Ырыуҙарыбыҙ тип һүҙ башлауым осраҡлы түгел, сөнки XXI быуатта ла беҙ ырыуҙар хәтеренә, ырыуҙар берҙәмлегенә тоғро булып ҡалабыҙ, тарихи хәтеребеҙҙең һәр битен ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Ә инде ҡайһы берҙә хәтер ҡуҙҙары һүрелеп, онотолоп ҡалған икән, беҙ уларҙы яңынан тергеҙеп ебәрергә тырышабыҙ.
Ә бит бүреҫ, бүреҫтәр тигән ырыу ҙа булған бер заман. Тик ул ара, нәҫел кимәлендә генә булғанлыҡтан, беҙҙең тарихи-этнографик әҙәбиәткә кермәй ҡалған. Бүреҫтәр тураһындағы мәғлүмәткә мин ер-һыу атамаларын өйрәнеү айҡанлы тәү башлап билдәле бүрәт топонимисы М. Н. Мельхеевтың «Географические названия Приенисейской Сибири» тигән хеҙмәте менән танышҡан саҡта юлыҡтым. Эш шунда: Көнсығыш Себерҙәге Бирюса тигән йылға (Ангара йылғаһы бассейны; Иркутск һәм Красноярск өлкәләре) һәм шул йылға буйындағы Бирюсинск тигән ҡала атамалары (Иркутск өлкәһе) иғтибарымды йәлеп итте. Бирюса үҙенең яңғырашы менән беҙҙең телебеҙгә бик яҡын да баһа, тип уйлағайным. Шулай булып сыҡты ла.
М. Н. Мельхеев был гидронимды: «...от слова бирюс или бирюсы – имени одного отуреченного охотничьего племени, обитавшего в отрогах Саян до второй половины XVIII века. Позже этот этноним не употреблялся, а роды хаас и саган вошли в состав хакасов», – тип яҙа. Бынан тыш, Красноярск крайында тағы бер Бирюса йылғаһы – Йәнәсәйҙең ҡушылдығы һәм шуның тамағында Бирюса мәмерйәһе, ә Бирюсинск ҡалаһы эргәһендә Бирюса ауылы бар, тип хәбәр итә автор1.
Бына нисәмә ер-һыу атамаһында һаҡланып ҡалған бирюс, бирюсы (бүреҫ, бүреҫтәр) этнонимы. Әммә, үкенескә, ырыу исеме үҙе ҡулланылыштан сыҡҡан, онотолоуға дусар булған, ә ырыуҙың (ҡәбиләнең) айырым тармаҡтары хакастарға ҡушылып киткән икән дә баһа.
Ә бына минең алда ҡыҫҡа ғына бер хат. Уны 1998 йылдың 5 майында Яр Саллыла йәшәгән милләттәшебеҙ Рафит Ямалетдин улы Ғималетдинов яҙып ебәргән. «Беҙ бит Рәғиб Ғимаев менән бер нәҫелдән, төп нәҫел – бүреҫтәр», – тип башлай ул үҙенең хәбәрен. «Мына инәйем яғынан шәжәрә 1300 йылдан бирле яҙылған. Инәйемдең атаһы Зәйнетдин, аның атаһы Байыш кантон (Баймөхәмәт). 1812 йылда полковник булған...» Хаттағы был юлдар авторҙың нәҫел тамырҙарын яҡшы уҡ белгәнлеген күрһәтеп тора, әлбиттә. Шуныһы мөһим: көтмәгәндә бына ҡайҙан килеп сыҡты ҡасандыр алыҫ Себер тайгаларында, Саян тауҙары итәгендә йәшәп, йылға, ҡала, ауыл атамалары булып ҡалған бирюс (бүреҫ) ҡәбиләһенең исеме. (Дөрөҫ, Бирюсинск ҡалаһына был исем 1967 йылда ғына бирелгән. Ошоға тиклем ул, Бирюсаның ҡушылдығы Суетиха йылғаһының исеме менән, Суетиха ҡалаһы булып йөрөгән. Ә Бирюса, Бирюсинск – матур исемдәр, шулай бит!)
Рафит Ямалетдинов үҙенең ҡайһы ауылдан икәнлеге тураһында яҙмаған, ләкин, хаттың йөкмәткеһенә ҡарағанда, һүҙ унда Ҡыйғы районының Ибрай ауылы һәм шул ауылда тыуып үҫкән атаҡлы ғалим, академик Р. Н. Ғимаев тураһында бара. Эйе, ни хикмәт менәндер әйлеләр араһына килеп һыйынған бүреҫтәр нәҫеленән булған арҙаҡлы шәхесебеҙ. Хәйер, әйлеләрҙең тағы бер ауылында – Салауат районындағы Яңы Ҡаратаулыла – бүреҫ араһы булғанлығы билдәле.
– Ә Нуриман районындағы Иҫке Бүрес һәм Яңы Бүрес (Старобирючево һәм Новобирючево) ауылдарының атамалары тураһында нимә тиерһегеҙ?
– Нәҡ ана шул бүреҫ (бирюс) этнонимынан алынған был топонимдар, – тип яуап бирергә була был һорауға. Ф. Ғ. Хисамитдинова менән З. Ә. Сиражетдиновтың республикабыҙҙың ауыл-ҡала атамалары тураһындағы һүҙлегендә лә («Русско-башкирский словарь-справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан». Уфа: Китап, 2001) был атамаларға шундай уҡ аңлатма бирелгән.
Юҡ, онотолмаған, йәшәй әле ерҙә, йәшәй бүреҫтәр. Иҫке һәм Яңы Бүрес ауылдары башҡорттарын уларҙың тере вариҫтары тип атарға булалыр, моғайын.
Рәшит ШӘКҮР,
яҙыусы, филология фәндәре
докторы, профессор.