-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Топонимика серҙәре
28 Ноябрь 2020, 14:05

Сал Уралдың йөҙөк ҡашы – Түргеяҡ

Түргеяҡ (Тургояк) – Көньяҡ Уралдың иң гүзәл һәм ысын мәғәнәһендә уникаль күлдәренең береһе. Ул Мейәс ҡалаһы биләмәһендә, Уралтау һәм Илмән һырттарының араһында, диңгеҙ кимәленән 320 метр бейеклектә урынлашҡан. Күлдең майҙаны – 26,5 кв.км, уртаса тәрәнлеге – 19, ә иң тәрән урындары – 34,5 метр. 500 миллион тоннанан артыҡ таҙа һыу һаҡлана Түргеяҡта. Таҙа һыуына, саф һауаһына, ян-яғындағы бейек тау түбәләренә ҡарап, уны, Байкалдың кесе туғаны, тип атайҙар. Халыҡ-ара лимнологик комиссия тарафынан Түргеяҡ күле донъяның айырыуса ҡиммәтле һыу ятҡылыҡтары исемлегенә индерелгән. Шуның менән бергә Түргеяҡ үҙенең археологик ҡомартҡылары менән дә киң билдәле. Ул боронғо мегалитик мәҙәниәт үҙәктәренең береһе булған. Күлдең көнбайыш өлөшөндәге Вера утрауында, мәҫәлән, 6 мең йыл элек ҡоролған ҡырҡтан артыҡ мегалитик ҡомартҡы табылған. Кешеләр бында таш быуаттан бирле йәшәгән.1 Шүлгәнташ рәсемдәрен ҡалдырған беҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙҙың замандаштары тиһәң дә булалыр.

Түргеяҡ атамаһының килеп сығышы тураһында бер нисә аңлатма бар. Ләкин ҡайһы берҙәре бөтөнләй уйҙырма ғына булғанлыҡтан, ундай «версиялар»ға туҡталып тормаҫҡа ла мөмкиндер. Йә Хоҙай, бына, мәҫәлән, урыҫса Тургояк тигәндән «туҡта аяҡ!» («стой нога!») йәиһә «турғай аяҡ» («воробьиная нога») һымаҡ мәғәнәһеҙ «версия»лар уйлап табыусылар тураһында ни әйтәһең инде.
Түргеяҡ гидронимында иң элек яҡ «край, сторона» тамырын билдәләүселәр дөрөҫ юлда тора тип иҫәпләргә кәрәк. М.В.Лабзина фекеренсә, Түргеяҡ (Тургояк) – ул башҡортса торғо яҡ «край, где живут». Силәбелә йәшәгән журналист һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе У.К.Сафиуллин иһә ошондай аңлатма бирә: Түргеяҡ, йәғни «түрге яҡ күл» – «озеро, находящееся на возвышении, на горной стороне, короче, озеро верхнее». Билдәле топонимист Н.И.Шувалов та ошо уҡ версияны хуплап яҙҙы.2
Түргеяҡ күле тирәһендәге тауҙарҙан ағып сыҡҡан Түргеяҡ йылғасығы (Ҡарабалыҡ йылғаһының һул ҡушылдығы) атамаһы ла шул уҡ «түрге яҡ» мәғәнәһен белдерә.
Мейәс ҡалаһы биләмәһендәге Түргеяҡ ҡасабаһы, Түргеяҡ тимер юл станцияһы ла данлыҡлы Түргеяҡ күленең исеме менән аталған. Башҡорт теленең аҫыл бер ҡомартҡыһы ул Түргеяҡ (Тургояк) атамаһы.
Яңыраҡ, иҫке баҫмаларҙы барлап ултырғанда, «Аманат» журналының 2000 йылдың 9-сы һанында күренекле башҡорт шағирәһе Кәтибә Кинйәбулатованың шиғырҙар шәлкеменә тап булдым. Был ҙур шәлкем уның «Түргейәк» тигән шиғыры менән башланып китә. Мейәс буйында тыуып үҫкән шағирә Мейәстең үрге яғындағы Түргеяҡ күле тураһында ишетеп үҫкәндер, әлбиттә. Шуның өсөн дә «Түргәйәк күл, Түрге яҡ күл – тыуған яғым» тип һағынып та, һағышланып та иҫкә ала. Күлде ул, күренеүенсә, «Түргәйәк» тип атай (әйтелештә шулай булырға тейеш тә!), шунда уҡ «Түрге яҡ күл» тип тә өҫтәп ҡуя. Бынан сығып, беҙ Мейәс буйы башҡорттары Түргеяҡты, йомшарта биреп, Түргәйәк тип йөрөткәндәр, тип әйтә алабыҙ. Ә шулай ҙа уның Түрге яҡ күл икәнен дә онотмағандар ҙа баһа. Афарин, шағирә, телдең нескәлеген тойоп ижад иткәнең өсөн!

Рәшит ШӘКҮР,

яҙыусы, филология фәндәре

докторы, профессор.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2020) һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: