмахта булһын. Бөгөнгө йәштәргә шуны әйтәм: тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ, беҙ күргән афәттәрҙе күрмәгеҙ!
Сания ФӘРРӘХОВА.
Читайте нас: