-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Топонимика серҙәре
7 Сентябрь 2020, 12:47

Башҡорт Венецияһы

Венеция... Алыҫ Адриатик диңгеҙе буйындағы был итальян ҡалаһының исемен белмәгән кеше бик һирәктер. Ә бына Ағиҙелдең уң яҡ ярында, ҡарағай урман эсендә ултырған Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы Венеция (икенсе исеме – Алпан дачаһы) исемле башҡорт ауылы тураһында ишетеүселәр бармы икән?..

Башҡорт Венецияһы үҙенең йәше менән дә, ҙурлығы яғынан да, ябай ғына әйткәндә, Апеннин ярымутрауындағынан бик ныҡ ҡалыша, әлбиттә. Шуныһы ҡыҙыҡ: был атама Башҡортостанға нисек килеп сыҡҡан? Бәлки, уның Италия ҡалаһының исеме менән бөтөнләй уртаҡлығы юҡтыр? Әгәр булһа, быны нисек аңлатырға?
1974 йылдың йәйендә республикабыҙҙың төнъяҡ-көнбайыш райондарында СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты үткәргән топонимик экспедицияға етәкселек иттем. Шул экспедицияла йөрөгәндә Дүртөйлө районының Нажытамаҡ ауылында һикһән йәшлек башҡорт аҡһаҡалы Шәмсун Ғәбдрәшит улы Рәшитов олатай менән осраштым. Шәмсун бабайҙың ыҡсым ғына яҡты өйөндә оҙон-оҙаҡ ике көн буйы үҙемде ҡыҙыҡһындырған материалдарҙы яҙып алып ултырҙым.
Шәмсун Рәшитов бик ихлас күңелле, йәштән үк зауыҡлы һәм ҡыҙыҡһыныусан кеше булған. Шуның өсөн дә уның хәтер һандығында, мәҫәлән, үҙ ауылдары Нажытамаҡтың тарихын ентекләп белеү менән бер рәттән, ошо райондағы ауылдарҙың яртыһы тураһында тиерлек бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт һаҡлана булып сыҡты. Башҡорт иленең, Урал тупрағының алтын-көмөштәренә бәрәбәр беҙҙең аҡһаҡалдарыбыҙҙың хәтер хазиналары!
Бик күп ауылдарҙың килеп сығышын, атамаларҙың серҙәрен асыҡлап ултыра торғас, сират Венецияға килеп етте. Ул Шәмсун олатайҙың күҙ алдында барлыҡҡа килгән, тиергә мөмкин, йәғни алдымда ауыл тарихының башын һәм үткәнен күреп-белеүселәрҙең береһе ине. Шуға ла был риүәйәткә ышаныс бермә-бер арта. Етмәһә, егерменсе йылдарҙа Шәмсун олатай район үҙәге Дүртөйлөлә йәшәгән, район ойошмаларында эшләп йөрөгән.
– 1924 йылда беҙҙә ер бүлеү эштәре үткәрелде, – тип һөйләй Шәмсун Рәшитов. – Шул ваҡытта Иҫке Солтанбәк ауылы башҡорттарына Ағиҙелдең уң ярындағы бик матур урындарҙан өҫтәмә ер бирҙеләр. Ағиҙел ул урында бик ҙур бөгөл яһай һәм өс яҡтан да һыу менән уратып алынған ярымутрау барлыҡҡа килтерә. Бейек һомғол ҡарағайҙар, күркәм аҡландар – әкиәт донъяһы тиерһең ул ерҙәрҙе. Йәштәр Иҫке Солтанбәктән шул урынға күсеп ултырырға ниәтләй. 1925 йылда әлеге ярымутрауҙа 14-15 хужалыҡтан торған ауыл хасил була. Ул ваҡытта беҙҙә Сомов тигән бер агроном бар ине. Яңы ауылға исемде ана шул агроном биргән. Тирә-яғы һыу менән уратылған булыуына ҡарап, Венецияға оҡшатҡан. Венеция ҡалаһының урамдары ла кешеләр кәмә менән йөрөмәкле каналдар икән, тиҙәр бит.
Бер ыңғай аңлатып үтәйек: башҡорт Венецияһы янында Бурный Поток тигән рус ауылы бар. Ундағы халыҡ шул уҡ 1925 йылда Әңгәрсәктән күсеп сыҡты. Йылғаһы – Бурный Поток. Шәп һәм көслө ағымлы булғаны өсөн шулай атағандар. Ауыл ошо йылға исеменән алынған. Уны ла агроном Сомов ҡушҡан.
Ике исем, һәм икеһендә лә тыуған ер күркәмлеген күрә белеү үҙенсәлеге сағылыш тапҡан. Бер урынды ул алыҫтағы Венеция ҡалаһының тәбиғәтенә оҡшатҡан, ә икенсе осраҡта йылғаны һәм ауылды Бурный Поток тип атаған.
Әйткәндәй, Дүртөйлө районындағы Венеция ауылы тураһында күренекле тарихсы, профессор Ә.З. Әсфәндиәров, үҙ ваҡытында матбуғатта донъя күргән беҙҙең мәҡәләгә төҙәтмә индереп, «Башҡортостан ҡарйәләре һәм ауылдары тарихы» тигән китабында бына нимә тип яҙҙы: «Венеция ауылында 1920 йылда 19 хужалыҡта 95 башҡорт иҫәпкә алынған. Нажытамаҡ ауылында Ш.Ғ. Рәшитовтан алған мәғлүмәттәргә таянып, билдәле ғалим-топономист һәм яҙыусы Р.Шәкүров, 1924 йылда барлыҡҡа килгән, тип, ауылды бер аҙ йәшәрткән» («История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» – Өфө: Китап 2009. – 410 бит.).
Был төҙәтеү өсөн күренекле тарихсыға рәхмәтлебеҙ һәм информаторҙан алған мәғлүмәттәрҙе архив сығанаҡтары менән сағыштырып эш итеүҙең ни тиклем мөһим булыуына тағы бер тапҡыр инанабыҙ.
Венецияның быуатлыҡ тарихында онотолмаҫлыҡ бер иҫтәлек һаҡлана – Бөйөк Ватан һуғышына тиклем был ауыл һәм ошо күркәм төбәк күпмелер ваҡыт башҡорт яҙыусыларының яратҡан ял итеү урыны булған. Йәй һайын улар Ағиҙел буйлап пароходтарҙа Венецияға килгән. Башҡортостандың ҡунаҡтарын – Мәскәү яҙыусыларын да күргән был ауыл. Венецияға шулай уҡ һыу юлы буйлап татар әҙиптәре лә килеп сыға торған булған.
Был төбәктең ҡабатланмаҫ матурлығы күпме дәрт, илһам биргән беҙҙең һүҙ оҫталарына...

Рәшит Шәкүр,

яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор.

Читайте нас: