Тарихи яҡтан Гөбөрлө тауҙары – боронғо башҡорт ерҙәренең бер өлөшө. XVIII быуатта ул төбәк, мәҫәлән, Башҡортостандың Нуғай юлы Үҫәргән олоҫо биләмәһе эсендә булған. Гөбөрлө тауҙары һәм Гөбөрлө йылғаһы тураһында атаҡлы урыҫ ғалимы П. И. Рычков үҙенең киң билдәле «Ырымбур губернаһының топографияһы» тигән китабында бына ниҙәр яҙа.
«Губерлинские горы в Башкирии на Нагайской дороге, в Усерганской волости, между Орскою и Ильинскою крепостями. По середине сих течет в Яик речка, называемая Губерля, на которой близ устья построена крепость Губерлинская, от Орска в пятидесяти верстах. В 1735 году, когда статский советник Кирилов шел с командою к реке Ори для заложения Оренбурга, будучи в сих горах, от крутостей и ущельев оных в переходе через них имел такое великое затруднение, что большая часть артиллерии и тяжелого багажа, переломавши колеса, и, несмотря на большую тогда от башкирцев опасность, и уже на другой день с превеликим трудом на степь выправились»1.
Шуныһы ҡыҙыҡ: П. И. Рычков хәбәр итеүенсә, һуңыраҡ, 1740 йылда, урыҫтар урап үтә торған уңайлыраҡ юл булғанлығын асыҡлайҙар, ә Кириллов менән бергә 1735 йылда походта йөрөгән башҡорттар, ти ул, уға был юлды күрһәтергә теләмәгәндәр («умышленно потаили»).
Эйе, башҡорт тарихы, башҡорт яҙмышы менән айырылғыһыҙ бәйләнгән был гүзәл төбәк. Әммә беҙҙең әҙәбиәттә һәм ғилми баҫмаларҙа уның тураһында мәғлүмәт бик һирәк осрай. Ә шулай ҙа билдәле башҡорт яҙыусыһы Ғариф Ғүмәрҙең «Тупһанан – түргә» повесында, революцияға тиклем ике шәкерттең, Ырымбурҙан сығып, йәйәүләп тә, юлаусы атына ултырып та, Гөбөрлө тауҙары аша үтеүе, шул ерҙәрҙә башҡорт ауылында туҡтап, ҡунып китеүҙәре тураһындағы эпизод минең өсөн бик ҡыҙыҡлы булды. Был яҡтарҙа, айырыуса Ҡыуандыҡ районында, тиҫтәләрсә башҡорт ауылдары була торғайны. Ҡыуандыҡ ҡалаһы үҙе лә боронғо башҡорт ерендә, шул уҡ исемдәге нәҡ башҡортса аталған йылға буйында ултыра.
Гөбөрлө тауҙары күҙ күреме ерҙәргә уңда ла, һулда ла бер-бер артлы теҙелеп киткән эре-эре ҡая таштары, сусайышып ҡалҡып торған текә-текә суҡылары менән ҡабатланмаҫ бер күренеш булып күҙ алдына баҫа. (Миңә ул төбәкте 1995 йылдың көҙөндә бер генә мәртәбә машинала күреп үтергә насип булды.) Был ташлы тауҙарҙың максималь бейеклеге – 400 метр самаһы. Ә инде Гөбөрлө тауҙарының атамаһы ана шул Гөбөрлө тигән гидронимдан алынған тип иҫәпләнелә.
Гөбөрлө атамаһының килеп сығышы хаҡында ике-өс төрлө аңлатма бар. Был аңлатмалар, беренсенән, башҡорт һөйләштәрендә «ташбаҡа» мәғәнәһендә ҡулланылған гөбөр, гөбөрлө һүҙҙәренә бәйле. Шунан сығып, был йылға буйҙары элек гөбөрлөләр, йәғни ташбаҡалар тереклек итеү өсөн уңайлы булғандыр, тип фараз итергә була. Хәйер, Гөбөрлө әле хәҙер ҙә – Көньяҡ Уралдың сәнәғәт ҡалдыҡтары менән бысранмаған иң таҙа йылғаларының береһе. Икенсе версия буйынса, Гөбөрлө гөбөрләү («клокотать») тигәндән алынған булырға мөмкин. Гөбөрлө – тимәк, «клокочущая, бурлящая» булып сыға. Топонимист С. М. Красильников был хаҡта: «У такого объяснения имеются серьезные основания, оно подтверждается местами бурным характером течения реки»2, – тип яҙа. Ҡайһы версияға өҫтөнлөк бирергә? Һүҙ яһалыш күҙлегенән сығып ҡарағанда, был аңлатмаларҙың икенсеһе ышаныслы күренә.
яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор.