-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Шәмшәҙенең сере ниҙә

Республикабыҙҙың Бөрө ҡалаһынан 1,5 километр алыҫлыҡта, Ағиҙел буйында, урынлашҡан, оҙонлоғо – 8 километр, киңлеге 150–400 метрға һуҙылған ҙур һәм йәмле бер күл Шәмшәҙе тип атала. Ул 1965 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Географик әҙәбиәткә, кеше исеменә яраҡлаштырып, Шәмсетдин тип керетеп ебәргәндәр. Шуға күрә күлдең башҡортса ысын исеме онотолоп бара. Ярай әле «Башҡорт энциклопедияһы»на параллель рәүештә Шәмшәҙе формаһын да индергәндәр, әммә уның да урыҫса яҙылышы, Шамшады тип алаһы урынға, тағы ла боҙолоп, Шамшадин булып киткән. Күҙ алдында күпме тарихи атамаларыбыҙҙың яҙылышында хаталар ебәрелә.

«Ә ниндәй һүҙ ул шәмшәҙе?» – тиерһегеҙ. Был һорауға: «Шәмшәҙе – беренсенән, гидроним һәм, икенсенән, башҡорт халҡының ҡаңны ҡәбиләһе составындағы бик аҙ билдәле бер ырыу исеме ул», – тип яуап бирер инем. Ырыу исеме, тигәндә, хәҙерге Дүртөйлө, Бөрө райондарының бер өлөшөндә XVIII быуат башында уҡ әле арыу уҡ ҙур ер майҙаны биләп торған Шәмшәҙе олосон күҙ уңында тотам. Был олос 1735, 1834 йылдарҙа ла тарихи документ­тарҙа теркәлгән1. Револю­цияға тиклем башҡорт олоҫтары, ғәҙәттә, ырыу, ҡәбилә исемдәре менән атап йөрөтөлгән. Шәмшәҙе олоҫо тигән атама ла, тимәк, ырыу исеменән алынған.
Элекке Шәмшәҙе олоҫо 1917 йылдағы Бөтөн Рәсәй ауыл хужалығы һәм ер биләмәләре йәниҫәбе мәғлү­мәттәрендә был административ берәмек үҙәгенең исеме менән, Мәскәү олосо тип теркәлгән. Мәскәү ауылында ул ваҡытта 2364 башҡорт, 126 типтәр, 19 урыҫ, 7 немец, 1 поляк йәшәгән2. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса, Дүртөйлө районына ҡараған был ауылда 1879 кеше иҫәпләнә3.
1974 йылдың 16 майында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш райондарына йүнәлтелгән топонимик экспедиция ваҡытында беҙгә Дүртөйлө районының Мәскәү/Маскау (халыҡ телендә – Шәмшәҙе Мәскәүе) ауылында Шәйхезыя Мөхәммәтхафиз улы Хафизовтан (тыуған йылы – 1894) ауыл тарихына ҡараған материалдар яҙып алырға насип булды. Унан яҙып алын­ған тексты һүҙмә-һүҙ килтереп үтәйем:
«Безнең Маскау ауылының төзелеше – Шамшаҙун бабабыз килеп утырған мында өч улы белән. Шам­шаҙун бабабыз зур башҡорт булған, төп башҡорт. Мында күбесе башҡорт, әз генә типтәрләр. Башҡорт булсаҡ та, уҡыу татарча булғач, тел үзгәргән. Бирск өйәзе, Бирск утырған урын, шушы тирәләр, Шәмшәҙе күле, Шәм­шәҙе Мәскәүе Шамшаҙун бабайның ере булған. Баҙы Мәскәү ауылы ҙа бар. Хәҙер Әхмәт йөрөй. Бу Маскау ауылының урманы ҙа, ялан ерләре ҙә күп булған. Мына Үрге Лачынтау (без аны Төрөштө дип йөрө­тәбез) безнең ергә дәғүәле утырғаннар. Төрөштө ауылының Хәмзә дигән кеше, мында килеп: «Бу ауылның ере ҙә безнеке, күге ҙә безнеке», – дип әйтте, ди. Шул кешене аяҙ көнне йәшен атты. Кәмсетү өчен язасын алды.
Ленинградта безнең дукаминт булырға кирәк, эт тиресенә язылған. Әлегә хәтле сайланған кеше бар эйе, башҡортлыҡны ҡайтарырға йөреҙеләр. Яҡуп ҡарт эйе. Ул күп ерләргә йөреҙе инде.
Үзебезнең нәселне ун быуынға хәтлемен хәтерләйем: атайым Мөхәммәтхафиз, аның атасы Кәлимулла, аның атасы Ғисмәтулла, Рәфиҡ, Апалаҡ, Яҡуп, Мырзаш, Сабанчы, Мәмәтәй, Хужамбаҡ, Аннан арғысын, бер ике-өч бабай, белмәйем».
Профессор Ә. З. Әсфәндиәров мәғлүмәттәре буйынса, Мәскәү ауылы аҫаба башҡорт Мәскәү Аҡъегетов исеменән алынған. Мәскәү Аҡъегетов тарихи документтарҙа 1709 йылдан башлап күренә4. Шәйхезыя Хафизов уны, ырыу исеме менән, Шамшаҙун бабабыз тип атай.
Хәҙер яңынан – Шәмшәҙе гидронимы тураһында. Беҙҙең топонимик һүҙлектәрҙә ул этнонимдан алынған тип билдәләнә. Ә шулай ҙа, Шәмшәҙе һүҙенә этимологик анализ яһап ҡараһаҡ, ниндәй фекергә килербеҙ икән? Атаманың беренсе компоненты – шәм төрки халыҡтарынан әзербайжан, төрөк телдәрендә «ҡарағай», шәҙе һүҙе башҡортса «йылға» тигәнде белдерә. Шәм тамырынан яһалған атамалар: Татарстанда – Шәм Балыҡсы, Ҡарашәм, Тамбов өлкәһендә – Чамлык, Әзербайжанда – Шамкенд, Шамлыҡ исемле ауылдар. Шуныһы ғәжәп: Әрмәнстанда Шамшадин тигән район, Шамлуғ тигән ауыл бар. Шамлуғ, Шамлыҡ, Самлыҡ – ап-асыҡ төрки атамалар, йәғни «ҡарағайлыҡ» тигәнгә тура килә. Беҙҙең Шәмшәҙене лә ошо ҡарағайлы атамалар рәтенә индерергә була. Ә инде Ағиҙел буйында, бормаланып, оҙонға һуҙылып ятыуына ҡарап, күлде Шәм шәҙе, йәғни «ҡарағайлы йылға/күл» тип иҫәпләргә булалыр. Ә шәмшәҙе тигән ырыу исеме ошо күл атамаһынан алынған булыуы бик ихтимал.
Шулай итеп, Шәмшәҙе – иң элек гидроним, ә унан ырыу һәм олоҫ атамаһы булараҡ үҫешкән, тигән һығымтаға киләбеҙ.

Рәшит ШӘКҮР,

яҙыусы, филология фәндәре

докторы, профессор.

Читайте нас: