-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Топонимика серҙәре
6 Август 2021, 10:10

Бесмән – ерҙе йылға киҫкән

Бесмән, Песмән/Печмән, Писмән – боронғо башҡорт ерҙәрендә ғәйәт киң таралған атамалар. Уларҙың күбеһе – бәләкәй йылғалар. Песмән һаҙлығы, Песмән соҡоро тигән соҡорҙар ҙа бар. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һәм гидронимдар һүҙлектәрендә бер тиҫтәнән артыҡ Песмән атамаһы теркәлгән, Татарстанда иһә уларҙың һаны ике тиҫтәнән артыҡ1. Ә бына ошо исемдәге йылға буйҙарында урынлашҡан ауыл атамалары: Башҡортостандың Бәләбәй ра­йонында – Песмән (Письмянка), Бүздәк районында – Песмәнтамаҡ (Писмьянтамак), Татарстанда – элекке Яңы Песмән (1955 йылдан – Лениногорск ҡалаһы һәм шул исемдәге район үҙәге) һәм Иҫке Песмән ауылдары, Бөгөлмә районында – Һалдат Песмәне, Ырымбур өлкәһенең Башҡортостанға күрше Ҡыуандыҡ районында – Бесмән /Песмән (Письмянка), Пономаревка районында – Писмән (Письмянка) ауылдары, Пермь крайының Барҙы районында Писмән/Пичмән гидронимдары.

Бесмән – ерҙе йылға киҫкән
Бесмән – ерҙе йылға киҫкән

Татар топонимисы профессор Фирҙәүес Ғарипова песмән/печмән һүҙен «урман» мәғәнәһендәге мешә ~ беча (бесә) ~ печә (песә) ~ печ (пес) тамыры + мән ҡушымсаһынан тора тип билдәләй. «М. З. Зәкиев фекеренә ҡарағанда, – ти ул, – печмән (печ + мән) һүҙ ояһы быуындары мишәр берәмеге ояһы быуындары араһына керә (мишә + ер)...»2

Профессор Е. М. Поспелов та асылда шул уҡ фекерҙе ҡабатлай: писмен, печмен һүҙе боронғо төрки bişe («лес, роща») һәм төркмән, бесермән этнонимдарындағы һымаҡ мән элементынан тора, тип раҫлай3.

Ф. Ғ. Ғарипова печмән һүҙенең нигеҙе печү йәғни «кисү» икәнлеге, был һүҙҙең пысман формаһында болон һәм тау яғы мариҙары телендә «ер киҫәге, полоса, межа» мәғәнәһендә ҡулланылыуы тураһында ла әйтеп үтә4.

Бесмән, Песмән (Письмян) гидронимдарын беҙ, һис икеләнмәйенсә, специфик башҡорт атамалары рәтенә керетәбеҙ. Уның, әлбиттә, бешә ~ мешә ~ беча (бесә) тамыры менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Бесмән, песмән – «киҫеү» мәғәнәһендәге бесеү ҡылымы тамырына -мән ялғауы ҡушып яһалған урындағы географик термин. «Башҡортостан Республикаһының гидронимдар һүҙлеге»ндә аңлатылғанса, песмән/бесмән – ул, ысынлап та, «межа, межевая (ложбина, речка)»5. «Песмән» һүҙен башҡорттарҙан нәҡ шул мәғәнәлә мариҙар ҙа үҙләштергән, уның әйтелешендә лә башҡортсанан алынғанлығы күренеп тора.

Песмәндәр, бесмәндәр әүәл ырыуҙар, ауылдар араһында ер биләмәләренең сиктәрен билдәләүсе ыҙан ролен үтәгән булырға тейеш. Ә инде Песмән формаһындағы башҡортса әйтелеш хәҙерге Татарстандың көнсығышында тотороҡло һаҡланыуы бер ҙә осраҡлы түгел, сөнки был биләмәләрҙә уҙған быуаттарҙа башҡорт теленең позицияһы ғәйәт көслө булған.

Киләсәктә бесмән/песмән һүҙе урындағы географик термин булараҡ башҡорт теле һүҙлектәрендә лә урын алыр, тип ышанғы килә.

Рәшит ШӘКҮР,

 яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор.

Автор:
Читайте нас: