+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Топонимика серҙәре
30 Декабрь 2020, 14:44

«Күк ыласын оса күл бауырҙап...»

Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы бер күлде Типтәрге тип йөрөтәләр. Ниндәй матур атама! Нәҡ башҡортса яңғырашлы бит әле. Ләкин ниндәй һүҙ һуң ул «типтәрге»? Көньяҡ Урал топонимикаһын өйрәнгән Н.И. Шувалов уны, йәнәһе, «типтәр» һүҙенән барлыҡҡа килгән, тип аңлата һәм урыҫса яҙылышын, «Типтәрге» формаһынан тыш, йәйә эсендә, үҙ белдеге менән булһа кәрәк, «Тептяри», «Тептярей» рәүешендә лә тәҡдим итә1. Быныһы инде әлеге «типтәр» һүҙенә яҡыныраҡ булһын тип тырышыуҙан киләлер, күрәһең. Әммә Типтәрге атамаһының «типтәр» һүҙенә -ге ялғауы ҡушып яһалғанлығы һорау тыуҙыра. Сөнки -ғы/-ге, -ҡы/-ке ялғауҙары, ғәҙәттә, исемгә түгел, ә сифатҡа ҡушылыу юлы менән ер-һыу атамалары яһала. Мәҫәлән, Ҡыҙылғы (күл һәм йылға) – ҡыҙыл -ғы (красное, красивое), Ҡыйышҡы (күл) – ҡыйыш -ҡы.

Силәбелә йәшәгән тыуған яҡты өйрәнеүсе Фәрит Хәмит улы Хәсәновтың 2002 йылда шул уҡ ҡаланың «Околица» нәшриәтендә бик аҙ тираж менән «Аркаим: легенды, сказки» тигән китабы баҫылып сыҡты. Типтәрге атамаһының барлыҡҡа килеүе тураһындағы унда бирелгән аңлатмаһы, минеңсә, бик ҡыҙыҡ.
«Миңә уҙған быуаттың 60-сы йылдарында, – тип яҙа ул, – Типтәрге күле буйында бесән эшләргә тура килде. Шул саҡта ошондай күренеш күҙәттем. Күл өҫтөндә ниндәйҙер ҡош күренеү менән, һауаға ыласын күтәрелә лә әлеге ҡошто бәреп төшөрә һәм, ҙур тиҙлек менән артынан шыҡыйып, ҡорбанына ташлана. Һуңынан был йыртҡыс ҡошто типтәрге тип атағандары тураһында белдем».
Күренеүенсә, Типтәрге гидронимын Фәрит Хәсәнов, типтәрге тигән ҡош исеменән алынған, тип раҫлай. Бик мәслихәт. Ләкин шуныһы: был һүҙҙе мин бер генә лөғәттән дә, шул иҫәптән «Башҡорт теленең диалектологик һүҙлеге»нән дә эҙләп таба алманым. Шул уҡ ваҡытта ул беҙҙең телебеҙҙә булғандыр, тип фараз итәм. Сөнки ыласындарҙың төрҙәре (ыласын һымаҡтар отрядының) бик күп. Әйтәйек, «Башҡорт энциклопедияһы»нда (7 том. Өфө, 2018), Башҡортостанда уларҙың 30 төрө бар, тип күрһәтелә. Ә, күлдәр иле, тип даны таралған Силәбе өлкәһендә был һан тағы ла күберәктер, моғайын. Ҡоштарҙың ниндәйе генә юҡ унда. Ҡайһыларының атамаһын белеп тә бөтмәйбеҙҙер инде.
Фәрит Хәсәнов кеүек 60-сы йылдар башында миңә лә Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ, Арғаяш, Сосновка райондары башҡорт ауылдарында фольклор экспедицияһында йөрөргә насип булды. Шул ваҡытта яҙып алынған бер йырҙың ошо юлдары йыш ҡына иҫкә төшә:
Күк ыласын оса күл бауырҙап,
Тибәр микән күгәл өйрәкте...
Был йырҙа, күк ыласын, тигәндә, ыласын ҡоштарҙың бер төрө хаҡында һүҙ бармаймы икән? Уның бит әле өйрәге лә ябай ғына түгел, ә күгәл өйрәк. Йырҙың икенсе бер вариантында уны ҡара өйрәк тип тә әйтәләр.
Тыуған тәбиғәтебеҙ ҙә, телебеҙ ҙә ифрат бай һәм үҙенсәлекле. Шуның өсөн дә Арғаяштағы әлеге күл исемен мин, Ф.Х. Хәсәнов яҙған мәғлүмәттәргә таянып, ысынлап та, типтәрге тигән ҡыйғыр ҡош исеменән алынған, тигән һығымтаға киләм.
Их, беләһе ине: һүҙлектәргә инмәй ҡалған был һүҙҙе хәтерләгән олатай-өләсәйҙәр бармы икән хәҙер Арғаяш яҡтарында? Шуныһы үкенесле: әле һаман да күрше төбәктәрҙәге башҡортса ер-һыу атамаларын өйрәнеүсе бер генә белгес тә әҙерләгәнебеҙ юҡ. Телебеҙ, тарихыбыҙ өсөн алтынға бәрәбәр байлыҡтар һибелеп ята тарихи Башҡортостан ерҙәрендә.

Рәшит ШӘКҮР,

яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор.

Читайте нас: