-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Топонимика серҙәре
3 Февраль 2021, 16:09

Мәнәү, Мәнәүез, Мәләүез...

Башҡортостанда «мәнәү» һүҙенән яһалған тиҫтәгә яҡын бәләкәй йылға бар. Бына шуларҙың бер нисәһе: – Мәнәү (Манява) – Ағиҙелдең һул ҡушылдығы, Күгәрсен районы;– Мәнәү (Манява) – Белорет районы;– Мәләүез/Мәнәүез (Мелеуз) – Архангел, Күгәрсен, Мәләүез, Хәйбулла райондары;– Мәнәүез (Менеуз) – Димдең һул ҡушылдығы, Бишбүләк һәм Миәкә райондары.

Республикабыҙҙа киң билдәле Мәләүез ҡалаһы һәм шул уҡ исемдәге район, Бишбүләк һәм Миәкә райондарындағы – Мәнәүез-Мәскәү һәм Мәнәүезтамаҡ, Илеш районындағы Мари-Мәнәүез, Вотяк Мәнәүезе, Татар Мәнәүезе ауылдарының атамаһы «Мәләүез», «Мәнәүез» тигән гидронимдарҙан алынған. Белорет районында Мәнәүез йылғаһы буйында Үрге, Урта һәм Түбәнге Мәнәүез ауылдары урынлашҡан. Тарихи документтарҙа Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙендә Мәнәүйылға (Манав-Елга) тигән йылға күренеп ҡала. Ул, бәлки, алда телгә алынған Мәнәүез атамаһының вариантылыр.
«Башҡортостандың топонимдар һүҙлеге»ндә (Өфө: Китап, 1980; 2002) Мәләүез атамаһына: «Возможно, от иран. мал «стоящая вода» и древнетюртк. үгүз «река» тигән аңлатма бирелгән. Әммә беҙҙең Мәнәү, Мәнәүез, Мәләүез йылғаларын «стоящая вода» тип әйтергә бер ниндәй нигеҙ юҡ. Киреһенсә, таҙа һыулы, сылтырап ағып ята улар. Әгәр ҙә, әйтәйек, Күгәрсен районындағы Мәнәү йылғаһы, тонсоғоп, аҡмай ятҡан бер һыу ятҡылығы булһа, ошондай шиғыр юлдары яҙылыр инеме икән:
Тыуған яғым, тыуған ауылым,
Йәмле Мәнәү буйҙары.
Ситкә китһәм, һағындыра
Көмөш кеүек һыуҙары.

(Гөлкәй Ниғмәтуллина. «Һағындыра»,

«Башҡортостан пионеры». 19.08.1988).

Үкенескә, Мәләүез атамаһы тураһындағы яңылыш фараз Рәсәй топонимистарының һүҙлектәренә инеп китте. Киләсәктә «Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге»нең яңы баҫмаларында был хатаны төҙәтергә кәрәк.
Мәнәү, Мәнәүез, Мәләүез гидронимдарына аңлатма бирер алдынан башҡорт телендә һәм уның һөйләштәрендә ҡыҫҡа йылғаларҙы атау өсөн ҡулланылған һүҙҙәргә туҡталып үтәйек. Бына улар: мәтә, мәтәл, мәтәү, мәтәүкә, мекетә, наҡыҫ, бәләкәс, тәпәрес/тәпәреш. Һәр береһенең мәғәнә нескәлектәре бар, әлбиттә. Ләкин, дөйөм алғанда, урыҫсаға тәржемәләре – «короткая», «карлик». Беҙҙең Кәшәләк, Кәшәләкташ, Мәтәле, Мәтәүле, Мәтәүбаш, Мәтәүтамаҡ, Мәтәү-Аҡкөбәк, Наҡаҫ (икенсе ижектә ы-а күсеше), Мәләкәҫ (бәләкәс / мәләкәс / мәләкәҫ) Тәпәреш ауылдарының атамалары шул һүҙҙәрҙән яһалған йылға исемдәренән алынған. Силәбе өлкәһендәге ҙур башҡорт ауылы Мәтәл (Метелево), Новосибирск өлкәһендәге Мәтәл (Метелево) тигән ауылдар ҙа шулай уҡ ҡыҫҡа («мәтәл») йылға буйҙарында ултыра, тип фараз итергә була. Башҡорт телендәге «бәләкәс» һүҙенән алынған Мәләкәс йылғалары ғәйәт киң таралған – Ульяновск өлкәһендә, Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында (һул яҡтан Камаға ҡушыла), Башҡортостандың Иглин районы Иглин ауылында (уныһы Бәләкәс көйөнсә тороп ҡалған), Мәсетле районында, Ульяновск өлкәһендәге Димитровград ҡалаһы Мәләкәс йылғаһы буйында ултыра, 1972 йылға тиклем Мәләкәс (Мелекесс) булып йөрөнө.
Ниһайәт, Мәнәү, Мәнәүез, Мәләүез тип аталған ҡыҫҡа йылғалар тураһында.
Башҡорт телендә мәнәү, туҡмаҡ тигән ҡыҫҡа ғына эш ҡоралдары бар. «Мәнәү – 80-90 сантиметрҙар оҙонлоғондағы осланған яҫмаҡ имән таяҡ. Уны ҡулланып, төрлө тамырҙар соҡоп алғандар, селәүсен ҡаҙығандар. Мәнәү кеүек ҡыҫҡа ғына, ерҙе йыртҡылап үҙән ярып, ҙур йылғаларға барып ҡушылған йылғаларҙың ҡайһыларын, образлы итеп, Мәнәүйылға тип йөрөткәндәр», – тип аңлатҡайны миңә 1987 йылда пенсиялағы уҡытыусы Тимербулат ағай Сынбулатов.
Туҡмаҡ һүҙенә иһә «Башҡорт теленең һүҙлеге»ндә (М.: «Русский язык», 1993. II том) ошондай аңлатма бирелгән: «Ниҙелер һуғып ҡаға, йомшарта, иҙә торған һәлмәк ҡорал: кер туҡмағы, киндер туҡмағы, шыбағас туҡмағы». Бәләкәсерәк, ҡыҫҡа йылғаларҙы, тимәк, мәнәү йә туҡмаҡ менән сағыштырып, Мәнәү йәиһә Туҡмаҡ тип атағандар. Мәнәүез, Мәләүез гидронимының иһә (уртала н-л сиратлашыуы) икенсе компоненты, әлбиттә, – боронғо төрки телендәге «һыу», «йылғасыҡ» мәғәнәһендәге «үгеҙ» һүҙе. «Мәнәү»ҙең вариантары – «мәнәк», «мәнәс». Мәнәк (Маняк) – Краснокама районындағы йылға атамаһы.
Туҡмаҡ тигән бәләкәйерәк йылға, шишмә исемдәре беҙҙә ике тиҫтәгә яҡын. Бынан тыш, Туҡмаҡлы, Туҡмаҡлыкүл, Туҡмаҡ һыуы, Туҡмаҡһыҙа, Туҡмаҡты тигән шишмә, йылғасыҡ, йылғалар бар. Был атамаларҙа ла «туҡмаҡ» һүҙе «ҡыҫҡа», «бәләкәй» мәғәнәһен белдерә. Төрки халыҡтар йәшәгән бүтән тарафтарҙа ла осрай «туҡмаҡ» һүҙенән яһалған топонимдар: Ҡырғыҙстанда – Токмак ҡалаһы, Украинаның Запорожье өлкәһендә – шул уҡ исемдәге ҡала һәм район үҙәге. Ул атамалар беҙҙәге кеүек «ҡыҫҡа йылға» тигәнде белдергән туҡмаҡ «колотушка» һүҙе менән бәйлеме, түгелме – быны асыҡлайһы бар әле. Әммә Башҡортостандағы Туҡмаҡ, Туҡмаҡлы, Туҡмаҡлыкүл һымаҡ йылғалар, йылғасыҡтар, шишмәләр, ҡыҫҡа булғанлыҡтан, туҡмаҡҡа оҡшатып аталғандар һәм мәғәнә яғынан Мәнәү, Мәнәүез, Мәләүез, Мәтәү, Мәтәүле, Мәтәле, Наҡыҫ, Мәләкәҫ кеүек атамаларға яҡын тора.

Рәшит ШӘКҮР,

яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор.

Читайте нас: