Ошо ваҡыттан һуң күлдең даны бермә-бер артты, һыу төбөнән метеориттың ҙур ғына киҫәктәрен дә эҙләп таптылар. Күл буйында ултырған Сыбаркүл ҡалаһы, уның исеме, тарихы менән дә күптәр ҡыҙыҡһына. Шул хаҡта ҡыҫҡаса ғына һөйләмәксемен.
Сыбаркүл боронғо башҡорт ерҙәрендә, Тарихи Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан. Ҡала, ҡәлғә булараҡ, 1736 йылда Ҡара табын ырыуы башҡорттарының аҫаба биләмәһендә барлыҡҡа килгән. Был хаҡта Ырымбур комиссияһы начальнигы генерал-лейтенант кенәз В. А. Урусовтың 1740 йылдың 13 мартында Сенатҡа ебәргән яҙмаһында ошолай тип хәбәр ителә: «...по Сибирской дороге на башкирской земле построено крепостей: Мияская, Челябинская, Эткульская, Чебаркульская, Уклыкарагайская и Верхояицкая, которые по имянным е.и.в. указом строены для свободного к Оренбургу проезду караванов и для содержания башкирского и киргис-кайсацкого народов в сущем подданстве» (Материалы по истории Башкирской АССР, т. III. М. –Л., 1949. – С. 501).
Документта шулай уҡ ул ваҡыттағы Өфө өйәҙе Себер даруғаһы Ҡара Табын олоҫо башҡорто Таймаҫ тархан Шаимовтың исеме телгә алына. Доношениенан аңлашылыуынса, старшина Таймаҫ Шаимов кенәз В. А. Урусовҡа, ҡәлғәләр төҙөү айҡанлы, ерҙәрҙе межалау Һәм ҡара табын ырыуы башҡорттары ҡарамағында ҡалған аҫаба ерҙәрҙе ирекле файҙаланыу хоҡуғын нығытыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән. Әйтергә кәрәк, губернала юғары вазифа биләгән чиновник башҡорттарҙың был үтенесенә етди ҡараған, ер мәсьәләһе буйынса яңы төҙөлгән ҡәлғәләр менән башҡорттар араһындағы мөнәсәбәтте көйләү маҡсатында туғыҙ пункттан торған ентекле саралар планы эшләнгән һәм шул хаҡта Сенатҡа хәбәр иткән. 1740 – әле яңы булып үткән дәһшәтле башҡорт ихтилалының аҙаҡҡы йылы. Батша властары, бер яҡтан, ҡәлғәләр төҙөп, халыҡты буйһондороп тотоу сараһын күрһә, икенсе яҡтан, башҡорттарҙың үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғын танып, сәйәси йәһәттән һаҡ эш итергә ынтылыуы ла иғтибарҙы йәлеп итә.
Күренеүенсә, хәҙерге Силәбе өлкәһендәге Мейәс, Эткүл, Сыбаркүл, Верхнеуральск ҡалалары, өлкә үҙәге – миллионлы ҡала Силәбе лә – аҫаба башҡорт ерҙәрендә урынлашҡан. Шуға күрә, уларҙың исемдәре лә, ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, Силәбе, Сыбаркүл, урыҫ телендә «с» өнө урынына «ч» менән яҙылһа ла, барыбер, нәҡ башҡортса, сөнки йөҙәр, меңәр йылдар буйы ергә хужа булып йәшәй икән, географик объектҡа атаманы ла төп, йәғни аҫаба халыҡ үҙе бирә.
Әйткәндәй, Сыбаркүлдең әйләнә-тирәһендә башҡортса аталған ҙур-ҙур күлдәр теҙелеп киткән: Табанкүл (Табанкуль), Бәлешкүл (Беляшкуль), Тәрәнкүл (Тиренкуль), Оло Мейәһыу, бәләкәй Мейәһыу (Большое Миассовое, Малое Миассовое) күлдәре.
Сыбаркүлде, йәнәһе, «сибәр, матур күл» тип яңылыш аңлатыу осраҡтары ла бар. Сибәрлеккә сибәр ул, ләкин башҡорт телен белгән кеше бер ваҡытта ла сыбар менән сибәр һүҙҙәрен бутамаҫ. Ә дөрөҫө: Сыбар күл. Өҫтөнә ағас үҫкән йәм-йәшел утрауҙары менән, ысынлап та, сыбарланып ятҡан күл ул. Урыҫса «пёстрое» тигән мәғәнәгә тура килә. Был йәһәттән Сыбаркүл гидронимының мәғәнәһе Алакүл, Алатау тигән күл һәм тау исемдәренә ауаздаш. Утраулы, ҡамышлы, өҫтө ала-сола булып ятҡан күл була инде Алакүл.
Силәбе өлкәһендәге Сыбаркүлдән тыш, беҙҙең республикала йәнә ике Сыбаркүл бар: беренсеһе – Әбйәлил районындағы күл, икенсеһе – Салауат районындағы ауыл. Ул атамаларҙың икеһе лә «Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге»нә индерелгән, аңлатмаһы ла шул уҡ сыбар («пёстрое») тигәндән.
Күренекле урыҫ шағирәһе Людмила Татьяничева, Көньяҡ Уралдың боронғонан килгән ер-һыу атамаларына һоҡланып, ошондай шиғри юлдар яҙып ҡалдырған:
яҙыусы, филология фәндәре