0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Топонимика серҙәре
27 Октябрь 2020, 12:45

Уй һыуҙары аға уйһыуҙарҙан

Учалы районының тәбиғәте, ер-һыуҙары, тау-урмандары хозурлығына хайран ҡалырлыҡ. Изге Ирәмәл тауы, йәйрәп ятҡан күлдәре, саф һыулы йылғалары, алтын, йәшмә, мәрмәр, баҡыр һәм цинк ятҡылыҡтары, донъяға билдәле археологик ҡомартҡылары менән данлыҡлы был төбәк. Көньяҡ Уралдың иң ҙур йылғалары – Урал (Яйыҡ), Ағиҙел, Уй, Мейәс ошо тарафтарҙа башлана. Әй, Йүрүҙән, Белорет һәм Учалы ерҙәре аша үтеп, Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында Өфө (Ҡариҙел) һыуҙарын тулыландыра, Урал менән Ағиҙел көньяҡ тарафҡа юлланһа, Уй – Тубылға, Тубыл төньяҡтағы Карск диңгеҙенә барып ҡушыла. Учалы районын шуға күрә, һыу айырғыс төбәк, тип атайҙар.

Әле әйтеп үткән тауҙар, йылғалар, күлдәр, йәнле тәбиғәт хазинаһы булыу менән бергә, үҙҙәренең исем-атамалары менән дә тыуған еребеҙҙең, туған телебеҙҙең бер байлығы ул. Шуның өсөн дә Ирәмәл, Ағиҙел, Яйыҡ, Йүрүҙән, Әй һ.б. ер-һыу атамалары тураһында айырым тикшеренеүҙәр үткәрҙем. Ә Уй, Мейәс гидронимдарына әлегә тиклем махсус туҡталып торорға тура килмәгәйне.
Учалы яҡтарындағы сәфәрҙәремдең береһендә, 1968 йылдың ноябрендә, Уй үҙәнендә алтын йыуыусы драганың эше менән танышып, аҙаҡ «Совет Башҡортостаны» гәзитендә (6.12.1969) «Уй буйында уттар балҡый» тигән репортаж баҫтырып сығарғайным. Драга тигәнем, ер ҡыртышын кимереп, һибелмә алтынды йыуҙырып алыусы үҙйөрөшлө бик ҙур бер ҡоролма булып сыҡты. Уй туғайҙарын нисәмә саҡрымдар буйы аҡтарып сыҡҡандыр ҙа ошо ерҙең күпме хазинаһын йыйып алғандыр инде ул ҡоролма. Шуның өсөн дә, Мейәс йылғаһы буйын ғына түгел, ә Уй ағышы ерҙәрен дә «алтын үҙән» тип атарға тейешбеҙҙер.
Уй буйҙары, Уй һыуҙары миңә, йәшерәк ваҡытта әле, ошо төбәкте үҙ күҙҙәрем менән күреп, бындағы аҫыл тәбиғәт ҡомартҡылары менән танышып йөрөгән ерҙәр булараҡ та ҡәҙерле.
Уй йылғаһы, Учалы районының Аҙнаш ауылынан төньяҡ-көнбайышта башланып, район биләмәһе аша 42 километр ер үтеп, артабан Силәбе, Ҡорған өлкәләре, Ҡаҙағстан сиге буйлап һул яҡтан Тубылға барып ҡушыла. Оҙонлоғо – 420 километр. Уй тигән йылға бер үҙе генә түгел, әлбиттә. Себер топонимисы А. М. Малолетко әйткәнсә, «Уй»ҙар Охот диңгеҙенән алып Венгрияға тиклем бик ҙур территорияла таралған1. Уларҙың күбеһе башҡорт теленән алынған. Уй – Иртыштың уң ҡушылдығы (Омск өлкәһе) һәм Уй – Йәнәсәйҙең һул ҡушылдығы шулай уҡ төрки сығышлы атамалар.
«Уй» – башҡорт телендә арыу уҡ киң ҡулланылған географик термин. Аңлатмалы һүҙлектә ул «һуҙылып киткән түбән ер; уйһыу, уяҙ» тип аңлатыла2. «Уйыу» ҡылымының тамырынан яһалған. Урыҫсаға «долина, ложбина», «низина, впадина, долина» тип тәржемә ителә. Ҡаҙаҡ телендә «ой» – «яма, углубление» мәғәнәһендәге термин3. Көнсығыш Себерҙә, Саян тауҙары араһында йәшәгән төрки халыҡ – тофалар телендә «ой» «русло ручья, ручей» тигәнде белдерә4.
«Уй» географик термины ҡушма атамалар яһалышында ла арыу уҡ әүҙем ҡулланыла. Мәҫәлән, Әбйәлил районындағы Ағуй, Ҡороуй йылғасыҡтары, Белорет районындағы Ағуй шишмәһе, Ҡороуй үҙәне, Мәләүез районындағы Ташлыуй йылғасығы, Йылайыр, Ейәнсура райондарындағы Ҡороуй үҙәне тигән гидронимдарҙың икенсе компоненты – «уй» термины. Беҙҙең топонимик һүҙлектәрҙә «уй» «долина» тип тәржемә ителә.

Рәшит ШӘКҮР,

яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2020) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: