+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Топонимика серҙәре
27 Февраль 2022, 12:10

Йәмле, ҡупшы, шаян йылғалар

Беҙҙең яҡташыбыҙ, билдәле урыҫ шағиры Валентин Сорокиндың 1977 йылда Мәскәүҙә баҫылып сыҡҡан «Плывущий Марс» тигән йыйынтығында «Ивашла» тип аталған шиғырындағы ошондай юлдар иғтибарҙы йәлеп итте:...Где же ты, мой хутор Ивашла,И что теперь с тобой, скажи на милость.Как будто ива шла и не дошла,И над речушкой вдруг остановилась.

Йәмле, ҡупшы, шаян йылғалар
Йәмле, ҡупшы, шаян йылғалар

«Мой хутор Ивашла» тип яҙа автор һәм нисек матур итеп был атаманың мәғәнәһенә, йәнәһе, «ива шла» тип, үҙенсә аңлатма ла биреп ҡуя. Шағирға, образлы фекер йөрөткәнлектән, һүҙ менән бындай ирекле эш итеү килешәлер, моға­йын. Әммә шуны әйтергә кәрәк: ысынында Авашла тигән утарҙың исемен ул, саҡ ҡына үҙгәртеп, «Ивашла»ға әйләндереп ебәргән. Урыҫтар Авашла тип атаған был утар шул уҡ исемдәге йылға буйында ултырған. Уның башҡортсаһы: Әүәшле. Валентин Сорокин 1936 йылда шул утарҙа, йәмле Әүәшле йылғаһы буйында тыуып, шунда үҫкән.
Әүәшле... Нимә белдерә һуң был атама? Уның тамыры «әүә» тигән һүҙ икәнлеге күренеп тора. Әммә ул әҙәби телдә бөтөнләй тип әйтерлек ҡулланылмай ҙа баһа. Ә бына башҡорт теленең туҡ-соран, эйек-һаҡмар һөйләштәрендә әүә «яйлы, уңайлы» тигән һүҙ икән. («Башҡорт теленең диалектологик һүҙлеге». Өфө: Китап, 2002). Йәғни Әүәшле атамаһы ошондай ҡалып буйынса яһалған: һүҙҙең тамыры әүә+ -ш+-ле ялғауҙары.
Бөрйән районында ла бер йылға­сыҡ Әүәшле тип атала (урыҫса яҙылышы – Авяшле). Уныһының да мәғәнәһе, әлбиттә, «яйлы, уңайлы» тигәнгә тура килә.
Ә бына Ауырғазы районындағы Түрҫәгәҙе йылғаһын (Ауырғазының һул ҡушылдығы) инде үтә лә йәмле, күркәм йылғаларҙың береһе тип аңларға була, сөнки түрҫә (turfa) боронғо төрки телендә «роскошная» һәм гәҙе боронғо башҡорт телендә «река, речка» тигәнде белдерә. Түрҫәгәҙе ауылы ана шул йылға буйында ултыра.
Топонимияла географик объекттар өсөн характерлы ниндәй генә үҙенсәлектәр билдәләнмәй. Тауҙар, йылғалар, күлдәр бәләле лә (Бәләтүр – Бөрйән районындағы тау һәм йылға), асыулы ла, тиле лә, тинтәк тә булырға мөмкин. Әммә был мәҡәләлә беҙ ер-һыуҙары­быҙҙың күркен, матурлығын билдәләүсе атамаларға ғына туҡталырға булдыҡ. Бына, мәҫәлән, Бүздәк районында Кейәҙе тигән күл һәм йылға, Иглин һәм Миәкә райондарында Кейәҙе һәм Кейәҙ тигән йылғасыҡтар бар. Был гидронимдар ҙа, Түрҫәгәҙе һымаҡ уҡ, «көйәҙ» («нарядная, роскошная») тип аңлатыла. Шаран районындағы Баҙғыя тигән ауыл шаҡтай киң билдәле. Яҙыусы Йософ Гәрәйҙең тыуған ауылы ул. Ауылға исем биргән Баҙғыя йылғасығы – Сөндөң һул ҡушылдығы. Был атама иһә баҙыҡ «яркая, красочная» һәм уя «долина» һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән. Шаян, һөйләнсек йылғасыҡтар ҙа була. Ғафури ра­йонында бер йылға – Боҙай («буҙай», йәғни шаян), йәнә Әңгәрсек тигәне бар (әңгер – «һөйләнсек», урыҫса әйткәндә – «говорливая»).

Рәшит Шәкүр,
яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:
Читайте нас: